Ауыл депутаты10.10.2017
Ауыл депутатыҺәр ауылда – бәләкәйме, ҙурмы – төрлө проблемалар, көндәлек мәшәҡәттәр осрап ҡына тора. Уларҙың барыһын ауыл биләмәһе башлығы белеп тә, хәл итеп тә өлгөрмәй. Бындай осраҡта ауылдаштарына тәүге ярҙамды депутат йәки староста күрһәтә.

Өфө ауыл Советы депутаты Фаил Ниғәмәтов 1-се Мырҙа ауылында йәшәй. Ауылдаштары уға ҙур ышаныс күрһәтеп, депутат итеп һайлай һәм яңы­лышмай. Фаил Нәбиулла улы иңенә алған бурысын яуап­лы башҡара. Халыҡтың йәшәйешен ҡайғыртҡан, тыуған ауылының киләсәген уйлаған, ауыл­даш­тарының ышанысын аҡларға тырышҡан ир-азамат, төп эше­нән тыш, депутатлыҡ вазифаһын лайыҡлы атҡара.
Ауыл депутаты– Бәләкәй йортҡа ни кәрәк, олоһона шул кәрәк тигәндәй, беҙҙең ауыл төпкөлдә, район үҙәгенән алыҫ урынлашыуына ҡарамаҫтан, халыҡ матур йәшәргә тырыша. Беҙҙә уңған һәм берҙәм халыҡ йәшәй, шуға күрә проблемалар ҙа юҡ түгел. Ниһайәт, күптән борсоған мәсьә­ләләр аҡрынлап хәл ителә башланы. Былтыр урамдарға һыу үткәрелде, ауылдаштар был эштә әүҙем ҡатнашты, ҡулда­рынан килгәнсә бер-береһенә ярҙам итеп, һәр йортҡа һыу индерҙек. Был йәһәттән Өфө ауыл биләмәһе башлығы Олег Усатыйға ҙур рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең һәр башланғысты хуп­лап, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Ауыл депутаты өсөн төп сифаттарҙың береһе – ойоштороу һәләтелер. Был яҡтан да мырҙалар отолмаған, Фаил Ниғәмәтов халыҡ менән эшләй белә. Иң мөһиме – әйҙәүсеһе булғас, уны күтәреп алыусылары ла табыла. Әйткәндәй, йәмәғәте Лидиә ханым – уның уң ҡулы, ауыл мәҙәниәт йорто ойош­тороусыһы ла.
Күптән түгел ауыл халҡының тырышлығы менән “Башҡоҙоҡ” кәртәләп алынған, буялған. Ниндәй генә ҡоролоҡ йылдарында ла ҡоҙоҡтоң һыуы кәмемәй, ҡыш туңмай, ә һыуы шул тиклем таҙа һәм шифалы. Ауыл халҡы һыу үтмәгән саҡта тап ошо ҡоҙоҡтан ташыған, мал һуғарған, баҡса үҫтереү өсөн дә файҙаланған. Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, хатта сират тороп һыу алған осраҡтар ҙа булған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ауылдың һәр йортона һыу үткәрһәләр ҙә, олораҡ быуын әле булһа “Башҡоҙоҡ”тан һыу ташыуҙан туҡтамай. Ауылға килен төшһә, уның һыуын алмайынса туй үтмәй, ти Фаил Нәбиулла улы.
Хәйбулла районының берҙәм һәм дәррәү 1-се Мырҙа ауылы халҡы быйыл, урындағы баш­лан­ғыстарҙы хуплау програм­маһына ярашлы, ауыл урта­һында балалар майҙансығын төҙөү проектын яҡлаған һәм еңеп сыҡҡан. Ташландыҡ өй урынын өмө ярҙамында таҙар­тып, сүп-сарын түгеп, биләмәне әҙерләп тә ҡуйғандар. Бының өсөн ауыл халҡынан 150-шәр һум аҡса йыйылған, 10 меңде ауыл Советы биләмәһе, бер аҙ өлөштө бағыусылар бүлгән. Проекттың дөйөм күләме 282 мең һум тәшкил итә. Тиҙҙән бында балалар майҙансығын төҙөү эштәре башланасаҡ. Тимәк, балалар өсөн рәхәтләнеп уйнар­лыҡ, ә ауылға йәм һәм биҙәк өҫтәгән урын буласаҡ.
Тыуған ауылының барлыҡ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәллә­мәгән ауыл депутаты Фаил Ниғәмәтовҡа артабан да уңыштар юлдаш булһын.


Вернуться назад