2021 йылда 47-се “Апимондия” конгресы һәм “АпиЭКСПО” күргәҙмәһе Башҡортостандың баш ҡалаһы — Өфөлә үткәреләсәк. Күләмле сара уҙғарыласаҡ ил Истанбулда “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһының конгресында тауыш биреү юлы менән билдәләнде. Был форумды Рәсәйҙә, атап әйткәндә, Өфөлә үткәреү илебеҙҙә умартасылыҡтың ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ итәсәк, ҡатнашыусыларҙы күпләп йәлеп итеү, Рәсәй төбәктәрендәге үҙенсәлекле ҡортсолоҡ тәжрибәһен өйрәнеү, тармаҡты фәнни, техник һәм иҡтисади йәһәттән үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк.
Август айында Өфөгә килгән “Апимондия” халыҡ-ара федерацияһы делегацияһы ла ошондай фекерҙе белдереп, киләһе конгрестың Рәсәйҙә үткәреләсәгенә өмөт уятҡайны.