Май айында Ирсай ауылында дәүләт ҡарамағында булмаған стационар пансионат эш башланы. Бында өлкән йәштәге һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға социаль хеҙмәт күрһәтелә.Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә бындай проект тәүге тапҡыр тормошҡа ашырыла. Әгәр ул уңышлы эшләп китһә, киләсәктә республика буйынса тағы ла ошондай бер нисә пансионат төҙөләсәк.
Ирсай ауылындағы элекке балалар баҡсаһы 2012 йылдың 29 майында уҡ Башҡортостан Республикаһының дәүләт мөлкәте итеп теркәлә. 2013 йылда уға 16,4 миллион һумлыҡ капиталь ремонт үткәрелә. Ә шулай ҙа объектты сафҡа индереү өсөн “Ғаилә” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Иршат Хисаметдиновҡа йорт йыһаздары алыу, кер йыуыу, аш бүлмәһе, медицина һәм башҡа бүлмәләр өсөн кәрәк-яраҡ йүнләүгә өҫтәмә сығымдар талап ителә.
Бөгөн пансионатта 15 эш урыны булдырылған, йүнәлтмә менән граждандарҙы ҡабул итеү башланған. Әлегә унда ете кеше социаль хеҙмәтләндереү ҡарамағында. Шулай уҡ сентябрҙән түләүле урындарға урынлаштырыу бойомға ашырыла. Әйткәндәй, бындағы 25 урындың ун бише республика бюджеты иҫәбендә булһа, унауһы түләүле.
Был проект “Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы Ирсай ауылында оло йәштәге һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн стационар хеҙмәтләндергән дәүләт ҡарамағында булмаған пансионат” булараҡ Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән “Ғаилә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҙ-ара килешеү нигеҙендә эшләнгән.
– Беҙҙә ололарға бөтә уңайлыҡтар булдырылған, бер бүлмәлә берәр, икешәр кеше йәшәй. Туҡланыу яҡшы ойошторолған, – ти пансионат мөдире Алексей Йәмиҙәнов. – Һәр яҡлап иғтибар, ихтирам күрһәтергә тырышабыҙ. Оло кешеләр үҙҙәре лә хәлдәренән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа, баҡсала эшләргә ярата...