Алма, беш, ауыҙыма төш, тип ятмайҙар06.10.2017
Алма, беш, ауыҙыма төш, тип ятмайҙар Хәйбулла районы республика буйынса урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында иң әүҙем ҡатнашыусылар рәтендә. Дүртенсе йыл рәттән, ошо программаға ярашлы, һәр ауыл биләмәһе конкурста ҡатнаша, әммә иң әүҙем һәм берҙәмдәр генә үҙҙәре һайлаған проектты уңышлы яҡлай. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының һөҙөмтәле булыуын хәҙер халыҡ үҙе лә аңланы.


Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева әйтеүенсә, был программа эшләй башлағандан бирле ситтә ҡалғандары юҡ. Әйткәндәй, районда тәүгеләрҙән булып проекттың тормошҡа ашыуына ла улар тос өлөш индерҙе.
– Был программаға ҡушылып, еңеп сығыуыбыҙҙан халыҡ шул тиклем ҡәнәғәт. Әгәр тәүҙәрәк кемдер һәр йорттан 500-әр һум аҡса йыйыуға ризаһыҙлыҡ белдерһә йәки бөтөнләй биреүҙән баш тартһа, бөгөн күптәре үҙҙәре үк килеп тапшыра, сөнки һөҙөмтәһе – күҙ алдында.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәлде ремонтлау менән аукционда еңеп сыҡҡан “Аҡъяр коммуналь хужалығы” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәте (етәксеһе Ю. Әбдрәхимов) эшселәре шөғөлләнде. Һәйкәлдең нигеҙе 30 сантиметрға күтәрелде, плитәләре алмаштырылды. Ауыл советынан һуғышҡа киткән яугирҙәрҙең исем-шәрифе ҡайтанан тулыланған вариантта уйып яҙылды. Шулай уҡ айырым граниттан эшләнгән плитәлә Бөйөк Ватан һуғышынан еңеү менән ҡайтҡан ауылдаштарҙың да исем-шәрифе урын алды, – тип тәүге проекттың эше менән таныштырҙы Наталья Лебедева.
Бөгөн был һәйкәл йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индереп кенә ҡалмай, уҡыусыларҙа ата-бабаларына ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ хисе лә тәрбиәләй.
Алдан әйтеүемсә, федоровкалар был программа ғәмәлгә ингәндән алып уның эшендә ҡатнашмай ҡалғандары юҡ. Күптән түгел, ауыл халҡын йәнә ҡыуандырып, заман талаптарына ярашлы спорт-уйын майҙансығы сафҡа ингән. Проекттың хаҡы – 728 мең һум. Шуның 60-ар мең һумы ауыл биләмәһе һәм ауыл халҡы тарафынан йыйылһа, 30 меңе бағыусылар тарафынан тупланған. Программа шарттарына ярашлы үткәрелгән конкурста “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе – А.Ю. Карпов) еңеп сыға.
Алма, беш, ауыҙыма төш, тип ятмайҙар Ауыл халҡы үҙе лә майҙансыҡ урынлашҡан ерҙе тәртипкә килтереү өсөн өмәләрҙә дәррәү ҡатнаша. Тиҙ арала балаларҙың иң яратҡан урынына әйләнгән спорт-уйын майҙансығы сафҡа инә. Кисен дә бында балаларҙың шат тауышы тынмай, сөнки ул тулыһынса яҡтыртыла. Хоккей майҙансығында көндәр һыуыныу менән боҙ ҡатырыласаҡ. Наталья Лебедева әйтеүенсә, ошондай уҡ спорт-уйын майҙансығы өсөн Әбүбәкер ауылы халҡы ла тауыш биргән. Тиҙҙән унда төҙөлөш эше башлана. Ә бына атингәндәр һыу торбаларын ремонтлауҙы һайлап яңы­лышмаған. Эсәр һыуға ҡытлыҡ пробле­маһы ауыл халҡын күптән борсой. Май айынан һыуҙың кинәт кәмеүе сәбәпле, кешеләргә баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнергә мөмкинлек булмай, шуға күрә күптәр үҙ ихатаһында ҡоҙоҡ ҡаҙҙырырға мәжбүр.
Проекттың дөйөм хаҡы 285 мең һум тәшкил итә. Уны тормошҡа ашырыу эше менән “БАМ-11” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре шөғөлләнә (етәксеһе – Д. Казарян). Улар әйтеүенсә, иҫке торбалар яңыларына алмаштырыла. Ҡо­ролған система ярҙамында ауыл тулы­һынса эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк, тик ике урамдан башҡа – уларға айырым скважина ҡоролған. Ниһайәт, нисәмә йыл буйы интеккән Атингән халҡы йәйен һәм ҡышын рәхәтләнеп һыуға кинәнәсәк.
Төпкөлдөң тәү ҡарашҡа бәләкәй һәм ҙур күренгән, йылдар буйы хәл ителмәгән проблемаларын ғәмәлгә ашырыуҙа ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә был программала киләсәктә һәр ауыл биләмәһе әүҙем ҡатнашырға теләк белдерһә, бер кемдең дә отолмауы көн кеүек асыҡ. Быға хәҙер барыһы ла инанды. Тик урындағы баш­ланғыстарҙың тормошҡа ашыуы фәҡәт урындағы халыҡтың әүҙемлегенән тороуын иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.

Хәйбулла районы.


Вернуться назад