Күктән торна моңо, ағастарҙан Алтын төшөп ергә һибелә...10.10.2017
Күктән торна моңо, ағастарҙан Алтын төшөп ергә һибелә...Республика етәкселеге өлкән йәштәгеләрҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Матди ярҙам да күрһәтелә, рухи аҙыҡтан да өҙмәйҙәр. Ҡартлыҡ булһын шатлыҡ, тиһәләр ҙә, ҡайһы берәүҙәр төрлө сәбәптәр арҡаһында социаль приюттарҙа ғүмер йомғағын һүтә. Ғәҙәттә, приют тиһәләр, йыуылмаған иҙән, керле түшәк күҙ алдына баҫыусан. Заман башҡа – заң башҡа, тибеҙ. Хәҙер һис тә улай түгел, бында һәр кем үҙен өйҙәгенән һис кенә лә кәм хис итмәй. Һәр хәлдә, таҙалыҡ-тәртип булһын өсөн хеҙмәткәрҙәр ҙур тырышлыҡ һала.

Октябрьский ҡалаһында ойошторолған “Ҡартлыҡ бөтөнләй юҡ!” тигән республика мәҙәни-спорт фестиваленә төрлө тарафтарҙан конкурсанттар ағылды. Йәмғеһе ике тиҫтә ойошманан 150-гә яҡын кеше ҡатнашты. Йырсы, шағир Булат Еникеев әйтеүенсә, бындай саралар йышыраҡ ойошторолһон, бигерәк тә мәҙәниәткә урын киңерәк бирелһен ине.
– Республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында йәшәргә тура килде, – ти тыумышы менән Баймаҡ районының 2-се Моҡас ауылынан Булат Һиҙиәт улы. – Белоретта саҡта күберәк тәбиғәт тураһында шиғырҙар яҙҙым, йырҙар ижад иттем. Ул шулай булырға тейеш ине лә. Ағиҙел йылғаһы, Ирәмәл тауы янында ғүмер итеп тә ҡулға ҡәләм алмауҙы ҡосағыңа килеп ингән байлыҡтан баш тартыу тип аңлайым. Ә тыуған яғым Баймаҡ тураһында телгә алыу артыҡ. Ғөмүмән, республика­быҙҙың тәбиғәте күптәрҙе һоҡландыра, хатта көнләштерә.
Булат ағай байтаҡ ваҡыт Бәләбәй ҡала­һында йәшәгәндә лә ижадтан айырылманы. Йырҙар яҙҙы, китаптар сығарҙы. Улай ғына ла түгел, төбәктә уҙғарылған һәр байрамда ҡатнашып, уға йәм өҫтәү һәм төрләндереү йәһәтенән күп эш башҡарҙы тиһәм, һис кенә лә арттырыу түгел был. Өҫтәүенә милләттәш­тәребеҙҙе бергә туплау тәңгәлендә лә ең һыҙғанғайны. “Аҡмулла” милли үҙәкте ойоштороу, ҡалала башҡорт гимназияһын асыу һәм бүтән хәстәрҙәр менән яныуы – шуға асыҡ миҫал.
Булат Еникеев әлеге конкурста баянда уйнағанда айырыуса ҡатын-ҡыҙ күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы, ә ҡурайҙа һыҙҙыртып барыһын да бейетте.
Әңгәмәсем белдереүенсә, һәр төрлө бәйгеләр үтә лә китә, унан алған тәьҫораттар күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡлана, был көндә күптәр менән бәйләнештәр булдыраһың, аҙаҡтан аралашып йәшәү илһамландыра, алға әйҙәй.
Булат Еникеев һүҙен күренекле шағир Тимер Арсландың
Күктән торна моңо, ағастарҙан
Алтын төшөп ергә һибелә,
Шулай килһә ярар ине тимен
Минең ғүмеремдең көҙө лә...
– тигән шиғыры менән тамамланы.



Вернуться назад