Хөрмәтле Нәсих Хөббөтдин улы!14.04.2012
Матур юбилейығыҙ — 55 йәшегеҙ тулыу айҡанлы әбйәлилдәрҙең ҡайнар ҡотлауын ҡабул итегеҙ! Эшһөйәр, талантлы, дәртле, алдынғы ҡарашлы яҡташыбыҙ менән беҙ ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ. Һеҙҙең республика матбуғатын үҫтереүгә һалған ҙур хеҙмәтегеҙ оло маҡтауға лайыҡ.
Оҙаҡ йылдар республикабыҙҙың төп баҫмаһы — “Башҡортостан” гәзитендә уңышлы эшләйһегеҙ. Бар булмышығыҙ менән Әбйәлил данын арттырыусы аҫыл ир-азамат Һеҙ, хөрмәтле Нәсих Хөббөтдин улы! Ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек, яңы ижади уңыштар юлдаш булһын!
Ихтирам менән, Әбйәлил
районы хакимиәте һәм Һеҙҙе хөрмәт иткән яҡташтарығыҙ.


Вернуться назад