“Тамыр” менән бергә үҫәбеҙ!14.04.2012
“Тамыр” менән бергә үҫәбеҙ!Ҡәҙерле бәләкәстәр! Белеүегеҙсә, һеҙ яратҡан “Тамыр”ға 20 йыл тулды. Ҙур үҫте, эйе бит?
Ана, тәүге “Сәңгелдәк”тең хужалары нисек ҙурайған! “Тамыры — “Тамыр”ҙа” тигән тапшырыуҙы ҡарап, аптырағанһығыҙҙыр ҙа, ҡыуанғанһығыҙҙыр ҙа. Зөлхизә, Лиана, Шәүрә — хәҙер инде буй еткергән апайҙар. Ә Айгөл менән Флүзә әсәй ҙә икән. Малайҙар ҙа егет булған. Ильяс армияла хеҙмәт итә, ти. Тотош бер тарих!
Кемдәр генә тәбрикләмәй “Тамыр”ҙы тыуған көнө менән — “Карусель”, “Детский”, “Балапан”, төрлө төбәк каналдары, Рәсәйҙең билдәле сәнғәт, телевидение эшмәкәрҙәре. Был ҡотлауҙарҙы БЮТ, “Тамыр” каналдарында күрерһегеҙ.
17-18 апрелдә иһә Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында ҙур байрам буласаҡ. Яратҡан телеканалыбыҙ тыуған көнөнә күп итеп ҡунаҡ саҡырған. Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Сочиҙан, Ырымбурҙан, Татарстандан, Ҡаҙағстандан, Украинанан киләсәктәр. Ҡунаҡтарҙың араһында “Класс!” телекомпанияһының директоры Людмила Зайцева ла бар.
Байрамда “Тамыр”ҙан юл алған Зөлхизә Илбәкова, Марсель Ҡотоев, Гөлсөм Бикбулатова, Руслан Фаршатов, Гөлнур Ҡарабулатова, Шәүрә Сәғитова, Искәндәр Ханнанов, Лиана Хәбибуллина, төрлө йыр, бейеү төркөмдәре ҡатнаша. Һәм, әлбиттә, тамашаны “Тамыр” йыр студияһы үҙ сығыштары менән биҙәйәсәк. “Тамыр” менән бергә үҫәбеҙ!” тип йырлаясаҡ улар.


Вернуться назад