Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре, педагогия хеҙмәте ветерандары! Һеҙҙе Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым!Был байрам барыбыҙға ла ҡәҙерле. Ул иҫтәлекле мәктәп һәм студент йылдарына алып ҡайта, остаздарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдереү мөмкинлеген бирә, изге уҡытыусы хеҙмәтенең ҙур әһәмиәтен билдәләй.
Һеҙҙең һөнәрҙе ижади эҙләнеүҙәрһеҙ һәм даими камиллашыуһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Мәғариф системаһы тәжрибәле оҫталарҙы һәм һәләтле йәш педагогтарҙы, балалар менән эшләү бар булмышына әүерелгән бик күп уҡытыусы династияларын берләштерә.
Республикала уңышлы эшегеҙ, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен арттырыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыла. Уҡыусылар алдында һеҙ өр-яңы белем донъяһын асаһығыҙ, уларҙа үҙаллылыҡ, даими үҫешкә ынтылыш тәрбиәләйһегеҙ, юғары әхлаҡи йүнәлеш биреү йәһәтенән өлгө күрһәтәһегеҙ.
Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, аҡыл ҡеүәһе һәм фиҙакәрлегегеҙ, сабырлыҡ һәм балаларға ихлас һөйөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге эшегеҙҙә илһам һәм уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. ХӘМИТОВ.