Башҡорт егеттәре ҡайҙа ла һынатмай! Мәҫәлән, Денис Шафиҡов, Эльбрус Ниғмәтуллин, Хәбир менән Сабир Сөләймәновтар һәм башҡаларҙың исеме сит ҡитғаларға ла билдәле. Сибәрҙәр шикелле, ҡыйыуҙар ҙа төпкөлдән сыға, тиҙәр. Хәйбулла районының Иләҫ ауылында тыуып үҫкән Айгиз Ҡоләхмәтов тураһында ла шулай әйтергә мөмкин.
...Айгиз Тымыҡ океан флотында контракт буйынса хеҙмәт итә. Атом һыу аҫты крейсерының ракета шахтаһында буяу ише мәшәҡәтле эштәр менән булышҡанда ике маляр ҡатын иҫен юғалта. Был осраҡта ни эшләргә? Ҡот осҡос хәбәрҙе ишетеү менән матрос Айгиз Ҡоләхмәтов ике уйламай түбәнгә ҡарай оса. Ә егерме метр тәрәнлектәге шахтала тын алғыһыҙ, зарарланыу ике-өс тапҡырға артыҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яҡташыбыҙ башынан противогазды сисеп, иҙәндә тәгәрәшеп ятҡан был икәүгә алмаш-тилмәш кейҙереп, аяҡҡа баҫтыра һәм икеһен дә юғарыға алып сыға.
Айгиз Дим улы һөйләүенсә, кемдеңдер яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалғанда, икеләнеү кеүек тойғолар артҡа сигенә, бындай ҡыйыулыҡ уға атаһынан күскән.
Әйткәндәй, үткән быуаттың 90-сы йылдарында “Дәрүиш-хан” легендар башҡорт рок төркөмөнөң етәксеһе Дим Мәннәнде барыһы ла хәтерләйҙер. Уны күптәр төрлө изге башланғыстарға юл күрһәтеүсе тип белде, лидер итеп таныныҡ, сиселмәҫтәй тойолған мәсьәләләрҙе лә еңел генә йырып сыҡты. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй тигәндәре шулдыр. Бына ҡайһылай батыр ул үҫтергән йырсы. Һоҡланырға ғына ҡала!
Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә егет “Үлеп барыусыны ҡотҡарыусы” миҙалы менән наградлана. Күптән түгел Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу “Рәсәй Армияһы” фестиваль-конкурсы еңеүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. “Ҡыйыулыҡ һәм намыҫ” номинацияһында еңеүсе тип табылды яҡташыбыҙ.
Айгиз – ябай ауыл малайы. Урта мәктәпте тамамлағас, газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә.