Китабымдың сираттағы геройы тураһындағы һүҙҙе Якутов исемендәге паркта булған хәлдән башларға булдым.
Бынан ике-өс йыл элек тышта һауа һулап йөрөйөм. Көтмәгәндә кемдер туҡтатты. Ҡаршымда оҙон буйлы, тура кәүҙәле, аҡһыл асыҡ йөҙлө алтмыш йәштәрҙәге кеше баҫып тора. Ул – 1966 йылда Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатын тамамлаған Мәжит Солтанов. Мине шунда уҡ таныны, ә мин уны онотҡанмын. Ни тиһәң дә, ярты быуат самаһы ваҡыт үтеп киткән бит. Ошо көндән бирле уның менән яҡындан танышып киттек, даими аралашабыҙ. Етмәһә, Мәжит менән райондаш булып сыҡтыҡ. Бай һәм үҙенсәлекле тормош юлы үткән шәхес ул. Атаһы Моталлап ағай 1943 йылда үҙе теләп фронтҡа киткән, әммә яраланғас, ауылына оҙатҡандар. Һауығыу менән яңынан фронтҡа алынған. Яугир тыуған яғына Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас ҡына әйләнеп ҡайта. Был юлы инде батырҙың күкрәгендә биш дәүләт наградаһы балҡый.
1947 йылда Солтановтар ғаиләһендә ҙур ваҡиға теркәлә – сабый донъяға килә, Мәжит тип исем ҡушалар. Тиҙҙән ғаиләлә тағы биш бала тыуа.
Мәжит башланғыс мәктәпкә уҡырға бара, уны тик “бишле” билдәләренә генә тамамлай. Бишенсе кластан алып ете саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Иҫке Ҡобай ауылына йөрөп белем ала. Уҡыуы яҡшы бара. Һәләтле малайҙы ата-әсәһе Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатына бирә. Ул йылдарҙа бында ифрат көслө уҡытыусылар коллективы эшләй. Әңгәмәсем бөгөн дә Мөкәрәмә Байгилдинаны, Мәхтүмә Яхинаны, Мәйсәрә Әхтәмованы, Сажиҙә Зайлалованы, Әнүәр Әсфәндиәровты, тәрбиәселәр Кәшфи Мөхәмәтйәновты һәм Ләлә Юлдашбаеваны һағынып иҫкә ала.
Көтмәгәндә Солтановтар ғаиләһе ҙур ҡайғы кисерә, һуғышта алған яраларынан 36 ғына йәшендә Моталлап ағай донъя ҡуя. Бер нисә йылдан үҫмер мәктәпте уңышлы тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты ала. Тырыш егеттең алдында артабан уҡыуҙы ҡайҙа дауам итеү мәсьәләһе килеп баҫа. Пландары аҙ булмағандыр, әлбиттә, ләкин бәләкәйҙән уның күңелендә осоусы булыу хыялы йәшәй. “Алдында ултырғанда, олатайым миңә “Һин киләсәктә осоусы булырға тейешһең”, тине”, – тип хәтирәләргә бирелә ул. Олатаһы ни өсөн үҙенең ейәненә шулай тигәнен һаман да аңламай.
Бер ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиға теркәлгән. Мәжит мәктәптә уҡып йөрөгәндә уның тәрбиәсеһе Ләлә Юлдашбаева уҡыусыларын Матросов паркын күрһәтергә алып бара. Унда башҡа аттракциондар менән бер рәттән парашюттан да һикереүҙе ойошторғандар. Үҫмер дәртләнеп китә, парашюттан һикереү теләген белдерә. Парашют менән төшөп килгәндә ҡапыл парашют һауала аҫылына. Баҡтиһәң, малайҙың тән ауырлығы етмәгән булған. Штаттан тыш хәл килеп тыуа. Байрамды ойоштороусылар борсола башлай. Шул саҡ көтмәгәндә парашют түбәнгә йүнәлә...
Мәктәпте тамамлағас, егет ошо хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Армавир хәрби осоусылар училищеһына барырға була, әммә медицина комиссияһын үтә алмай. Бынан һуң ул Өфө авиация институтында ла күпмелер уҡый, уға Мәскәү дәүләт архитектура институтына ла йүнәлтмә биреп ҡарайҙар, ләкин егет юғарыға ынтыла. Теләген тормошҡа ашырыу өсөн Өфө аэроклубына йөрөй, унда алған дәрестәр киләсәктә ҙур роль уйнай. Аэроклубҡа урынлашырға уға ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы, яҡташыбыҙ Муса Гәрәев ярҙам итә. Бында ул яңы самолеттарҙа оса, теорияһын һәм осоу тактикаһын үҙләштерә. Былар уға һуңынан авиация училищеһына бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ инергә ярҙам итә. 1970 йылда Мәжит Солтанов Боғорослан осоусылар училищеһын уңышлы тамамлай һәм профессиональ пилот сифатында туған республикаһына ҡайта – Өфө берләшкән авиаотрядында эшләй башлай.
1973 йылда иһә ул АН-2 самолеты командиры вазифаһын үтәй. Бер үк ваҡытта үҙенең квалификацияһын камиллаштырыуҙы дауам итә – Кировоград юғары осоу-әҙерлек мәктәбен уңышлы тамамлай, артабан АН-24 самолетында оса, башта – икенсе пилот, һуңынан карап командиры булып китә. Тиҙҙән уға беренсе класлы осоусы (пилот) исеме бирелә.
– Советтар Союзын арҡырыға-буйға осоп сыҡтым, булмаған ҡала ҡалмағандыр, бөтәһен бергә ҡушһаң, 16 500 сәғәткә етер, — ти һауа “солтаны” Мәжит Солтанов.
1997 йылда ғына ул осоуҙан туҡтай. 27 йыл аварияһыҙ оса. Сәләмәтлеге ҡаҡшамаһа, тағы ла һауа диңгеҙендә йөҙөр ҙә йөҙөр ине. Ул һәр саҡ беренселәр рәтендә була, социалистик ярыштарҙа еңә, хеҙмәт ветераны, Өфө берләшкән авиаотрядының Почет кенәгәһенә индерелгән уның исеме, “Аварияһыҙ осоу” һәм “Граждан авиацияһына — 75 йыл!” исемле значоктар һәм бик күп Почет грамоталары менән бүләкләнгән. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Уның хеҙмәт стажы – 80 йыл. Осоусыларҙың бер йылы бер нисә йылға иҫәпләнә бит.
Мәжит Солтановтың татыу ғаиләһе бар, тормош иптәше Наилә ғүмер буйы шәфҡәт туташы булып эшләне.
Мәжит йәш күренә, үҙен көр тоя. Бының сәбәбен ошолай аңлата.
– Миңә өс тиҫтә йыл самаһы ваҡыт һауала осорға насип итте, һөнәрем үтә лә хәүефле ине, үҙ ғүмерең генә түгел, ә пассажирҙар өсөн дә яуап бирәһең, — тине ул.
Уның фекере менән килешмәй булмай. Шуғалыр ҙа уға үҙенең физик сәләмәтлеген нығытыу өҫтөндә даими эшләргә тура килгән. Уның бөгөн дә, мәҫәлән, бильярд менән шөғөлләнеүе лә ошонан киләлер. Мәжиттең сәләмәт тормош алып барыуын да оноторға ярамай, ул бер ваҡытта ла тәмәке тартмаған, ауыҙына спиртлы эсемлектәр алмаған. Был яҡтан башҡаларға һәр саҡ өлгө.
Мәжиттең тағы бер күркәм һыҙатына туҡталғы килә. Ул бик көслө кеше. Милли рухы ташып тора. Халҡының яҙмышы, туған теле, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы уны ныҡ борсой, төрлө мәсьәләләр менән янып йәшәй.
Алина исемле матур ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, ул мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла “бишле” билдәләренә генә уҡый, банк хеҙмәткәре, йәмәғәте менән бөгөн Мәскәүҙә йәшәй. Мәжит матур кешелек сифаттарына эйә, уның эшендә, ғаиләһендә башҡаларға тауыш күтәргәнен күрмәҫһең, кешеләр менән ихлас аралаша, һәр кемгә оло ихтирам менән ҡарай, иғтибарлы. Шуғалыр ҙа бөгөн дә уны элек эшләгән коллективы хөрмәт итә, онотмай. Был ғаиләнән килә, уны күп балалы ғаиләлә ата-әсәһе ошолай тәрбиәләгән.
Хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, Мәжиттең тормошо хәҙер ҙә ҡыҙыҡлы, ул иптәштәре, дуҫтары, нәҫел-нәсәбе, класташтары менән даими аралашып йәшәй, килгән ҡунаҡтарына үҙенең шәхси китапханаһын ғорурланып күрһәтә, унда автографлылары бихисап, улар – республиканың танылған шәхестәре.
Өфө ҡалаһы.