Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәүсе яратҡан уҡытыусыбыҙ Ғәлиә Хисаметдин ҡыҙы Лоҡманова оло байрамын – 55 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ғәлиә Хисаметдин ҡыҙы Ҡаранйылға башланғыс мәктәбендә балаларға белем бирә. Инәйебеҙ кеүек ғәжәп ихлас, изге кеше ул уҡытыусыбыҙ. Дәрестәрҙе матур итеп аңлата, беҙгә белемдең кәрәклеген төшөндөрә. Шуға ла беҙ мәктәпкә ашҡынып киләбеҙ, яҡшы уҡырға тырышабыҙ.
Оло йөрәкле, талапсан уҡытыусыбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә һеҙгә ҡояш нурҙарындай аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе бик яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ.
Бөтә уҡыусыларығыҙ
исеменән – Илназ Әхмәтшин.