Әсәй, тип әйтеүҙәре...10.10.2017
Әсәй, тип әйтеүҙәре...Әбйәлил районының Үрге Әбдрәш ауылынан Нәйлә менән Ирек Ибраһимовтарҙың бергә йәшәүҙәренә 25 йыл. Бикҡол ауылы ҡыҙы өләсәһенә ҡунаҡҡа килгәндә буласаҡ тормош иптәше менән таныша. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң сәстәрен сәскә бәйләй. Мөхәббәт емеше булып ҡыҙҙары Альмира донъяға килә.

Әле ул Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлап, магистратурала белем алыуын дауам итә. Хан һарайындай донъя­ла үҙҙәре генә тороп ҡалғас, Ибраһимовтар күңеленә тынғылыҡ тапмай. Ҡыҙҙарының һайлаған һөнәре буйынса тыуған ауылында эш юҡ, тимәк, ул ҡайтмаясаҡ. Ауыл китапханаһында эшләгән ха­нымдың көнө халыҡ менән мәж килеп үтһә, кис күңеленә урын таба алмай йонсой. Тимер юлда тир түккән Ирек Абрек улы ла буш ваҡытында ни эшләргә белмәй аптырай.
– Баланы тәрбиәгә алыу тураһында электән уйлап йөрөй инем, тик ни өсөндөр был хаҡта иремә әйтергә ҡыйманым, – ти Нәйлә Зөлфәр ҡыҙы. – Бер көн бар ҡыйыулығымды йыйҙым да уға әйтергә булдым. Иптәшем ҡарарымды бик тыныс ҡабул итте, үҙе лә күптән ошо уйҙы йөрөтөүе хаҡында белдерҙе. Артабан документтар юллай башланыҡ, үҙебеҙгә таяныс булыр тип малай алырға уйланыҡ. Балалар йортона барғас, ике бер туған ҡыҙҙарҙың булыуы хаҡында әйттеләр. Хәйер, улар дүрт бер туған апайлы-һеңлеле булып сыҡты.
Ибраһимовтарға бер юлы дүрт баланы алыу мөмкин булмай, оло апайҙарын Баймаҡ районынан килгән бер ғаилә опекаға ала. Ҡалған бәләкәстәрҙе улар үҙ ҡуйынына һыйындыра. Рәсилә менән Нәркәс яңы ғаиләгә тиҙ өйрәнә, апайҙары Альмира менән дә тиҙ уртаҡ тел табыла. Әйткәндәй, тәрбиәгә ҡыҙҙар алған ике ғаилә үҙ-ара аралашып йәшәй, туғандарҙы һәр саҡ осраштырып, тыуған көндәрен бергә үткәрә. “Үҙҙәренең бер туған булыуҙарын белеп үҫһен, осрашһындар, аралашһындар”, – тиҙәр.
Ибраһимовтарҙың опекаға ике ҡыҙ бала алыуын тәүҙә ауылдаштары шикләнеп ҡабул итә. Кемдер уларҙың был аҙымын хуплаһа, бәғзеләрҙең хатта “аҡса өсөн алғандарҙыр” тигән зәһәр һүҙе лә ишетелеп ҡуя. Шулай ҙа үҙ ҡарар­ҙарынан сигенмәй, киреһенсә, балаларға яҡшы тәрбиә менән бер рәттән ата-әсә һөйөүен дә йәлләмәй Нәйлә менән Ирек. Тәүге тапҡыр уларҙың “әсәй һәм атай” тигән һүҙҙәрен ишетеү уларҙың күҙҙәренә шатлыҡ йәше ағыҙһа, әле ҡыҙҙарҙың шат көлөүҙәре йорт эсен нурға күмә.
Етди аҙымға барғанығыҙға үкенгән саҡтар булманымы, тигән һорауға хужабикә: “Төрлө саҡтар булды, ҡыҙҙарҙы ҡосаҡлап, бергә илашҡан мәлдәр ҙә булды. Барыһын да күңел аша кисереп, йөрәк аша үткәрҙек. Әммә, бер ваҡытта ла үкенмәнек”, – тип яуап­ланы.
Йылылыҡ һәм ҡот бөркөлгән йортта ҡасандыр ғаилә йылы­һынан мәхрүм булған балалар ошо мөхиттә яҡлау һәм хәстәрлек тапҡан. Ҡыҙҙарҙың яңы тормош бүләк итеүселәргә “атай” һәм “әсәй” тип өндәшә икән, тимәк, улар быға лайыҡ. Халыҡ та бит юҡҡа ғына “тапҡан түгел, баҡҡан әсә” тип әйтмәйҙер. Иңдәренә оло яуаплылыҡ алған Ибраһимовтар һоҡланыуға ғына түгел, оло хөрмәт һәм ихтирамға лайыҡ.


Вернуться назад