Шәжәрәлә тарих сағыла10.10.2017
Шәжәрәлә тарих сағылаБаймаҡ районында үткән Башҡорт йәштәре йыйынында Кушнаренко райо­нынан килгән Файлас Муллағәлиев менән яҡындан танышырға насип итте. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Файлас Кәшби улы йыйында ойошторолған “Шәжәрә” конкурсында ҡатнашырға йөрьәт иткән. Ул ҡатыны Венера Ғабдрахманова-Муллағәлиеваның ырыу ағасын оҙаҡ йылдар дауамында бергәләшеп төҙөгән, бының өсөн төрлө архив материалдарын өйрәнгән.
– Баймаҡ яҡтарына тәүге килеүем түгел. Бынан күп йылдар элек, Илеш районында йәшәгән ваҡытта, Баймаҡ менән Илештең дуҫлығына арналған һабантуйҙа ҡатнаш­ҡайным. Баймаҡтарҙың дәртле, ихлас, ҡунаҡсыл булыуы һоҡландырҙы, уңғанлығы һәм эшсәнлеге хайран итте. Был юлы ла улар һынатманы. Шул тиклем ихлас ҡаршыланылар. Йәштәр өсөн генә түгел, ололарға ла бик фәһемле сара булды ул. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә үткән йыйында ата-бабаларыбыҙҙың тарихын, быуындарҙы барлау, уны йәш быуынға тапшырыу маҡсатында иғлан ителгән “Шәжәрә” конкурсында дипломға лайыҡ булдыҡ, – ти Файлас Муллағәлиев.
Халҡыбыҙҙың йылъяҙмаһын үтәгән шәжәрә конкурсында Ҡырмыҫҡалы районынан Миңлеғәле Шайморатовтың, баймаҡтарҙан Байым ишандың, Бикмәтовтарҙың шәжәрәләре төплө һәм тармаҡлы булыуы менән айырылып торҙо, Ғабдрахмановтарҙың шәжәрә ағасы иң тарихлы, йәғни ата-бабаларының бөтәһенең дә исем-шәрифе яҙылыуы, йәш быуындың улар хаҡында бик ентекле эҙләнеүҙәре, белеүҙәре менән иғтибарға лайыҡ.
Һуғыш осоро малайы Файлас Кәшби улы – заман менән йәнәш атлаған уҙамандарҙың береһе. Төрлө вазифалы урындарҙа эшләп, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Иң мөһиме – балаларына ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә ата-бабаларының шәжәрәһен өйрәтә, быуындар бәйләнешен лайыҡлы дауам итә.


Вернуться назад