Әйҙәгеҙ йома сәйенә!06.10.2017
Әйҙәгеҙ әле бергәләп
Йома сәйе эсәйек,
Үҙебеҙҙең тирә-яҡҡа
Иман нуры сәсәйек.
Килегеҙ йома сәйенә –
Бауырһаҡ та бешерҙем,
Балан бәлешен өлгөртөп,
Ашымды ла төшөрҙөм.
Ҡаҙ итенең эргәһенә
Парлы бәрәңге ҡуйҙым,
Әйҙәгеҙ ауыҙ итегеҙ,
Бисмиллалы аш булһын.
Ҡорото ла өҫтәлдә бар,
Эремсек тә ҡуйылған,
Яңы ҡаймаҡ та ағыҙҙым,
Ҡоймағым да ҡойолған.
Һауыттарға ҡайнатмалар,
Ҡорт балы ла һалынған,
Тәмле-татлы емештәре
Үҙ урындарын алған.
Аяттар уҡып алырбыҙ,
Хәйер ҙә таратырбыҙ,
Үлгәндәрҙе иҫкә алып,
Доғалар ҙа ҡылырбыҙ…

Ғафури районы.


Вернуться назад