Өфөлә – уҡытыусыға һәйкәл06.10.2017
Өфөлә – уҡытыусыға һәйкәлӨфөлә башланғыс кластар уҡытыусыһына һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республиканың атҡаҙанған педагогтары менән осрашыуы барышында Өфөләге 42-се лицейҙың химия уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина сығыш яһаны.
Уның фекеренсә, был уҡытыусы һөнәренең мөһимлеген күрһәтеүҙең төп ысулдарының береһе булыр һәм һөнәрҙең абруйын күтәрергә булышлыҡ итер ине. Республика Башлығы башланғысты хуп­ланы.  
– Балаларҙың, халыҡтың, илебеҙҙең буласаҡ граждандарының киләсәге – һеҙҙең ҡулда. Был – бик ҙур яуаплылыҡ. Республиканың уҡытыусылар коллективы ҙур – 30 меңдән ашыу белгес. Уҡытыу­сылар берләшмәһенә финанс яҡтан ғына түгел, ә тәү сиратта рухи яҡтан ярҙам итергә кәрәклеген аңлайбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Һуңғы йылдарҙа мөғәллимлек итеүҙең абруйын күтәрергә тырышабыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең ошо ауыр хеҙмәткә бик теләп бармауын күрәбеҙ. Уҡытыусы һөнәре – үтә ҡатмарлы, бөтә йәһәттән дә ауыр, өҫтәүенә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнмәй, тигән фекер өҫтөнлөк итә. Физик һәм әхлаҡи йөкләмәләр бик ҙур булһа ла. Был йәштәрҙе ситләштерә. Ләкин шул уҡ ваҡытта булмышты бер кем дә тартып алмаған.
Төбәк етәксеһе уҡытыусылыҡ һәләте, мәктәптәрҙә, юғары һәм махсус уҡыу йорттарында эшләргә теләге булған балаларҙы эҙләргә кәрәклеген билдәләне. Был – кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнгән республика университеттарының бурысы.
– Мин, һис шикһеҙ, уҡытыусыларға оло ихтирам менән ҡарайым. Үҙем уҡытыусылар ғаиләһенән, юғары уҡыу йортонда эшләнем. Уҡытыусы хеҙмәтенең нескәлектәрен беләм. Был – ауыр эш, шул уҡ ваҡытта фиҙакәрлек, тәртип, эске йыйнаҡлыҡ һәм, әлбиттә, ижади ҡараш талап итә, – тине Рөстәм Хәмитов.
Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙан­ған уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова әйтеүенсә, бөгөн төрлө отчеттар яҙыуға бәйле ҡағыҙ эше бик күп ваҡытты ала, ижад өсөн урын ҡалмай, тиһәң дә була. Өфөләге 60-сы лицейҙың математика уҡытыусыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Нина Ускова осраған бюрократик ҡаршылыҡтар хаҡында һөйләне. Шул иҫәптән республиканың Мәғариф министрлығына мөрәжәғәт иткән саҡта.
– Мәғариф министрлығындағы хәлде тикшерәсәкмен, сөнки уның яңылыҡты, ижади ҡарашты ҡабул итмәгән консерватив ойошма икәнлеген тәүгә ишетмәйем, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.



Вернуться назад