Үткәндәргә сәйәхәт06.10.2017
Үткәндәргә сәйәхәт Ошо көндәрҙә Өфөлә “1944. Еңеү балалары” Бөтә Рәсәй тарихи квесы (уйындары) үтте. Унда ҡатнашыусылар, үткәндәргә сәйәхәт ҡылып, Бөйөк Ватан һуғышына балалар күҙе менән бағырға тейеш ине.

Квест сценарийы тарихи факттар, хәтирәләр нигеҙендә төҙөлдө. Балалар тари­хыбыҙҙағы иң фажиғәле осор, сабыйҙарҙың фронттағы һәм тылдағы әһәмиәте хаҡында мәғлүмәт алды. Сара барышында ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы тарихы менән бәйле булған төрлө һынауҙарҙы үтте. Үтәлгән һәр бурыс өсөн командаға артефакт тапшырылды. Финалда бөтә артефакттарҙы бергә йыйырға кәрәк ине. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының видеомөрә­жәғәтен ҡарау өсөн “асҡыс”ты белеү мөмкинлеген бирҙе.
“1944. Еңеү балалары” — былтыр “Еңеү ирекмәндәре” хәрәкәте тарафынан тәҡдим ителгән тарихты өйрәнеүҙең өр-яңы форматы ул. Уҙған уйындарҙа илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 230 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны.


Вернуться назад