Мәсет бар ерҙә бәрәкәт бар07.10.2017
Мәсет бар ерҙә бәрәкәт барҺәр ауыл – үҙе бер дәүләт. Уның оло тәжрибәгә эйә өлкәндәре, тормош йөгөн егелеп тартыр дарманлы ир-аттары, ҡәүем, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлар гүзәл заттары, ошо юлды, йолаларҙы дауам итер балалары бар. Түңәрәк донъяның бер генә өлөшөнә лә кителергә яҙмаһын – нур тоноҡланыр, ҡот-бәрәкәт кәмер, рух аҡһай, нигеҙҙәр ҡаҡшай башлар.


Ошо хәҡиҡәтте белеп, бәләкәй дәүләтенең именлеген, бөтөнлөгөн хәстәрләп йәшәй Ишей ауылы халҡы. Изге төйәктәре район үҙәгенән һикһән саҡ­рымда ятһа ла, алыҫлыҡҡа, көнкүреш шарттарының уңайлы булмауына һис зарланмай, һыҡтамай улар. Мәңге йәшел ҡарағайҙар араһында күңел тыныс, һил. Ә сәләмәт тәндә – сәләмәт рух.
Барлыҡ ҡаҙаныш, бәхет үҙ ҡулыңда икәнен яҡшы аңлаған ишейҙәр гелән тынғыһыҙ хеҙмәттә. Бер-береңә ярҙам итеп, уңыштарҙы уртаға өйөп йәшәгәндә генә изге ерҙә бәрәкәт арта, нәҫел тамырҙары нығый, нигеҙҙәргә ҡот ҡуна – быға үҙ өлгөһөндә инандырып ғүмер кисерә төпкөл халҡы.
Һөҙөмтәлә ауылда яңы төҙөлгән ике ҡатлы мәктәп гөрләп эшләй, “Ләйсән” балалар баҡсаһы сабыйҙар тауышына күмелгән, был ауаздарға таҡта ярыу цехтарының геүләүе ҡушыла. Тормош ҡайнай бында. Ә Ишейҙең уртаһында балҡып ултырған күркәм мәсет – бөтөн бәрәкәттең нигеҙе. Йәше лә, ҡарты ла уның тупһаһын һыуытмай, һәр изге башланғыс иман йор­тоноң фатихаһы менән башлана. Йәмәғәт намаҙҙары, ғәйеттәрҙән тыш, ғибәҙәтханала никахтар теркәлә, исем туйҙары үткәрелә, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, дин нигеҙҙәре өйрәтелә.
Мәсет бар ерҙә бәрәкәт барКүптән түгел халыҡ йәнә күмәкләп изге йортҡа йыйылған: Ғәшүрә, Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнө уңайынан “Йома сәйе” үткәрелгән. Бындай саралар ишейҙәр өсөн ғәҙәти – йыл да ойошторола. Шуныһы айырыуса һөйөнөслө: барлыҡ сығымдарҙы ауыл эшҡыуарҙары ҡаплай. Быйыл да А. Филиндың, И. Абдрахмановтың, Ф. Ҡотлобаеваның ярҙамы менән мул табын, ҡорбан ашы әҙерләнгән. Өлкәндәр хәл-әхүәл белешеп, ихлас аралашып, хәстәрлекле ауылдаштарына рәхмәт әйтеп, донъяға именлек теләп таралышҡан.
Мәсет бар ерҙә бәрәкәт бар. Имандың нигеҙе булған берҙәмлектең, татыулыҡтың, илһөйәрлектең, хеҙмәттең ҡиммәтен ныҡлы төшөнгән халыҡ һәр ваҡыт яҡтыға ынтыла, бер-береһенең ҡәҙерен белеп, төйәгенең киләсәген хәстәрләп йәшәй. Ошондай бәләкәй дәүләттәр – оло төбәгебеҙҙең ныҡлы терәк-таянысы.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад