Был көндөң шатлығын иртәнән үк быҫҡып яуған ямғыр ҙа кәметә алманы. Тантанаға килгән һәр кемдең йөҙө ҡояштай балҡый ине. Бының бер ҙур сәбәбе бар – башҡорт халҡының ҡыйыу улдары “Төньяҡ амурҙары”ның 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышындағы бөйөк еңеүенә арналған мемориал баҡса һәм һәйкәл асыу тантанаһы. Ватан һуғышында еңеүҙең 205 йыллығына арналған сарала район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, Өфө ҡалаһы ҡунаҡтары, урындағы ойошма етәкселәре, мәктәп уҡыусылары һәм төбәк халҡы ҡатнашты. Район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда хәрби хәрәкәттәр ветерандары, “Мәргән уҡсы” бәйгеһенә республиканан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә килгән башҡорт милли кейемендә, уҡ-һаҙаҡтар таҡҡан уҡсылар ҙа йыйылғайны.
Байрам “Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында “Башҡорт” бейеүе менән башланып китте. Ҡурайсылар ансамбле башҡорт халҡының гимны “Урал”ды уйнағас, район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров оло тантана менән тәбрикләне, мемориалды төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан, ҙур күләмле эште атҡарып сығыуға күп көс һалған активистарға Маҡтау грамоталары тапшырҙы, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сығыш яһаусылар араһында Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе, Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев, Республиканың хәрби бәрелештәр ветерандар союзы рәйесе Миҙхәт Йосопов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вячеслав Аброщенко, Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре, “Мәргән уҡсы” коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин, “1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың тоҡомдары” Бөтә Рәсәй йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса идара рәйесе Зөфәр Әйүпов булды.
– Уртаҡ ватаныбыҙ Рәсәйҙе һаҡлап 1812 йылғы Ватан һуғышында республиканан 28 полк ҡатнашҡан. Бөгөн беҙ ошо яуҙа батырлыҡ өлгөһө күрһәткән, Париж урамдарын айҡап, Елисей яландарында ҡурай моңдарын яңғыратып, дан-шөһрәт менән әйләнеп ҡайтҡандар иҫтәлегенә Башҡортостанда беренсе мемориалды асыу өсөн Ғафури еренә йыйылғанбыҙ. Бының менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ, – тине Юлай Ғәлиуллин үҙ сығышында һәм һәйкәлде ҡуйыу идеяһын тәҡдим иткән, тормошҡа ашырған инициатив төркөм ағзаларына башҡорт халҡы исеменән рәхмәт әйтте.
Ҡотлауҙарҙан һуң тантаналы шарттарҙа һәйкәл асылды, сәскәләр һалынды. Ирҙәр вокаль ансамбле “Любизар” йырын башҡарғанда “Батыр” хәрби-патриотик клубында шөғөлләнгән егеттәр ҡылыс менән һуғыш оҫталыҡтарын күрһәтте.
Ғафури районы.