Учалыла “Ҡала мөхите” федераль проектына ярашлы төҙөкләндерелгән ихата майҙансыҡтарын асыу тантанаһы булды. “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” муниципаль программаһы төбәктә быйыл яҙ тормошҡа ашырыла башлағайны. Апрель-май айҙарында күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән халыҡтың идарасы компаниялар вәкилдәре, депутаттар корпусы менән дөйөм йыйылышы үткәрелде.Йәмәғәтселек тарафынан тикшереү йомғаҡтары, халыҡтың тәҡдимдәре нигеҙендә программаға индереү өсөн эштәр исемлеге раҫланды. Унда балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, автомобиль туҡталҡаларын, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн юлдарҙы, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйыу индерелде. Биш ихатаны төҙөкләндереүгә федераль һәм республика бюджеттарынан 14,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Ошо тәҡдимдәрҙең барыһын да тормошҡа ашырыуҙың тағы ла бер мөһим шарты — проект хаҡының биш процентын торлаҡ милекселәре тарафынан финанслау. Ул 729 мең һум тәшкил итте.
Июндә подряд ойошмаларын һайлау буйынса сауҙалашыу үткәрелде. Тиҙҙән Учалы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, Силәбенән “Жилдорпром”, Өфөнән “Балалар майҙансыҡтары” предприятиелары эшкә тотондо. Подрядсылар квартал биләмәләрендәге юлдарҙы киңәйтте, автомобиль ҡуйыу урындарын арттырҙы, спорт һәм балалар уйын ҡорамалдарын урынлаштырҙы, ихаталарҙы төҙөкләндерҙе. Һәр ерҙә “Кураж” тип аталған спорт комплекстары, халыҡтың хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгән төркөмдәре өсөн платформалар барлыҡҡа килде.
Тантанаға йыйылған халыҡты район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ҡотланы. Ул әүҙемлек һәм инициатива күрһәткән, проектҡа ышанған һәм ярҙам күрһәткән өсөн йорттарҙа йәшәгән кешеләргә рәхмәт әйтте.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рим Ғабдуллин тәбрикләне. Ул ихата биләмәләрен төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан өсөн күп фатирлы йорттар вәкилдәренә, финанс ярҙамы күрһәткән өсөн предприятиелар етәкселәренә һәм эшҡыуарҙарға “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Учалы ҡалаһы башлығы Ильяс Килмөхәмәтов яңы ҡаласыҡтарҙы һаҡларға, уларҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнашырға саҡырҙы.
Был көндә объекттарҙы асыу тантаналары балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә берләштерҙе. Улар бәйгеләрҙә, спорт уйындарында, Учалы филармонияһы артистары, ҡала мәктәптәре уҡыусылары һәм ижад йортонда шөғөлләнеүселәр, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр әҙерләгән күңел асыу программаһында ҡатнашты.
“Ҡала мөхите” проектына ярашлы, Учалылағы мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереүгә тағы ла 6,9 миллион һум аҡса бүленде. Бында заманса скейт-парк барлыҡҡа килде. Тиҙҙән өр-яңы аттракцион асыласаҡ, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн эскәмйәләр ҡуйыласаҡ.
Әле 2018 – 2022 йылдарға иҫәпләнгән өҫтөнлөклө партия проектының икенсе этабын тормошҡа ашырыу көтөлә. Муниципалитет хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был проект та бер нисә ауылда ғәмәлгә ашырыласаҡ.