Ҡырҡыулаша барған экология шарттарында эсәр һыуыбыҙҙың таҙалығы мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Сөнки йәшәйешебеҙҙең, тимәк, тәү сиратта һаулығыбыҙҙың торошо эскән һыуыбыҙға һәм ашаған аҙығыбыҙға бәйле.Индустрия менән бер аяҡтан атлаған заман шарттарында экологик яҡтан таҙа һыу бары тик таҙа мөхиттә генә булыуы мөмкин. Әммә был осраҡ бигерәк тә ҡала һәм ҡалаға яҡын ерҙәрҙә йәшәүселәрҙе уйланырға мәжбүр итмәйенсә ҡалмай. Был йәһәттән таҙа эсәр һыу етештереүсе компаниялар, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп, һыу мәсьәләһен ыңғай хәл итергә ярҙам итә. Архангел районының Яңы Һарт ауылы янында урынлашҡан “Алтын шишмә” лә – ана шундай ойошмаларҙың береһе.
“Алтын шишмә” эсәр һыуы яуаплылығы сикләнгән “Втим-Инвест” ойошмаһы тарафынан етештерелә. Тәбиғи фонтан булып атылып сыҡҡан “Алтын шишмә”нең ерлеге, ысынлап та, үҙенсәлекле һәм таҙа, ә һыуы тәмле һәм бай минераль составлы.
“Алтын шишмә” һыуы Рәсәй һәм республика күргәҙмәләрендә лә еңеү яулаған. Мәҫәлән, 2003 йылдан алып бөгөнгәсә ул “Иң яҡшы көнкүреш тауары”, “Алтын көҙ”, “Агрокомплекс” һәм башҡа республика һәм ил күргәҙмәләрендә алтын миҙалдарға, диплом һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған.
Һыу натрий, кальций, магнийға бай. Беҙҙең республика һыуҙарында әҙ күләмдә һәм һирәк осраған фтор элементының булыуы ла мөһим. Органолептик үҙенсәлекле ер аҫты һыуы юғары сифатҡа эйә, беренсе категориялы һыуҙар иҫәбендә. Ул бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүенән һаҡлай, ҡан тамырҙарын, бауырҙы, организмды шлактарҙан һәм токсинлы матдәләрҙән таҙарта. Тәбиғи шарттарҙа табылған һыу булыуына ҡарамаҫтан, ул өҫтәмә рәүештә таҙартыу үтә һәм табылған ерендә үк һауыттарға ҡойола.
Бындай ҡойоу технологияһы минераль составы үҙгәртелмәгән таҙа һыу алырға мөмкинлек бирә. Һыу етештереүҙә өҫтәлмә ҡушылмалар ҡулланылмай. Заман ҡоролмалары ярҙамында таҙартыу һәм ультрафиолет эшкәртеү иһә һыуҙы бер хәүефһеҙ файҙаланырға мөмкинлек бирә.
– Тәүлегенә ун тонна самаһы эсәр һыу етештерелә, ул республиканың төрлө райондарына, шифаханаларға, һатыу селтәрҙәренә, Өфө ҡалаһы янындағы балалар учреждениеларына ебәрелә. Яңыраҡ лимонад ҡойоу өсөн дә ҡоролма һатып алдыҡ, кеүәҫ ҡойоу эшмәкәрлеген дә яйға һаласаҡбыҙ. 2018 йылдан иһә һыра ҡойоу йүнәлешен булдырыу ҙа планлаштырыла, – ти “Алтын шишмә” йәмғиәте етәксеһе Риф Шәйхетдинов.
Боронғо грек табибы Гиппократтың “Беҙҙе ашағаныбыҙ ғына түгел, эскәнебеҙ ҙә билдәләй” тигән бөйөк һүҙҙәре бар. Бөгөнгө заманда йәшәгән еребеҙҙең именлеге менән ҡулыбыҙға алған эсәр һыуыбыҙҙың таҙалығы, ысынлап та, беҙҙең барлығыбыҙҙың, һаулығыбыҙҙың төп күрһәткесе.