Ҡояшлы ғүмер10.10.2017
Ҡояшлы ғүмерӘбйәлил ағинәйе – 87 йәшлек Рауза Кәримоваға ҡарап һис тә үҙ йәшен бирерлек түгел: инәйҙең хәтере шәп, күҙе үткер, зиһене яҡты. Тап ундайҙар хаҡында “ҡояшлы ғүмер” кисергән тиҙәр.
– Нисә йәш тулғанын да белмәйем, иҫәптән яҙҙым, – тип шаяртырға ярата ул ҡыҙҙарына.
Йөҙөнән нур балҡыған инәйҙең тормошто һөйөүен, шаян һәм дәртле булыуын төҫмөрләүе ҡыйын түгел. Ғүмер ебен һүткән саҡта Рауза Муллағол ҡыҙы үҙе күргән ауырлыҡтарҙы ла, заман михнәттәрен дә йылмайып бәйән итә. Ҡайһы берәүҙәр кеүек зарланмай ул. Киреһенсә, шул осорҙоң тик яҡшы яҡтарын һөйләргә тырыша.
– Сығышым менән Баймаҡ районының Төркмән ауылынанмын, Әбдрәшкә 17 йә­шемдә килен булып төштөм – Ғәлимйән Кәримовҡа кейәүгә сыҡтым, – тип һүҙ башланы әңгәмәсем. – Тәүҙә “Буденный” колхозында, аҙаҡ ул “Урал” совхозы итеп үҙгәртелгәс, шунда төрлө эште башҡар­ҙым. Бигерәк тә сөгөлдөр утау ауырға тура килде, балаларҙы кейендерергә аҡса булыр, тип әллә күпме гектар сөгөлдөр алыныр ине. Иптәшем Ғәлимйән Ғиниәт улы ғүмере буйы алдынғы механизатор булды. Тырыш хеҙмәте өсөн “Ленин” ордены, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Тормош иптәше менән 44 йыл бәхетле ғүмер кисерә. Һигеҙ балаға ғүмер бирәләр. Бөгөн Рауза инәй биш ҡыҙы һәм бер улы янында бәхетле ҡартлығын кисерә. “Үҙем яңғыҙ йәшәһәм дә, өйҙә тик ултырмайым. Йә бер балама барып ҡаҙ бәпкәләре ҡарашам, йә икенсеһенең баҡсаһын ҡарайым”, – тип йылмая ул. Беҙ ҙә уны кесе ҡыҙы Гөлнараһына килгән мәлендә тап иттек.
Рауза Кәримованың тормош юлы балаларына күркәм өлгө булырлыҡ. Ҡәйнәһе Нәғимә инәй менән 48 йыл бергә йәшәй, улы вафатынан да уны ташламай, бергәләшеп донъя көтә. “Ҡәйнәм менән шул тиклем татыу йәшәнек. Балаларымды тәрбиәләүҙә уның өлөшө баһалап бөт­көһөҙ, башҡорт йолаларына нигеҙләнеп, ҡыҙҙарымды кейәүгә бирҙе, улдарыбыҙға килен алды. Йорт тотҡаһы ғына түгел, өй биҙәге лә ине ул. Өләсәйҙәре менән беҙҙең мөнәсәбәтте үҙ күҙҙәре менән күреп үҫкән балалар ҙа ҡәйнәләренә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә, ихтирамлы”, – тип ғүмер ебен таратты Рауза Муллағол ҡыҙы.
Туҡһанға артылып барһа ла, һис тә бошоноп ултырмай ул: дин юлына баҫып, байтаҡ йылдар ураҙа тота, изге намаҙ ғәмәлдәрен ҡалдырмай. Үҙҙәренә уҡыу эләкмәгәнгә күрә, балаларын уҡытырға тырыша Кәримовтар. Әле барыһының да үҙ донъяһы бар, иң оло ҡыҙы Рәсимәгә 64 йәш булһа, кесеһе лә апайҙарынан ҡалышмай. Үҙҙәре әйтмешләй, “улар артына баҫып килә”. Бәхетле өләсәйҙең 22 ейән-ейәнсәре, 37 бүлә-бүләсәһе бар. Салауат ейәненең ҡыҙы Рианаға яңыраҡ ҡына йәш ярым тулған, яратҡан өләсәйҙәре бүләсәһен барып ҡотларға ла өлгөргән.
– Әсәйебеҙ – беҙҙең йорт йәме, – тип һүҙгә ҡушылды ҡыҙы Римма. – Уны балаларын бергә туплаусы, үҙенең ҡанаты аҫтына алыусы инә ҡошҡа ла оҡшатып ҡуям. Кемдә ниндәй проблема йәки берәй байрам булһа, әсәйебеҙ беҙгә үҙенең күстәнәстәре, аҡыллы кәңәштәре менән килеп етә, ярҙам итә, фәһемле һүҙҙәрен әйтә. Ул булғанда йәшәүе лә күңелле, тормошобоҙ ҙа түңәрәк, табыныбыҙ ҙа мөбәрәк.
Үҙе лә ҡояштай балҡып, тирә-яҡҡа нур өләшеп ултырған Рауза инәй Кәримованан беҙ ҙә күңелдәребеҙгә ҡояш йылыһы алып сыҡҡандай булдыҡ. Артабан да балаларығыҙ янында ҡәҙер-хөрмәткә күмелеп, оҙаҡ йылдар бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.


Вернуться назад