Уйын ғына тиһәләр ҙә...10.10.2017
Уйын ғына тиһәләр ҙә...Өс тиҫтә йылдан ашыу балалар баҡсаһында кескәйҙәргә туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү буйынса бихисап эш алып барам. Тәрбиәләнеүселәрем артабан мәктәптә лә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, иң мөһиме – туған телендә иркен аралаша, һүҙ оҫталары, ҡыйыуҙар... Был турала ата-әсәләрҙән, уҡытыусыларҙан йылы һүҙҙәр ишетеп, хеҙмәтемдең һөҙөмтәһен күреү, ишетеү – ҙур ҡыуаныс.

Ҡала шарттарындағы балалар баҡсаларында, етмәһә, телевизорҙы, Интернетты русса йәнһүрәттәр баҫып алған мәлдә кескәйҙәрҙе туған телдә һөйләштереү – ауыр мәсьәлә. Бының менән хатта ауылда ла осрашырға бу­ла, сөнки төрлө каналдарҙан барған сағыу йәнһүрәттәрҙән кескәйҙәрҙе айы­рып алыуы бик ҡыйын. Ә баш­ҡортса йәнһүрәттәр юҡ, бары тәрже­мәләр тиергә була. Балаһына ҡабат-ҡабат әкиәт уҡып ултырған әсәй ҙә, атай ҙа бик һирәктер. Тәрбиәсе­ләргә лә эш еңелдән түгел. Бөтә булған методик әсбаптар, дәреслектәр – рус телендә. Ошондай шарттарҙа балала милли ҡиммәттәргә, туған телгә ҡарата нисек һөйөү тәрбиәләргә? Киләһе быуындарға туған телебеҙҙе нисек һаҡлап, түкмәй-сәсмәй тапшырырға?
Хәҙерге заманда күпселек бала туған телендә һөйләшмәй, атай-әсәйҙәр үҙҙәре лә аңғармаҫтан балаларына русса һүҙ ҡуша. Хатта ауылдағы өлә­сәй-олатайҙары ла ейән-ейәнсәр­ҙәренә “папаң-мамаң” тип ебәрә. Ғөрөф-ғәҙәттәренән, йолаларҙан, милли мәҙәниәтенән һәм әҙәбиәттән алыҫлашҡан йәш ата-әсәләрҙең балаларын тәрбиәләйем. Бындай хәлдәр уҡытыу һәм тәрбиә эшен ҡатмарлаштыра, кире йоғонто яһай.
Балалар баҡсаһында эшләү әлеге ваҡытта ныҡ ҡатмарлашты, тиһәм дә була. Ошоға тиклем оҙаҡ йылдар Иҫке Сибай ауылының балалар баҡса­һында хеҙмәт иттем. Ул йылдарҙа ауыл ерлеге булғанғамы, тел пробле­маһы әллә ни юҡ ине. Әле килеп тыу­ған көнүҙәк мәсьәлә күп эшләргә, ижади яҡтан эҙләнергә, бигерәк тә ата-әсәләргә өгөт-нәсихәт алып барыу кеүек яңы бурыстар ҡуя. Барлыҡ тәжрибәмде байҡайым, аҡта­рам. Ошо йылдар арауығында башҡа­рылған­дарына яңы методикаларҙы ҡушып, эшмәкәрлегемде тулыландырам. Ҡала күләмендә уҙғарылған сараларҙан тыш, үҙебеҙҙә милли байрамдарҙы йыш үткәрәбеҙ. Педагогтар, уҡытыу­сылар, ата-әсәләр алдында йыш сығыш яһарға тырышам. Уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн “Илем – Башҡортостан” исемле асыҡ ишектәр көнө, үҙемдең коллегалар алдында “Минең шәжәрәм”, “Исем мәғәнәләре” тигән тәрбиәүи сығыш­тарым фәһемле булғандыр. “Башҡорт халыҡ уйындары”, “Халыҡ йолалары”, “Фольклор байрамдары” исемлеләре хупланып, башҡа коллегаларымдың эшмәкәрле­гендә уңышлы ҡулланыла.
Фольклор өлгөләре ололарҙы ла, кескәйҙәрҙе лә берҙәй тәрбиәләй, халыҡ ижады һәм педагогикаһы балаларҙың тасуири һөйләү ижадына тәьҫир итә. “Уйындарҙа – хәрәкәт, хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән девиз менән эшләйем, сөнки балалар өсөн уйын ҡоро хәрәкәт кенә түгел, бәлки донъя көтөргә әҙерләгән хәрәкәт. Уйын бала өсөн – дәртле йәшәйеш, тормош мәктәбе, хеҙмәткә әҙерләү сараһы. Халыҡтың шөғөлөндә, ғөрөф-ғәҙәттәрендә – һәйбәт тәрбиә алыуҙың аҫыл сығанағы. Халыҡ ижады һуты менән һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө була. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың донъяны танып-белеүенең төп төрө булып уйын һанала. Тимәк, беҙ балалар менән ниндәй уйындар уйнайбыҙ – был бик мөһим. Милли уйындар аша кескәйҙәр халҡыбыҙҙың боронғо һәм хәҙерге көнкүреше менән таныша.
Эшмәкәрлегемдә билдәле яҙыусы, педагог Мәрйәм Бураҡаеваның хеҙмәт­тәрен ҡулланам. Телмәрҙе үҫтереүҙә халыҡ ижады ынйылары – мәҡәлдәр, һынамыштар, тиҙәйткестәр, уйындар ғәйәт ҙур роль уйнай.
Уйын алымы – иң мөһим һәм әйҙәүсе ысулдың береһе. Бала бәләкәй сағында күп ваҡытын уйнап үткәрә. Уйын ваҡытында ул яңы образдарҙы танырға, фантазияһын, һәләттәрен, оҫталығын үҫтереүгә өлгәшә. Әгәр ҙә бала уйындан, әкиәттән, музыканан һәм ижади эштәрҙән мәхрүм түгел икән, баланың рухи донъяһы ла бай буласаҡ, тигән билдәле педагог В. Сухомлинский.
Үкенескә, беҙҙең балаларҙы бишек йырҙарын, әүрәткестәрҙе, һамаҡтарҙы баҡсаға килгәнсе өс йәшкәсә ишетмәүҙәре хәҙерге заман өсөн ғәҙәти хәл. Шуға күрә лә тәрбиәсегә әсә роленә инеп, балаларға шул хазиналарҙы еткереү, аңына, ҡанына һеңдереү өсөн күп көс һалырға тура килә. Балаларға был бик оҡшай, һәм улар ҙур теләк менән өйрәнә.
Беҙ балалар менән баҡса эсендә генә ҡайнамайбыҙ, ҡала буйынса сара­ларҙа ҡатнашып, үҙебеҙҙең һәләте­беҙҙе күрһәтәбеҙ. Беҙҙең баҡса янында ғына булған “Йәштәр үҙәге”нә йыш барабыҙ. Унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр хәҙер инде беҙҙең балаларҙы үҙҙәре саҡырып ала, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар, конкурстар, библиомания кеүек сараларға ихлас күңелдән йөрөйбөҙ, үҙебеҙгә рухи байлыҡ алабыҙ, рәхәтләнеп туған телебеҙҙә сығыш яһайбыҙ.
Үткән йылыбыҙ ваҡиғаларға бай булды: билдәле яҙыусы, шағир Мостай Кәримгә арналған әҙәби байрамда ҡатнаштыҡ. Ҡыҙҙарым һәм малай­ҙарым тасуири шиғырҙар һөйләп, барыһының да күңелен арбаны, быға шаһит булған Сибай телевидениеһы беҙҙе “Шиғриәт минуттары” тигән тапшырыуға саҡырҙы. Унда төшкән ваҡытта башҡортса матур, дөрөҫ һөйләшкәнебеҙҙе күрһәттек. Яҡта­шыбыҙ, мәғариф ветераны, әҙибә Лира Яҡшыбаеваны туған телдә шиғырҙар һөйләп, хайран ҡалдырҙыҡ, Сибай ҡалаһында билдәле шәхес Рүзидә Үтәшеваны Әсәйҙәр байрамына саҡырҙыҡ. Ул беҙҙе тыңлағандан һуң үҙе лә матур итеп сығыш яһаны, “Йондоҙҙарҙы усҡа алыр инем” тигән шиғырҙар китабын бүләк итте.
Йәштәр үҙәге ойошторған сара тураһында ла әйтеп үтке килә. Бында ла төплө әҙерләндек, балалар ата-әсәләре менән бергә шиғыр һөйләне, викторина, конкурстарҙа ҡатнаштылар, әкиәт сәхнәләштерҙек. Халыҡ әкиәт­тәре үҙенең халыҡсанлығы, тәрбиә һәм белем биреүе менән балаларға ысынбарлыҡты дөрөҫ күрергә, аңлар­ға, телде үҙләштерергә ярҙам итә.
Ләкин баланы башҡортса һөйлә­шергә өйрәтеп кенә уны ватансыл итеп тәрбиәләп булмай. Үҙе йәшәгән ҡалаға, ауылға, уның кешеләренә ҡарата ихтирам уятыу мөһим. Телдең нескәлектәрен, матурлығын, донъя кимәлендә тотҡан ролен асып бирергә тырышырға кәрәк. Телгә һөйөү уятыу­ҙа, милли рух тәрбиәләүҙә халыҡ йолаларының, байрамдарының, уйын­дарҙың әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ.
“Ҡар һыуына барыу”, “Наурыз”, “Һабантуй”, “Бәпескә исем ҡушыу” тигән фольклор байрамдарын сәхнәләштерҙек. Төркөмдә халыҡ ижадына арналған әйтемдәр яҙыу, күргәҙмәләр ойоштороу, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыу тағы ла тәрбиә эшен йәнләндерәсәк.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәр үҫешендә, фольклор өлгөләре менән танышыуҙа ата-әсәләрҙең роле әйтеп бөткөһөҙ. Ата-әсә менән бергә уйнау – бала өсөн бигерәк тә ҡәҙерле, ҡыуаныслы мәл. Беҙҙең төркөм ата-әсәләре был йүнәлештә әүҙем, улар ярҙамында ҙур уңыштарға өлгәштек.
Балалар фольклоры ололар һәм кескәйҙәр тарафынан ижад ителгән күп төрлө жанрҙарҙы үҙ эсенә ала һәм халыҡ ижадының мөһим бер тармағын тәшкил итә. Ул халыҡ педагогикаһы менән тығыҙ бәйләнгән.
Шулай итеп, түбәндәге һығымтаға килдем. Мин был проблеманан сығыу юлын үҙемсә таптым. Төркөмдә балалар менән фольклор өлгөләренә таянып эшләйем. “Аҡбуҙат” журналын һәр башҡорт ғаиләһе алдырырға тейеш тигән маҡсат ҡуйғанмын.
Һәр кем ғаиләһендә милли ҡомарт­ҡыларҙы һаҡлаһа, балаһын халҡы рухында тәрбиәләһә, үҫтерһә, белем бирһә, тарихты өйрәтһә, башҡортса гәзит-журнал алдырһа, китаптар йыйһа, туған телебеҙ һаҡланыр, балалар ҙа иманлы булып үҫер, иншаллаһ!

Әлфиә ИЛЬЯСОВА,
“Әкиәт” балалар
баҡсаһы тәрбиәсеһе.


Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад