ти Баймаҡ ҡыҙы Люциә Швецова. Тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡанда уның менән осрашырға насип итте.
Күмертау педагогия колледжын тамамлаған ҡыҙ йүнәлтмә буйынса Мурманск өлкәһенә эшкә ебәрелә. Сит ерҙә йәшәүе еңелдән булмай, әммә милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ ижадын бала саҡтан күңеленә һеңдергән Люциә Әфтәр ҡыҙы, эшенән тыш, үҙе кеүек ситтә йәшәгән милләттәштәрен бергә туплап, “Умырзая” исемле төркөм ойоштора. Башта тыуған яҡ һағышын баҫыр, яҡташтары менән осрашыр өсөн бергә йыйылһалар, аҡрынлап төрлө йырҙар өйрәнеп, сәхнәлә сығыш яһарға йөрьәт итәләр. Заозерск ҡалаһында 16 йылдан ашыу ғүмер иткән ханым — бөгөн Мурманскиҙа башҡорт һәм татар ассоциацияһы етәксеһе лә.— Ойошмаға барлығы 50-гә яҡын яҡташыбыҙ йөрөй, — тип һүҙ башланы Люциә ханым. – Үҙебеҙҙең бейеү һәм вокаль ансамблдәребеҙ бар, милли музыка ҡоралдарында уйнайбыҙ, төрлө конкурстарҙа, этник фестивалдәрҙә даими ҡатнашабыҙ. “Өләсәйем һабаҡтары” исемле түңәрәк ойошторҙом, унда әлегә һигеҙ бала йөрөй. Уларға туған тел нескәлектәрен, милли йолаларҙы, йыр-бейеүҙәребеҙҙе өйрәтәбеҙ, башҡорт халҡына хас әйберҙәр менән таныштырабыҙ. Йыл һайын һабантуй үткәрәбеҙ.
Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында логопед-психолог булып эшләгән ханымдың яҡташтары менән әүҙем эш алып барыуын, дәртле, рухлы, талантлы булыуын күргән етәкселәр “Халыҡтар дуҫлығы йорто”на саҡыра. Эшен ни тиклем күңел биреп башҡарһа ла, кескәйҙәр менән эшләү оҡшаһа ла, Люциә Швецова өлкәлә йәшәгән башҡорт һәм татар диаспораһының киләсәген уйлап, ойошманың эшен тағы ла юғары күтәреү маҡсатында риза була.
— Иң мөһиме — тамырҙарыбыҙҙы тыуған яҡ менән өҙмәй, балаларыбыҙға рух һеңдереп, уларҙың күңеленә аҙ ғына булһа ла осҡон һала алһаҡ, маҡсатыбыҙға өлгәштек, тип әйтер инек. Шуға күрә йәйгеһен Башҡортостаныбыҙға ҡайтырға тырышабыҙ, балалар өләсәй-олатай тәрбиәһен күреп, милли ризыҡтарыбыҙ менән туҡланып, шифалы ҡымыҙ эсеп, яңы уҡыу йылына көс-дәрт туплап килә. Иң мөһиме — башҡорт телендә аралашалар, — тине ул.
Люциә Әфтәр ҡыҙы әйтеүенсә, сит өлкәлә башҡорт булыу, үҙеңде танытыу еңел түгел, шуға күрә баланы башҡорт итеп тәрбиәләүҙе һәр кемгә үҙ ғаиләһенән башларға кәрәк.
— Тәү ҡарашҡа ябай күренгән исем ҡушыуҙы ғына алайыҡ. Тыуған яҡҡа ҡайтһаҡ, ата-әсәләр үҙ сабыйҙарына ниндәйен генә ҡушмай, ә беҙҙекеләр башҡорт, татар исемдәрен һайлай, — тип йылмая ханым.
Әйткәндәй, улының исеме — Арыҫлан. Мурманск морягы Максим ҡатынының башҡорт исемен һайлауына ҡаршы килмәй.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Люциә Швецова, милли биҙәүестәр, селтәр, ҡашмау эшләү серҙәренә төшөнөп, яҡташтарына ла өйрәтә. “Кис ултырып милли биҙәүестәр эшләйбеҙ, башҡа милләт халҡы беҙҙең әйберҙәрҙе күреп хайран ҡала, — ти. — Балаларға Барби кеүек ҡурсаҡтар ҡыҙыҡ түгел хәҙер, шуға күрә үҙем башҡорт ҡурсаҡтары эшләү менән шөғөлләнәм, бына был Шәүрә исемле милли кейемле ҡурсағымды “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ойошторған конкурсҡа тип тәғәйенләп килтерҙем”, — ти ул.
Ситтә йәшәһәләр ҙә, тыуған ерен, туған телен онотмай, киреһенсә, халҡым, милләтем тип янып йөрөгән яҡташыбыҙға артабан да уңыштар юлдаш булһын, аралар йыраҡ тип тормай, йыл һайын Башҡортостанға ҡайтырға насип итһен.
Баймаҡ районы.