Оҙон моңһоу ҡыштан һуң һағынып көткән яҙ етте. Яландар асылды. Ер өҫтөнә ҡат-ҡат ябылған ҡар юрғандары көндән-көн әкрен генә ирене. Яҙҙың килгәнен ҡоштар ҙа иҫкәртеп торҙо. Урман, ҡояшҡа иркәләнеп, йоҡоһонан уянды.
Ер аҫтында йәшәгән умырзая сәскәһе һығыла-бөгөлә килеп сыҡты. Иркен тын алып, япраҡтарын асты, һынын турайтты. Был көндө ҡыш буйына көттө бит ул. Алтындай янған ҡояшты, мамыҡтай йөҙөп йөрөгән болоттарҙы, зәп-зәңгәр күкте күрергә хыяллана ине.
Умырзая көндән-көн үҫеп, ап-аҡ нәфис сәскәгә әйләнде. Уға һоҡланыуҙан янында йөрөгән Ҡуңыҙҙың илағыһы килде хатта.
— Их, һин шул тиклем гүзәл, йомшаҡ, һиңә ҡыйып ҡарауы ла уңайһыҙ, — тип сәскәнең янында безелдәп йөрөнө.
Беренсе тапҡыр күк күкрәне. “Тәүге ямғыр! Ура!” — барлыҡ урман шатлыҡтан ҡысҡырғандай булды. Ер һыуһағайны бит. Уңыш вәғәҙә иткән байрам — ләйсән ямғыры! Оҙаҡ та тормай, ҡояш күренде, донъя хушланып, балҡып китте.
Умырзая япраҡтарын ҡағып кибенгән арала янына Ҡуңыҙ килеп:
— Ҡара әле үҙеңә, һоҡлан! — тип япрағына ямғырҙың ҙур тамсыһын һалды. Сәскә, япрағын күтәреп ҡарап, тамсынан үҙен күрҙе. Аптырап, һиҫкәнеп китте ул:
— Был ысынлап та минме?
— Эйе, һин! — Ҡуңыҙ шатлығын йәшерә алманы.
Үҙенең матурлығына ышанған сәскә оҙонайып китте. Урмандың йәме, яҙҙың тәүге сәскәһе күҙ ҡамаштырғыс ине.
Ел өрҙө. Умырзая үҙенең эргәһендә ниндәйҙер ят тын алышын һиҙҙе. Уның йөрәге елп-елп килде. Ҡапыл бер малай, Умырзаяның нескә һабағынан ҡаты итеп тотоп, биленән өҙөп алды. Ергә атып бәрҙе.
Һушһыҙ ята сәскә, һыҡтана. Аҡ таждары ябылғандан-ябыла. Ҡуңыҙ, уның өҫтөнән йүгереп, нисек тә булһа ярҙам итергә тырыша. “Терел! Терел! Тор!..” — тип илай. Урмандың күҙ нуры, Ҡуңыҙҙың шатлығы юҡ инде бүтән. Һәләк булды ул...
Шунан бирле был урманда ҡасандыр күпләп үҫкән умырзаялар йылдан-йыл һирәгәйә икән. Һуңғы йылдарҙа иһә бөтөнләй юҡ, сөнки улар һеңлеләрен юҡ иткән теге рәхимһеҙ малайға ныҡ үпкәләгән.
Зөлфиә КҮСКИЛДИНА.
Дуҫтар! Һеҙҙең арала хикәйәләге рәхимһеҙ малай кеүектәр юҡтыр, тип ышанабыҙ. Тыуған төйәгегеҙҙең тәбиғәте, уны һаҡлау өсөн нимәләр эшләүегеҙ тураһында хаттар көтөп ҡалабыҙ.