Ярҙам ерҙә ятып ҡалмаҫ10.10.2017
Ярҙам ерҙә ятып ҡалмаҫАмерика арбаһына ултырған Украинаның Рәсәйгә ҡаршы алып барған сәйәсәте һөҙөмтәһендә, Луганск һәм Донецк халҡы үҙҙәрен Халыҡ Республикалары тип үҙаллылыҡ иғлан итте. Әлбиттә, Ҡырымдан ҡолаҡ ҡаҡҡан Украина ике республиканы ла кире буйһондороу маҡсатында үҙ милләттәштәренә ҡаршы һуғыш асты. Шулай итеп, инде бер нисә йыл был төбәктә ҡан ҡойош бара.

Һуғыш бер ҡасан да яҡшылыҡҡа илтмәй. Әлеге ваҡытта Украина блокадаһы аҫтында ҡалған Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларына төп ярҙам Рәсәйҙән килә. Изге эштә беҙҙең республика халҡы ла ситтә ҡалмай – 2015 йылдан бөгөн­гәсә милләттәштәребеҙ туғыҙ ылау алып барған. Әлеге ваҡытта сират­тағыһын йыйыу менән мәшғүлдәр. Был эште республиканың “Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡорт­­остан союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора. Ике йыл дауамында яугир-интернационалистар 80 тоннанан ашыу йөк алып барған.
Луганск Халыҡ Республикаһы менән Башҡортостан халҡын күптәнге дуҫлыҡ бәйләй, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Бөйөк Ватан һуғышында халҡыбыҙҙың данлы улы – генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Луганск ерен немец илбаҫарҙарынан азат иткән. Бындағы халыҡ үткән тарихына тоғро ҡалып, Петровский ҡалаһындағы 22-се дөйөм белем биреү мәктәбенә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен бирә. Ошо уҡ ҡалала “Башҡорт атлыларына” скверы, Шайморатов майҙаны асылған.
Былтыр Петропавловск ҡала­һындағы 22-се мәктәп 80 йыллығын билдәләне. Ошо йәһәттән Өфөнөң Дим районындағы Миңле­ғәле Шайморатов исемен йөрөткән 104-се мәктәп директоры Елена Павлова Луганск Халыҡ Республикаһына барып, коллега­ларының эше менән танышып ҡайтты. Был сәйәхәт буйынса фильм да төшөргәндәр.
“Хәрби хәрәкәттәр ветеранда­рының Башҡортостан союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы уны үҙ ҡанаты аҫтына алып, гуманитар ярҙам күрһәтеп тора. Ветерандар төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек, йылы кейем, Яңы йыл бүләктәре алып бар­ған. Улар был гуманитар ярҙам­ды башҡа мәктәп һәм балалар баҡсалары, күрше ҡалалар халҡы менән дә уртаҡлашҡан.
– Ярҙам йыйыуҙа республика етәкселәре, министрлыҡ, ведомство етәкселәре булышлығында һәм башҡаларҙың ҡайғыһына битараф булмаған кешеләр ярҙамында ҙур күләмдә гуманитар йөк йыйыуға ирештек. Былтыр октябрҙә Луганск ҡалаһында “Луганск Халыҡ Респуб­ликаһында “Көйгән юлдар” V халыҡ-ара фестивале” хәрби-илһөйәрлек йүнәлешендәге сара ойошторҙоҡ. Бындай фестиваль тәүге тапҡыр 2011 йылда Конгресс-холда булды.
Бөгөн дә ике республика өҫтөндә болоттар ҡуйыра, көндән-көн хәл ҡатмарлаша. Луганск белем биреү учреждениелары ҡышты ҙур хафалар менән көтә: һалҡындар баш­ланғас, балаларға һыуыҡ кластарҙа уҡырға тура киләсәк. Шуға күрә улар бинаны йылытыу өсөн ҡаҙан­лыҡтарға мохтаж. Әле тағы ла гуманитар ярҙам йыябыҙ. Луганск халҡы аҙыҡ-түлеккә, төҙөлөш материалдарына, көнкүреш химияһына, йылы кейемгә, балалар уйынсыҡ­тарына, канцелярия тауарҙарына мохтаж. Беҙ бөтә төр физик, юридик ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. “Сит балалар булмай – Донбасс балаларына ярҙам итәйек” тигән саҡырыу аҫтында акция бара. Унда ҡатнашырға, ярҙам итергә теләгәндәр 8(347) 260-22-86 телефон һандарына шылтырата йәки [email protected] электрон почтаһына хат яҙа ала. Һуғыш бер нисә йылға һуҙылһа ла, Донецк һәм Луганск халҡының рухы күтәренке, сөнки улар азатлыҡ яулай, – ти төбәк йәмәғәт ойошмаһы идаралығы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
Алда ойошторолған гуманитар ылауҙарҙа төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек, кейем, медицина ҡорамалдары, оргтехника, уҡыу кәрәк-ярағы алып барғандар. Уларҙы йыйыуҙа Дим районының барлыҡ мәктәптәре һәм балалар баҡсалары коллективтары ҙур өлөш индергән. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының белем биреү учреждениелары, Туймазы ҡалаһындағы колледждар, Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһы ярҙам ҡулы һуҙған. 158-се гимназияның уҡытыусыһы Эрек Усманов, гуманитар ылауҙы оҙатып, Петропавловск ҡалаһына барып ҡайтҡан. Был акцияларҙа Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күп кенә дауаханалары, шифахана һәм курорттары ҡатнашҡан. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы һәм Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре аҡсалата һәм аҙыҡ-түлек менән дә ярҙам иткән. Сараға Магнитогорск ҡалаһынан “Илһөйәрҙәр” хәйриә фонды ҡушылған.
“Изгелек ерҙә ҡалмаҫ” тигән матур мәҡәл бар халҡыбыҙҙа. Ҡасандыр үҙҙәре лә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡат­нашып, һуғыш булған ерҙә йәшәгән ябай халыҡтың аһ-зарын үҙ күҙҙәре менән күргән “Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы” төбәк йәмәғәт ошошмаһы ир-егеттәре изге эштәр алып бара. Мөмкинлектәре булғандар уларға ҡушылып изгелек ҡылһа, үҙҙәренә мең-мең сауап алыр.


Вернуться назад