Ғүмер зая үтмәгән19.10.2017
Ғүмер зая үтмәгәнБыл һүҙҙәрҙең ни тиклем мәғәнәле булыуын Фәрүәзә Хәби ҡыҙы яҡшы аңлай. Аңламаҫлыҡ йәштә лә түгел шул, 85 йәшен артмаҡлаған Әй һылыуының Әбйәлилдә йәшәүенә күп йылдар үткән. Тормош иптәше Зиннәт Һибәт улы Әхтәмовты ра­йонда яҡшы беләләр, төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙенең кешелекле, иғтибарлы, оҫта етәксе булыуы менән һәр кемдең күңелендә уйылып ҡалған. Балалары ла атайҙарына оҡшап белемле, эшлекле, дәртле. Һәр береһенең үҙ тормошо, үҙ дәрәжәһе. Шуныһы ҡыуаныслы: барыһы ла атайҙары кеүек үҙҙәре һайлаған һөнәр өлкәһендә етәксе “ҡамыты”н тартып, Зиннәт Әхтәмов исеменә тап төшөрмәне.

Ҡыйғы районында тыуып үҫкән Фәрүәзә ҡасан булһа ла тыуған яғынан айырылып, сит төбәктә йәшәрмен тип уйламай. Зирәк ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, уҡытыу­сы­ларының тәҡдиме буйынса Бөрө педагогия училищеһына инә. Бында ла ул һынатмай: уҡыу йортоноң иң әүҙем студенты була, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, алдынғылар рәтендә йөрөй. Ҡулына диплом алғас, артабан белемен камиллаштырыу маҡ­сатында Мәсәғүт уҡытыусылар институтына документтарын тапшыра.
Тап ошонда осрата ла инде үҙенең буласаҡ тормош иптәшен. Әбйәлилдең ҡара ҡашлы, баһадир кәүҙәле, күҙҙәренән осҡон сәсрәткән егет Темәс педагогия училищеһын тамамлаған. Әй һылыуы Зиннәтте тәү күргәс тә оҡшата.
Артабан йәштәр танышып, төрлө кисәләрҙе бергә алып бара. Әбйәлил егете менән Әй һылыуы сәхнәгә сыҡҡанда уҡытыусылар һәм студенттар “Ниндәй матур пар!” – тип һоҡлана. Ысынлап та, улар тап килеп, бер-береһен тулыландырып тора: егет оҙон буйлы, дәрт-дарманы ташып торған комсомол секретары, ҡыҙ – ысын Көнсығыш һылыуы. Артабан ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты тоҡана, әммә улар уҡыуҙарын тамамламай тороп, өйләнешергә ашыҡмай. Иптәштәренең үҙ-ара шаяртып, “Ҡасан туй?” – тигән һорауҙарына Зиннәт Һибәт улы: “Диплом алғас”, – тип яуаплай. Ниһайәт, йәштәр бер ҡулына – диплом, икенсеһенә никах танытмаһы тотоп, йүнәлтмә буйынса Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылына эшкә бара. Ауылда урынлашҡан институттың база мәктәбендә береһе директор, икенсеһе уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай.
– Беҙҙе ике балалы яңғыҙ ҡатындың фатирына урынлаштырҙылар. Бер бүлмәле, уны уртаға бүлеп ҡорған төшөрөлгән, – тип ул йылдарҙы хәтерләй Фәрүәзә Хәби ҡыҙы. – Йәш белгестәр булараҡ бирелгән аҡсаға туҡыма алып, матрац тышлығы тегеп, эсенә һалам тултырҙыҡ. Ә тәүге эш хаҡына Зиннәткә плащ һатып алдыҡ.
Ауылда йәш мөғәллимдәргә оло ихтирам менән ҡарайҙар, олоһо ла, кесеһе лә уларға “ағай”, “апай” тип өндәшә. Ике йыл етәкселек иткән осорҙа мәктәптең үҙ электр станцияһы, төкәтмә төҙөлөп, ҙур залы барлыҡҡа килә. Тормош та аҡрынлап яйға һалына. Йәш ғаилә айырым йортҡа күсеп сыға, мөхәббәт емеше – ҡыҙҙары Гөлшат донъяға килә. Үҙ эшенә талапсан етәксене колхоз рәйесе итеп үрләтеү хаҡында һүҙ сыҡҡас, Зиннәт Әхтәмов күңелендәге теләген ярып һала, тыуған районына ҡайтырға теләк белдерә.
Йәштәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар. Әммә үҙ эшен яҡшы белгән юғары белемле уҡытыусыларға һәр ерҙә урын була. Тәүҙә Әхтәмовтар – Асҡарҙа, артабан Дәүләт, Хәлил ауылдарында эшләй, аҙаҡ йәнә Асҡарға килеп төпләнә. Ике ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Тормош иптәше яуаплы вазифалар биләгән һайын, Фәрүәзә ханым йорт эштәрен, балалар тәрбиәләүҙе үҙ иңенә ала. Нескә күңелле ҡатын иренә бар шарттар тыуҙыра, йортон бөхтә тота, балаларын баға, шул уҡ ваҡытта яратҡан эшенән дә айырылмай. Ҡырҡ йылдан ашыу башҡорт балаларына рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Бөйөк рус әҙәбиәтен яратырға, Пушкин, Толстой әҫәрҙәрен яттан белергә теләүселәрҙең йылдан-йыл күбәйеүе – уның тырыш хеҙмәтенә иң оло баһаның береһе.
– Уҡыусыларым менән шул тиклем йылы мөнәсәбәт була торғайны, мин уларҙы бер ҡасан да әрләмәнем, ҡаҡманым. Баштараҡ аңламаған балалар өсөн әҫәрҙең йөкмәткеһен башҡортса аңлатып бирер инем, ауыр әйтелгән һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат әйттереп өйрәтер инем. Даими рәүештә, дәрестән һуң ҡалып, уҡыусыларға диктант яҙҙырта торғайным. Йыл аҙағында минең уҡыусыларым иң яҡшылар рәтендә булыр ине, – ти тәжрибәле уҡытыусы.
Фәрүәзә Әхтәмова һәр йыл һайын районда башҡорт кластарында рус теленән белем биргән иң яҡшы уҡытыусыларҙың береһе була. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, мәғариф ветераны, тәжрибәле уҡытыусы бихисап Почет һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ҡырҡ ике йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырмай Фәрүәзә Хәби ҡыҙы. Тормош иптәшенә райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейын төҙөүҙә булышлыҡ итә. Һөйгәне менән ҡулға-ҡул тотоноп 59 йыл бергә йәшәп, ул фани донъяларҙан киткәс, Фәрүәзә Әхтәмова үҙенең һағыш­тарын мандолина ҡылдарына һала. Күптән ҡулына алмаған яратҡан уйын ҡоралын алып, төрлө көйҙәр уйнап, күңел һағыштарын тарата. Аҙаҡ райондың “Миләштәр” фольклор ансамбленә йөрөй, төрлө кисәләрҙә сығыш яһай. Хатта ейәнсәренең диплом алған мәлендә олатаһы бүләк иткән мандолинала уйнап, барыһын да хайран ҡалдыра.
Һайлаған йәренән, эшенән, йәшәүенән бәхетле булһа, балалары менән икеләтә бәхетле ул. Үҙҙәренә оҡшап, улар ҙа эш һөйөүсән, тормош яратҡан, үҙ һөнәрҙәренә тоғро булып ҡала белә. Атайҙарының лайыҡлы юлын дауам итеп, барыһы ла уның кеүек яуаплы урындарҙа эшләй. Иң оло ҡыҙҙары Гөлшат Лавренова оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы, завуч, директор була, артабан район мәҙәниәт бүлеген етәкләй, әле хаҡлы ялда. Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитетының Почет грамотаһына, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсында “Ҡатын-ҡыҙ – йыл өлгөһө” номинацияһы еңеүсеһе. Тормош иптәше Сергей менән ике бала үҫтергән.
Улдары Азат Әхтәмов – Башҡортос­тандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Бөгөн ул Өфөлә йәшәй, урман хужалығы министры урынбаҫары булып эшләй. Азат Зиннәт улын яҡташтары яҡшы хәтерләй, тап ул төҙөгән йорттар әле бул­һа район үҙәгенең йөҙөн биҙәй. Наил Әхтәмов – районда киң билдәле аграрий­ҙарҙың береһе, аяғында ныҡлы баҫҡан фермер, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Наилә Зиннәт ҡыҙы ла туғандарынан ҡалышмай, ғаилә традицияларын лайыҡлы дауам итә. Оҙаҡ йылдар Асҡарҙың 1-се мәктәбендә бала­ларға математика серҙәрен төшөндөрһә, әле – Таһир Кусимов исемендәге гимназия директоры.
Балаларының шатлыҡ-ҡыуанысында, уларҙың көйөнөстәре һәм шатлыҡтары менән мәж килеп йәшәгән геройыма ҡарап, һис тә үҙенең йәшен бирерлек түгел. Матурлыҡты яратҡан, сәнғәткә ғашиҡ, тормошонан һәм йәшәйешенән йәм тапҡан, тирә-йүндәгеләргә тик изгелек, миһыр­банлыҡ сифаттары таратҡан Фәрүәзә Хәби ҡыҙы, ғүмерҙең һәр миҙгелен эшеңдә лә, тормошоңда ла файҙалы белеп ҡулланыу кәрәк, тигән һүҙҙәренә тоғро ҡалып, ысынлап та, барыбыҙға ла матур өлгө күрһәтә. Әйткәндәй, уның тағы ла бер яратҡан шөғөлө тураһында әйтеп китмәһәм, дөрөҫ булмаҫ кеүек.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фәрүәзә ханым баҡса үҫтерергә ярата. Помидорҙарының ҙурлығы хайран итһә, сәскәләренең күплеге һәм матурлығы һоҡландыра. Хуш еҫле пиондарҙан алып күҙҙең яуын алыр георгиндар яҙҙан көҙгә тиклем уның ихатаһын биҙәй, тәҙрә төптәрендә бер-береһен уҙышып сәскә атҡан орхидеяларға ҡарап күңел һөйөнә. Күрәһең, матурлыҡты үҙ ҡулдары менән булдырған кешенең күңеле лә матур булалыр.
Асҡар урамынан кәүҙәһен тура тотоп, матур кейенгән нәзәкәтле бер ханым атлай. Тәүҙә Гөлшатының инеп хәлен белешер, аҙаҡ төш ваҡытында Наил улы янына барыр. Ә Наиләһенә эше тамамланғас, кискә инеп сығыр, шылтыратып Азатының хәлен һорашыр. Бәхетле әсәнең һәр көнө шулай башлана, ғүмер дауам итә...

Әбйәлил районы.


Вернуться назад