Ялҡаулығың – башҡаға зыян06.10.2017
– Өсөнсө йыл бер ойошмала эшләйем. Бында ҙур теләк, шәп маҡсаттар менән килгәйнем дә, хәҙер күңелем һүрелеп барғандай. Ни өсөн тигәндә, хеҙмәттәштәрем араһында көнөн бушҡа уҙғарып, башҡаларға һалышып йөрөгәндәр байтаҡ. Ваҡыт уҙһын, сабата туҙһын, тигән һымаҡ. Бындай мөхиттә һәр кемдең “ҡанаты” һыныр. Исламда ошондай күренештәргә ҡараш нисек, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Н. ӘМИНЕВ.
Иглин ҡасабаһы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Иң тәүҙә күптәргә билдәле хикмәтте иҫкә төшөрөп үтәйек. “Һеҙҙең өсөн тормошта иң мөһиме нимә?” – тип һораған, ти, шәкерт бар ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған остазынан. “Быға үҙең дә яуап таба алаһың, – тигән мөғәллим. – Уйла, бер тәүлек ваҡыт бирәм”. Уҡыусы иртәгәһенә шат йөҙ менән уҡытыусыһы янына ашыҡҡан.
– Яуап таптым! – тигән ул. – Һеҙҙең өсөн иң мөһиме – бөтөн ғүмерегеҙҙе бағышлаған эшегеҙ!
Остазы иһә: “Юҡ”, – тип башын һелккән. Шәкерт тағы ла күпмелер фараз әйткән, әммә уларҙың береһе лә дөрөҫкә сыҡмаған. Тормошта иң мөһиме нимә һуң ул? Дәрәжә, дан, аҡса... Остазына яуап бирергә һанаулы ғына минуттар ҡалғас, уҡыусы үҙе лә һиҙмәҫтән: “Ваҡыт!” – тип ҡысҡырып ебәргән.
– Дөрөҫ, – тигән уҡытыусыһы. – Барыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерле нәмә – ваҡыт. Ул күп булһа, мөһимлеген аңламай, маҡсатһыҙ бушҡа сарыф итәбеҙ. Кире осраҡта, үҙ-үҙебеҙҙе аямайынса, өлгөрөү өсөн әллә ниҙәр эшләргә әҙербеҙ. Тормош – ҡәҙерле мәл, ваҡыт менән тултырылған һауыт ул.
Эйе, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, йәшәйештә бөтөнөһөн дә ваҡыт хәл итә. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бер генә тапҡыр бирелгән ғүмеребеҙҙең асылы ла шул. Әҙәм балаһы ошо ваҡыттың ҡәҙерен белеп, уны тик файҙалы, изге ғәмәлдәргә, тырыш хеҙмәткә бағышларға тейеш. Әлеге һорауҙа әйтелгәнсә, әгәр ҙә ки һиңә ниндәйҙер ойошмала урын бирелгән, тимәк, ҙур ышаныс белдерелгән икән, вазифаны оло яуаплылыҡ менән атҡарырға бурыслыһың. “Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ!” – тиелгән изге Ҡөрьәндә лә. Был һүҙҙәр бойороҡ рәүешендә әйтелгән. Ҙур яуаплылыҡ менән ихлас башҡарылған эшкә Аллаһ Тәғәлә бәрәкәтен юллай. Тырыш хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһе күңелгә әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ кинәнес бирә бит. Көс-дәрткә тулышып, тағы ла алға, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылаһың. Ә был үҙеңә генә түгел, коллектив, йәмғиәт, дәүләт өсөн дә әһәмиәтле.
Башҡаларға һалышып, һәлкәүләнеп йөрөгәндәр иһә һәр урында артҡа һөйрәй, дөйөм маҡсатты тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. Улар бүтәндәрҙең эшенә, хатта ки тормошона зыян килтерә. Ни өсөн тигәндә, дөйөм уңыш туранан-тура күңел торошона, матди хәлгә бәйле бит. Был һорауҙы биргән егет тә, бәғзе хеҙмәттәштәре уға кире йоғонто яһамаһа, өс йыл эсендә әллә ниндәй маҡсаттарын тормошҡа ашырыр, һөҙөмтәлә әлеге кеүек зарланып ваҡыт уҙғармаҫ ине. Эш урыны мәктәп кеүек: унда кешенең күңеленә ҡанат ҡуйылырға, яңы осоштарға юл асылырға тейеш. Кире осраҡта дөйөм эшмәкәрлектең үҫеше бәхәсле.
Күмәкләп арҡан тартҡан ир-атты күҙ алдына килтерәйек. Әгәр ҙә ки өсәүһе был эшкә бөтөн көсөн һала, ә икәүһе ҡырҙа ҡарап тора, йәки башҡалар күргәндә генә ҡушылып китә икән, алға барыу ҡайҙан булһын? Ялҡаулыҡ, хәйләкәрлек, һүҙ ташыу, башҡалар елкәһендә ултырып аҡса табырға теләү булған ерҙән бәрәкәт ҡаса. Эшкә көс тигеҙ кимәлдә һалынырға тейеш. Кемдер быны аңламай икән, уны хеҙмәт урынында көсләп тотоу кәрәкмәй. Етештереү тармағында ла бит үтемһеҙ тауарҙы алмаштыралар.
Мәғлүм ки, тырыш хеҙмәт матди хәл менән айырылғыһыҙ бәйле. Ялҡаулыҡ, ваҡытты бушҡа уҙғарыу кеҫәгә һуғыусан. Ә был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Ярлылыҡ, меҫкенлек динһеҙлеккә яҡын”, – тигән. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә тырыш хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйып, үҙеңә лә, башҡаларға ла зарар килтермәй матур йәшәргә, хәләл юл менән мал табырға насип ҡылһын, иншаллаһ! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад