“Ғафури һәм Архангел райондары араһында Мағаш исемле бик матур бер тау бар. Уның итәгенән Еҙем тип аталған һоҡланғыс йылға аға. Ошо тау аҫтында, Еҙем буйында, Ибраһим ауылы урынлашҡан. Шунда 1913 йылда бер малай тыуған. Уға Шакир тип исем ҡушҡандар”, – тип яҙа үҙенең тормош юлы хаҡында яҙыусы Шакир Насиров. Үкенескә ҡаршы, әҙиптең ғүмере ҡыҫҡа була, 1968 йылда ни бары 55 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Әммә халҡы, яҡташтары күңелендә үҙенең мауыҡтырғыс, фәһемле әҫәрҙәре менән йәшәүен дауам итә яҙыусы. Ошо көндәрҙә Ғафури районы уҡыусылары араһында Шакир Насиров исемендәге ижади бәйге уҙғарылыуы – быға асыҡ дәлил.
Конкурста еңеүселәр, уҡытыусылар, йәнә бер төркөм ҡунаҡтар Еҙем-Ҡаран мәктәбенә йыйылды, сөнки Ибраһим ошо ауыл биләмәһенә ҡарай. Белем усағында яҙыусының ижадына һәм тормош юлына арнап бай күргәҙмә ойошторолған, китаптары, матбуғатта уның хаҡында баҫылған иҫтәлектәр, тәнҡит мәҡәләләре урын алған. Мәктәп директоры Фирүзә Хөрмәт ҡыҙы ла тыумышы менән Ибраһимдан. “Бәләкәй саҡтан уҡ беҙҙән яҙыусы сығыуы менән ғорурланып йәшәнем, уның әҫәрҙәрен мауығып уҡый торғайным, – тине ул, күргәҙмә менән таныштырып. – Хәйер, бер мин генә түгел, барлыҡ Ибраһим халҡы үҙенең аҫыл улын хөрмәт итә, йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Яҡындан белгән, аралашҡан кешеләр уның ябайлығы, тапҡыр һүҙле булыуы хаҡында һөйләй. Үкенескә ҡаршы, әлегә ҡәҙәр яҡташыбыҙға тейешле хөрмәт күрһәтелмәй кеүек. Мәҫәлән, барлыҡ яҙыусыларға ла тиерлек музейҙар бар, ә ни өсөн Шакир Насировҡа юҡ? Быны мин башламаһам, кем хәстәрләр тигән маҡсаттан ошо эшкә тотонорға булдым. Район буйлап яҡташыбыҙҙың бер нисә китабын көскә таптыҡ. Башҡортостан “Китап” нәшриәте киләсәктә әҙиптең китабын ҡайтанан нәшер итеүҙе хәстәрләһә ине. Ә бит уның хикәйәләре шундай уҡымлы, тормоштағы ябай ғына ваҡиғаларҙы ла тотоп алып, фәһемле хикәйәләр, пьесалар ижад иткән. Киләсәктә дөйөм көс менән музей ҙа барлыҡҡа килер, тип өмөтләнәбеҙ, әммә ҡомартҡы булырҙай әйберҙәр күп түгел. Шуға ла яҙыусы хаҡында иҫтәлектәрен, китаптарын беҙгә ебәрһәләр, ҙур ярҙам булыр ине”.
Шакирҙың атаһы иртә вафат булып, дүрт малайҙы әсәһе яңғыҙы тәрбиәләй. “Тормош юлынан” тигән хәтирәләрендә яҙыусы аслыҡ йылдарын, мәктәп осорон иҫләп яҙа. Тәүге уҡытыусыһы Мөкәрәмә апайҙы йылы һүҙҙәр менән хәтергә ала. Ул йылдарға хас булыуынса, уҡытыусылар йыш алмашынып тора. Бер көҙ миҙгелендә Әхтәм Басариев тигән уҡытыусы килә. Тап ошо ағай Шакир Насировта уҡыуға ҡыҙыҡһыныу һәм ынтылыш уята. Бер нисә малайҙы һәм уны Оло Үтәшкә Крәҫтиән йәштәре мәктәбенә ебәрә. Үтәштән һуң – Маҡар. Унда урыҫ теле уҡытыусыһы Куприянов уларға әҙәбиәт донъяһын аса, Ғабдулла Туҡай, Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый кеүек яҙыусыларҙың ижады менән таныштыра.
Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңһылыу Мирхәйҙәрова яҙыусының тормош һәм ижад юлы хаҡында һөйләне. Йәш егеттең әҙәбиәткә килеүе Өфөләге промэк техникумында уҡыған осорҙа башлана. Ул “Башҡортостан” (“Ҡыҙыл Башҡортостан”) гәзитенең әүҙем хәбәрсеһенә әүерелә. Бер нисә йылдан егет ошо редакцияла хеҙмәт юлын башлай. Тәүҙә әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире була. Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң да яратҡан эшен дауам итә. Бөйөк Ватан һуғышында “Ҡыҙыл атлылар” фронт гәзитенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын башҡара. 1954 йылда “Хикәйәләр” тигән тәүге китабы донъя күрә. Унан бер-бер артлы “Туй алдынан”, “Серле ҡая”, “Ике егет” тигән китаптары баҫыла.
Сарала яҙыусының ауылдашы, барлыҡ ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған мәғариф ветераны Фатима Сафина үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
– Шакир ағай ихлас, алсаҡ кеше булды. Халыҡ менән аралашырға яратты. Ҡатыны, ҡыҙҙары Шәүрә, Зөһрә, Гөлназ менән йыш ҡайтты, – тип башланы хәтирәһен ул. – Ауылдың тәбиғәтенә һоҡланып ҡарап торор ине. “Аслыҡ йылдарында беҙҙе Мағаш тауы, Еҙем йылғаһы ҡотҡарҙы. Урманда йүкә һыҙырып, унан сабата үреп, аяҡ кейеме хәстәрләнек, һыуҙан балыҡ тотоп, тамаҡ туйҙырҙыҡ. Рәхмәт һеҙгә”, – тип әйтер булды. Бер мәл ул үҙе менән бергә Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбайҙы ла ҡунаҡҡа алып килде. Беҙ уларҙы, яҙыусылар ошолай була икән, тип ҡыҙыҡһынып күҙәтә инек. 1960 йылда мин унынсы класты тамамланым. Ҡайҙалыр китеп барғанда юлымда Шакир ағай тап булды. Байтаҡ һөйләшеп барҙыҡ. Ул уй-хыялдарым менән ҡыҙыҡһынды ла: “Һеңлем, уҡырға кәрәк”, – тине.
Һуңынан Фатима апай барыбыҙ ҙа Фәриҙә Ҡудашева башҡарыуында яратып тыңлаған “Почтальон” йырын башҡарҙы. Баҡһаң, был йырҙы “Шайморатов генерал” пьесаһына Шакир Насиров махсус яҙған икән.
Бына барыһы ла түҙемһеҙләнеп көткән минуттар етте. Һүҙҙе район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Альбина Басирова алды.
– Иншалар бик матур, фекерле итеп яҙылған, – тип башланы ул сығышын. – Күренеп тора, мәктәптәрҙә Шакир Насировтың ижадын өйрәнеүгә етди көс һалына. Ул шулай булырға тейеш тә. Йәш быуын билдәле яҡташтарыбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләнергә тейеш.
Конкурс ике төркөмдә – урта һәм өлкән класс уҡыусылары – уҙғарылған. Башҡорт мәктәптәре араһында тәүге урындарҙы Айназ Рафиҡов, Алһыу Ҡоломбәтова, Юлдаш Байбулдин, Гүзәлиә Мәүлитҡолова, Лилиә Әбелғатина, Ильвина Мөхәмәтйәнова алһа, урыҫ мәктәптәренән Зөлфирә Шәйәхмәтова, Юлиә Рамаҙанова, Индира Иҙрисоваға бирелде. Гран-при хужаһы булып Динара Насирова билдәләнде.
Киләсәктә ошондай ижади бәйгеләрҙе даими уҙғарырға ниәтләнә ғафуриҙар.
Ғафури районы.