Изгелек нурына ҡойоноп йәшәйек10.10.2017
Рәхмәтле, мәғрифәтле, сабыр булыу, ғәфү үтенә белеү бәхет ағастарының япраҡ ярыуына тиң. Шуға ла изгелекте күп эшләйек. Кешелектең самаға һәм рухи тәртипкә ынтылып йәшәүе һәр саҡ юғары баһаға лайыҡ.


Үҙеңдең йомшаҡ яҡтарыңды еңеү – иң ҙур еңеү. Әҙәм балаһына һәр саҡ нимәлер етмәй. Кешеләрҙең тәҡдире – яҙмышы әсә ҡарынында 120 көн булғас яҙыла. Аллаһы Тәғәлә фәрештә ебәрә, ул буласаҡ баланың ғүмерен, ҡиәфәтен яһай, ризығын, бәхетен яҙа.
Ерҙә гонаһһыҙ кеше бик һирәк. Балаға ата-әсәнең сифаттары бирелә. Әүлиәләр генә гонаһһыҙ, уларҙың яҙмышы бәхәсле, Аллаһы Тәғәлә уларҙы ныҡ ҡурсалай. Дин кешегә рухи көс, йәшәү ҡеүәте бирә, көнитмешенә өмөт сатҡылары бүләк итә. Баҫым, ҡыҫым аҫтында һәр кемдең күңеле һүнә.
Кешенең һүҙе – аҡылының бизмәне. Йылы һүҙ – дауа. Йылы һүҙҙе күк тә, ер ҙә ишетә. Боҙоҡ һүҙҙәр ағымы, тулҡыны хужаның үҙенә ҡайта, ғаилә мөхитенә зыян килтерә.
Ни өсөн кеше тыуа, үлә, һыуҙар таша, ҡоролоҡ килә, ер тетрәй, туфан ҡалҡа? – Беҙҙә ниндәйҙер өҫтөн көстәр булғанға.
Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына хис-тойғо менән бер рәттән аҡылын да биргән. Ул кешелек донъяһы сәләмәт йәшәһен өсөн үҙенең ҡанундарын ебәргән. Шул ҡанундарҙың береһе – Рамаҙан айының ураҙаһын тоторға бойороу. Ураҙа ул – үлсәү, бизмән.
Һәр көнөбөҙ мөбәрәк булһын. Үҙеңде сабыр, түҙемле, сыҙамлы тотоу – ҙур ҡыйыулыҡ һәм аҡыллылыҡ. Аҡ хыялдар, изге уйҙар менән ҡаршылайыҡ һәр иртәне!

Белорет ҡалаһы.


Вернуться назад