Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа ҡалаһында “Ҡорҡот һәм Бөйөк дала көйҙәре” IV халыҡ-ара төрки телле халыҡтарҙың традицион музыка сәнғәте фестивале үтте. Фестивалде ТӨРКСОЙ һәм Ҡыҙылурҙа өлкәһе хакимиәте ойошторҙо.Фестивалдә Евразия илдәренән – Азербайжандан, Белоруссиянан, Ҡытайҙан, Бөйөк Британиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Монголиянан, Үзбәкстандан, Төркиәнән, Рәсәй төбәктәренән Башҡортостандан, Саха (Яҡут) Республикаһынан, Татарстандан, Тыванан 80-дән ашыу музыка белгесе, фольклорсы һәм башҡарыусы ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһын “Бишбармаҡ” төркөмө (Морат Йәнйоҙаҡов, Вәсил Ғафаров, Марсель Әмекәсов һәм Яромир Ярасбаев – ҡурай, барабан, туба, думбыра һәм аккордеон) таныштырҙы. Сәфәр сиктәрендә музыканттар Ҡаҙағстандың иҫтәлекле урындарында – Хужа Әхмәт Ясауи, Арыҫлан-баба мавзолейында, Ҡорҡот Ата мемориалында булды.
Сара сиктәрендә “Ҡорҡот Ата мираҫы: эпик мәҙәниәт, халыҡ риүәйәттәре һәм көйҙәре” ғилми-теоретик конференцияһы үтте. Пленар ултырышта ҡунаҡтарға һәм фестивалдә ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәре менән Ҡыҙылурҙа өлкәһе хакимы Ҡырымбәк Кушербаев сығыш яһаны. Н. Бекежанов исемендәге Ҡыҙылурҙа өлкә музыка-драма театрында уҙған фестивалде асыу тантанаһында конференцияла ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының Генераль секретары Дюсен Касеинов һәм Ҡаҙаҡ милли сәнғәт университеты ректоры Айман Мусаходжаева сәләмләне.
Үҙ сығышында Дюсен Касеинов, Деде Ҡорҡот – легендар шәхес, төрки донъяның дөйөм ҡиммәте һәм тәрән мәғәнәлелек символы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йырсы-риүәйәтсе булараҡ танылған Деде Ҡорҡот бөгөн бөтөн донъяла ҡулланылған ҡыллы музыка ҡоралы копузды уйлап сығарған.
Фестиваль сиктәрендә лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы, унда төрлө илдәрҙән традицион музыка ғалимдары һәм башҡарыусылар тамашасыларҙы төрки халыҡтарының музыка әҫәрҙәре менән таныштырҙы.
“Ҡорҡот һәм Бөйөк дала көйҙәре” фестиваленең маҡсаты – төрки халыҡтарының бай фольклор мираҫын һаҡлап ҡалыуҙа һәм популярлаштырыуҙа булышлыҡ итеү, милли музыка сәнғәтен үҫтереү, мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү. Фестиваль өс йыл һайын уҙғарыла.