Аҙан һаҡлай тамыр ҡеүәтен13.10.2017
Аҙан һаҡлай тамыр ҡеүәтенМәғлүм булыуынса, гәзитебеҙҙә Ҡарткиҫәк ауылы, уның бөгөнгө тормошо, халҡы тураһында байтаҡ яҙма донъя күрҙе. Эйе, ҙур иғтибарға, хөрмәткә лайыҡ боронғо төйәк ул.

...“Ҡарт” тип кенә йөрөтә халыҡ төйәккә нигеҙ һалған ир-уҙаманды. Ҙур ихтирам, хөрмәт билдәһе була был. Ауылды “Ҡарткиҫәк” тип исемләүҙең дә ғилләһе шунда. Атаманың икенсе өлөшө “ырыу”, “нәҫел”, “зат” төшөнсәләрен бирә, тиелгән Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” китабында. Тимәк, оло нәҫелдең тамыр ебәргән ере ул Ҡарткиҫәк.
...Өс быуаттан ашыу тарихы булған аҫаба башҡорт төйәге әле лә серле матурлығын ташламаған. Ҡарттың ҡыҙ-улдары­ның исеме менән аталған Мәрйәмкүл, Усманкүл, Үтәкәйкүл, гүйә, дәүерҙәр кисерешен барлаһа, Ҡыятау, Сейәлетау ерҙе ел-дауылдан ҡурсалауын дауам итә, ауылды уртаға бүлеп аҡ­ҡан Ашҡыш яҙғы йырын һуҙа. Әйтеүҙәренсә, был йылға­­ла элек һыу ингәндәр, хатта ат йөҙҙөр­гәндәр. Хәҙер иһә, ундай уҡ көсө булмаһа ла, төйәкте тоторлоҡ дарманы бар әле Ашҡыштың.
...Ғөмүмән, тәбиғәт ҡарткиҫәктәрҙән бер ниҙе лә йәлләмәгән. Әйтерһең дә, “Бына һеҙгә – ер, баҫыуҙар, хәт­фә болондар, тауҙар, шиш­мәләр... Әйҙә, рәхәтен күреп йәшәгеҙ!” тигән. Ҡарттың нәҫелдәре аманатты тотамы? Заман был һүҙҙәргә үҙ төҙәтмәләрен индерергә тырышмаймы? Һыу-танып һәм ун ҡәбиләләре башҡорттарының затын дауам иткән милләттәштәребеҙҙең рухы ныҡлымы, күңеле бөтөнмө?..”
Ошондай һүҙҙәр бар Ҡарткиҫәк ауылының бөгөнгө тормошон һүрәтләгән яҙмаларҙың береһендә. Ә “Милләттәштәребеҙҙең рухы ныҡлымы, күңеле бөтөнмө?” тигән һорауға ғорурлыҡ менән: “Һис шикһеҙ! Борон-борондан рухлылығы, ихтыяр көсө менән хайран ҡалдырған Асҡын башҡорттарының бөгөнгө замандың бәләкәй генә ауырлыҡтарына бирешеүе мөмкинме?!” – тип яуаплайбыҙ.
Эйе, Ҡарткиҫәктең илһөйәр йәштәренең күбеһе яҙмышын тыуған төйәге менән бәйләп, тамырҙарҙы нығытыуын дауам итә. Ауыл Советы хакимиәте башлығы Ринат Миңлемөхәмәтов әйтеүенсә, әле халыҡ һаны 600-гә яҡын.
– Үҙ эшен асырға теләгәндәр йылдан-йыл күбәйә, шәхси магазиндар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары арта, – ти ул. – Ауылыбыҙ мәктәбе – уңышлы эшмәкәрлеге менән районда ғына түгел, республикала билдәле белем усағы. Халҡыбыҙҙың ошондай тырышлығы, алға ҡарап йәшәүе, һис шикһеҙ, уның иманлы булыуынан килә. Ғөмүмән, ниндәй генә ауырлыҡ кисермәһен, бер ваҡытта ла һынмаған, Ислам ҡанундары буйынса йәшәгән ҡарткиҫәктәр. Быға йәнә бер дәлил: 1997 йылда районда тәүгеләр иҫәбендә ауылыбыҙҙа иман йорто асылды. Мәсеткә кеше күпләп йөрөй, өлкәндәр намаҙҙарҙы гелән бергә уҡырға тырыша. Таң менән аҙан тауышына уяныуҙың ни ҡәҙәр кинәнес икәнен белһәгеҙ!
Ошо көндәрҙә иман йорто асылыуға ике тиҫтә йыл тулыуҙы ихлас билдәләне Ҡарткиҫәк халҡы. Байрамға ауылдаштар таңдан ағыла башланы. Ситтән дә ҡунаҡтар күпләп килгәйне.
– “Мәсет төҙөгәнгә Аллаһ Тәғәлә йәннәттә йорт әҙерләп ҡуйыр”, тиелгән изге китапта. Изге төйәгебеҙгә егерме йыл элек аҙан тауышын ҡайтарған ҡәрҙәштәребеҙгә – ғибәҙәтхана һалыуға үҙ көсөн индергән бөтөн кешегә – рәхмәт белдерәбеҙ. Мәҫәлән, Рима менән Нәҙип Нәбиуллиндар – иң ауыр ваҡытта ла эшкә ҡул һелтәмәгән ғаиләләрҙең береһе. Тап шундайҙар арҡаһында төҙөлөш туҡтап ҡалмай. Рәхмәт һеҙгә! – тине тәбрикләү сығышында имам-хатип Илдар Мулләхмәтов.
Райондың имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәт Ғиндуллин иһә Ҡарткиҫәк мәсетен башҡа иман йорттарына өлгө итеп күрһәтте.
– Төрлө быуын вәкилдәрен бергә туплаған үҙәк ул, – тине дин әһеле. – Мәсет ауыл Советы, мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биреүгә ҙур өлөш индерә. Ә бөгөнгө иман йорттары тап шундай булырға тейеш тә. Ҡарткиҫәк мәсетенең көсөн, уңышлы эшмәкәрлеген ошо ла дәлилләй: ауылдан егермегә яҡын кеше Мәккәгә барып ҡайтты.
Байрамда Асҡындың “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илһам Нурмөхәмәтов та ҡатнашты. Ул, район үҙәгендә йәшәһә лә, тыуған төйәге, ауылдаштары менән тығыҙ бәйләнештә ғүмер итә, ярҙам күрһәтергә һәр саҡ әҙер. Мәҙәниәт, спорт саралары уның булышлығынан тыш үтмәй.
– Ил яҙмышы – ир ҡулында. Беҙ тыуған төйәгебеҙҙе һәр саҡ хәстәрләп йәшәргә тейешбеҙ, – тине сығышында “Батыр” директоры. – Бөгөнгө ауылдар көслө заттарҙың ҡурсалауына мохтаж. Намыҫы булған ир-ат бәләкәй Ватанының яҙмышына битараф ҡалмаҫ.
Байрамда шулай уҡ Рәсәй Ислам университетының өлкән уҡытыусыһы Дауыт Хәсәнов, райондағы Шишмә-Ураҡай, Упҡанкүл мәсеттәренең имам-хатиптары Рәмил һәм Ғәбделхат хәҙрәттәр, Ҡарткиҫәктә тыуып, әле Өфөлә йәшәгән Фәүҡинур Шәриповалар сығыш яһап, йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе. Улар ауылдың нурлылығын халыҡтың үҙ тамырҙарына, рухи ҡиммәттәренә ҡарата ихтирамлы булыуына бәйләне.
– Ҡарткиҫәктәр өсөн Ислам ҡанундары Совет осоронда ла юғары урында торҙо, – тине урындағы мәктәптең элекке директоры, хөрмәтле ветеран Лидия Харисова. – Мәсет булмаһа ла, йорттарҙа дини ҡағиҙәләргә ярашлы никахтар теркәлде, сабыйҙарға исем ҡушылды, намаҙҙар уҡылды. Иман йорто асыу тураһында һүҙ сыҡҡас иһә, бөтөн халыҡ дәррәү хупланы. Изге ғәмәлдең башында торған Әлфиә менән Фәнүз Мулләхмәтовтарға ҙур рәхмәт! Уларҙың улдары Илдар һәм Азат бөгөн ата-әсәһенең юлын лайыҡлы дауам итә: Рәсәй Ислам университетын тамамлап, динебеҙгә тоғро хеҙмәт итәләр.
Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң халыҡ бергәләп намаҙ уҡыны, артабан ҡунаҡтар ауыл мәктәбенең әлеге хәле, эшмәкәрлеге менән танышты, ундағы музейға йәнә инеп, һоҡланып сыҡты. Мәңгелек ҡиммәттәргә нигеҙләнгән күркәм осрашыу бәрәкәтендә тағы бер ҡат йәшлеген кисергәндәй булды Ҡарткиҫәк. Үрҙәре алда әле дәрт-дарманы урғылып торған ауылдың.

Асҡын районы.


Вернуться назад