Йомарт алтын көҙ тантана итеүгә ҡарамаҫтан, Әбүбәкер ауылында Мәрйәм менән Ғәбит Билаловтарҙың ихатаһында әле йәй хакимлыҡ итеүҙән туҡтамаған. Өҫтәл түренә ҡунаҡлаған самауыр үҙенең матур йырын һуҙа, баҡсалағы алма, виноградтар табынды йәмләй. Бынан 55 йыл элек барлыҡҡа килгән ғаилә ҡотло булып сыға. Йылдар үткән һайын Билаловтарҙың бер-береһенә ҡарата һөйөүе арта ғына.Ырымбур өлкәһенең Баш Бүре ауылынан килен булып төшкән Мәрйәм Вәлетдин ҡыҙы Хәйбулла ерен күптән үҙ иткән. Бер күреүҙән ғашиҡ булған йәштәр өйләнешеп, сәстәрен сәскә бәйләгәс, Әбүбәкергә килеп төпләнә. Ғаилә башлығы Ғәбит Мәхийән улы ғүмере буйы мәктәптә уҡыта, балаларға физика, физкультура, хеҙмәт дәрестәренән белем бирә. Бөгөн дә мәғариф ветераны ауылдағы барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай. “Красный доброволец” колхозында оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән Мәрйәм Билалованың хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. Тырыш хеҙмәте өсөн бихисап грамоталар менән бүләкләнә, бер нисә йыл рәттән “Иң оҫта һауынсы”, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
– Өс ҡыҙ, өс ул үҫтерҙек, әле 15 ейән-ейәнсәребеҙ, дүрт бүлә-бүләсәребеҙ бар, – тип йылмая Мәрйәм инәй. – Хәҙерге йәштәргә ҡарайым да аптырайым, йылдар буйы осрашып өйләнешәләр ҙә күп тә үтмәй айырылышалар. Беҙ бер тапҡыр күрешеп, бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ та, ғаилә ҡорҙоҡ. Аллаға шөкөр, татыу, бәхетле йәшәйбеҙ.
Ысынлап та, Билаловтарҙың әле лә бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуҙарын күрмәү мөмкин түгел. “Ҡатынымдың ҡулы оҫта, нимә бешерһә, шул уңа, ашап туйғыһыҙ була, нимә сәсһә, шулар күпереп үҫә, гөрләп уңыш бирә”, – тип хужаның маҡтауы ла күптәргә тәтемәгән бәхеттәрҙең береһе ул.
Элек-электән баҡса үҫтереү менән шөғөлләнгән Ғәбит Мәхийән улы хаҡлы ялға сыҡҡас яратҡан шөғөлөнә мөкиббән тотона. Хәйбулланың ҡырыҫ тәбиғәтенә ҡарамай уның баҡсаһында йыл һайын виноград, алманың бер нисә сорты, груша, слива мул емеш бирә. Ә ҡыяр, помидор, ташҡабаҡ тураһында әйтеп тораһы ла түгел! Хужалар әйтмешләй, улар тәгәрәп үҫә. Сәскәләр батшалығында Мәрйәм Билалова үҙе етәкселек итә. Яҙҙан алып тәүге ҡар бөртөктәре яуғансы, баҡсала ниндәй генә сәскәләр күҙҙең яуын алмай?! Матурлыҡты яратҡан, үҙҙәренең ҡулы менән ошо мөғжизәне тыуҙырған ғаиләнән ҡот һәм нур бөркөлөп тора.
Ғәбит Билалов оҙаҡ йылдар уҡыусыларға сәләмәт тормошто пропагандалай, спортҡа ҡарата һөйөү уята. Әле лә ул спорт менән шөғөлләнеүен ташламай. Ауыл биләмәһе буйынса оло йәштәгеләр араһында үткән төрлө ярыштарҙа, йүгереү, саңғыла шыуыу, йөҙөү булһынмы – барыһында ла беренселекте яулай.
Хәйбулла районы.