Гәзит тәртипкә өйрәтә14.04.2012
Гәзит тәртипкә өйрәтә“Әсәм теле миңә — сәсән теле, —
Унан башҡа минең халҡым юҡ”, — тип яҙған бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов. Ул телебеҙҙең һағында торған.
Минең дә телебеҙҙе, кешеләрҙе һаҡлағым килә. Берәү ҙә ауырымаһын, ҡайғырмаһын ине. “Бының өсөн бер-береңде ихтирам итергә, дуҫ булырға кәрәк”, — ти әсәйем менән атайым. Өйөбөҙгә килгән “Башҡортостан” гәзите лә татыулыҡҡа, әҙәплелеккә өйрәтә. Уны атайым, әсәйем, һеңлем — барыбыҙ ҙа көтөп алабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. Тиңдәштәрем ижад иткән шиғырҙарҙы, хикәйәләрҙе ҡарап барам. Уларға бейеүсе, төҙөүсе, архитектор һәм башҡа һөнәрҙәр оҡшай икән. Ә минең полиция хеҙмәткәре булғым килә. Ул — көслө, ғәҙел, ярҙамсыл. Тәртип ярата. Кешеләрҙе көнө-төнө һаҡлай. Мин дә шундай булырмын. Берәүҙе лә рәнйеттермәм.
Шайморат АБДУЛЛИН,
Юлдыбай мәктәбе уҡыусыһы.
Йылайыр районы.


Вернуться назад