“Адмиралдар запасҡа китмәй”04.10.2017
Башҡортостан үҙенең данлы улдары – Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән
34 адмиралы менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана. Улар араһында яҡташыбыҙ, Ҡара диңгеҙ флоты командующийының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Александр Пенкин да бар. Күптән түгел ул Өфөлә булып китте.
Уның ваҡиғаларға бай, көсөргәнешле тормошон тулыһынса һүрәтләй алмағанға күрә, Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ флоты контр-адмиралы үткән данлы юлдың төп дәүерҙәрен генә сағылдырырға булдыҡ. Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
– Александр Александрович, атай-әсәйегеҙ, бала һәм үҫмер сағығыҙҙың нисек үтеүе хаҡында һөйләгеҙ әле.
– Ғаиләлә өс бала үҫтек, иң кесеһе – мин. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1942 йылдың һалҡын ғинуар айында, тыуғанмын. Атайым 1941 йылдың авгусында фронтҡа киткән. Унан ни бары өс хат килеп өлгөргән (әсәйем уларҙы миңә ҡабат-ҡабат уҡый торғайны), Смоленск янындағы ҡаты һуғыштарҙың береһендә һәләк булған. Бөтә ауырлыҡ-михнәт, өс баланы тәрбиәләү әсәйебеҙ Антонида Федоровнаның иңенә төштө. Уның һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулдары әле лә хәтеремдә. Әсәйем бесәнен дә сапты, һыбай ҙа йөрөнө, баҡсасылар бригадаһына ла етәкселек итте.
Башҡортостандың Благовещен районындағы тыуған ауылым Ахлыстинда ете йыллыҡ ҡына мәктәп була торғайны, шуға күрә өлкән кластарҙа ун ике саҡрым алыҫлыҡтағы Надеждинға йөрөп уҡыныҡ. Беҙ, һуғыш балалары, кесе йәштән үк ололар менән бер рәттән баҡсала эшләнек, бесән әҙерләнек, ураҡта йөрөнөк, ферма һәм трактор бригадаһы эштәрендә ҡатнаштыҡ.
Урта мәктәпте тамамлағас, үҙебеҙҙең колхоздағы трактор бригадаһында ҡалдым. Күп тә үтмәй, мине комсомол секретары итеп һайланылар. Артабан комсомолдың район комитетына күсерҙеләр. Ике йылдан хәрби хеҙмәткә алдылар.
Хеҙмәттән һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инәсәкмен тигән уй менән киттем армияға. Был ҡарарымды беҙҙең “Урал” колхозы рәйесе М.Е. Гурин да хупланы.
Саҡырыу пунктында мине Ҡара диңгеҙ флотына тәғәйенләнеләр. Ноябрь таңында “Өфө – Симферополь” поезында беҙ, 46 егет, Севастополгә хеҙмәт итергә юл алдыҡ. 1961 йылың 25 ноябрендә билдәләнгән урынға килеп еттек. Беҙҙе таң ҡалдырғаны рейдта һәм причалда торған ғәйәт ҙур хәрби караптар булды.
Тәүге айҙарҙа ғүмеремдең егерме өс йылын Ҡара диңгеҙ флоты менән бәйләрмен тигән уй башыма ла инеп сыҡмай ине. Беҙҙе, йәш моряктарҙы, Николаев ҡалаһындағы Хәрби-Диңгеҙ флоты авиацияһының осоусылар составын уҡытыу үҙәгенә, анығыраҡ әйткәндә, кесе авиация белгестәре мәктәбенә ебәрҙеләр. Ете ай эсендә радиолокация станциялары механигы булып сыҡтыҡ. Артабан Балтик буйы флотына ингән аэродромдарҙың береһендә хеҙмәт итергә тейеш инем. Әммә юлға сығырға ике көн ҡалғас, Хәрби-Диңгеҙ флотының авиация үҙәгенә саҡыртып алдылар һәм комсомолдар, йәштәр менән эшләү буйынса сәйәси бүлек инструкторы булып ҡалырға тәҡдим иттеләр. Армияға тиклем комсомол эшендә тәжрибә туплауым йоғонто яһағандыр инде.
– Һеҙ ҡайһы уҡыу йортон тамамланығыҙ?
– 1963 йылда Ленинградтағы М.В. Фрунзе исемендәге Юғары диңгеҙ училищеһында сәйәси хеҙмәткәрҙәр әҙерләү факультеты асылды. Ошо уҡ йылда Ҡара диңгеҙ флоты етәкселеге мине шунда уҡырға ебәрҙе.
Уҡыуы ҡыйын булыр тип күҙ алдыма ла килтермәгәйнем, айырыуса беренсе, икенсе курстарҙа. Юғары математиканы ла, теоретик механиканы ла, физиканы ла өйрәнергә тура килде. Тырыштыҡ, бөтә көсөбөҙҙө һалдыҡ һәм уҡыуҙы уңышлы тамамланыҡ. Факультет етәксеһе – контр-адмирал Лаврентий Егорович Копновты һәр саҡ йылы һүҙҙәр менән иҫкә алам. Ул беҙгә ҡарата һәр саҡ атайҙарса хәстәрлекле булды. Күптәребеҙҙең атайҙары Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғанға күрә, бындай хәстәрлек айырыуса мөһим ине. Л. Копнов партия-сәйәси эш буйынса барлыҡ белемен һәм тәжрибәһен беҙҙең менән уртаҡлашырға тырышты.
М.В. Фрунзе исемендәге Юғары диңгеҙ училищеһына Петр I заманында уҡ нигеҙ һалына. Данлыҡлы флот адмиралдары Г.А. Спиридонов, Ф.Ф. Ушаков, В.И. Истомин һәм башҡалар тап ошонда уҡыған, 80-дән ашыу Советтар Союзы Геройы, СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының элекке башкомандующийҙары Н.Ф. Кузнецов, С.Г. Горшков, В.Н. Чернавин нәҡ ошонда тәрбиәләнгән.
– Училищены тамамлағандан һуң хәрби хеҙмәт юлын дауам иттегеҙме?
– Миңә Поти хәрби-диңгеҙ базаһында, Ҡара диңгеҙ флотындағы сәйәси идаралыҡта комсомол бүлегендә эшләргә насип булды. Әммә Ҡара диңгеҙ флоты флагманы –“Грозный” тәүге совет ракеталы крейсерында, артабан Ҡыҙыл байраҡлы Төньяҡ флотындағы “Киев” крейсерында сәйәси бүлек командиры урынбаҫары вазифаларында хеҙмәт итеү иң ҙур рухи ҡәнәғәтлек килтергәндер, моғайын.
1979 йылда “Хәрби-Диңгеҙ флотында хәрби-сәйәси эш” йүнәлеше буйынса В.И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамланым. Артабан Ҡара диңгеҙ флотында һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы караптар дивизияһының, Төньяҡ флотында Атлантика һыу өҫтө караптары эскадраһының сәйәси бүлеге начальнигы, Төньяҡ флотының сәйәси идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары, Ҡара диңгеҙ флоты командующийының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары булып эшләнем.
Етәкселек хеҙмәтемде юғары баһаланы – “капитан-лейтенант”, “III ранг капитаны” тигән хәрби дәрәжәләрҙе ваҡытынан алда бирҙе һәм Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә “Ҡораллы Көстәрҙә Тыуған илгә хеҙмәт иткән өсөн” ордендары менән бүләкләне.
– Бергә хеҙмәт иткән иптәштәрегеҙ, командирҙарығыҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.
– 30-сы дивизия командирҙары: контр-адмиралдар В. Еремин һәм В. Гришанов, I ранг капитаны В. Шепелев, Төньяҡ флотындағы 7-се ОПЭСК командиры контр-адмирал Д. Воинов, эскадрилья буйынса хеҙмәттәштәрем: флот адмиралы В. Масорин, Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотының элекке башкомандующийы адмирал И. Хмельнов һәм, әлбиттә, Ҡара диңгеҙ флоты командующийҙары И. Касатонов, Э. Балтин һәм В. Кравченко хәтеремдә яҡшы һаҡлана.
– Ҡара диңгеҙ флоты командующийының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары булғанһығыҙ. Ваҡытында Ҡара диңгеҙ флотын нисек һаҡлап ҡала алдығыҙ?
– Флот, иң элек, матростарҙың, старшиналарҙың, мичмандарҙың, офицерҙар составының, Ҡара диңгеҙ флотының 1992 – 1996 йылдарҙағы башкомандующийҙары вице-адмирал, Советтар Союзы Геройы Э.Д. Балтиндың, унан һуң 1996 йылғы башкомандующий вице-адмирал В.А. Кравченконың һәм уларҙың урынбаҫарҙарының биргән антына тоғролоғо һөҙөмтәһендә һаҡлап ҡалынды. Личный составтың берҙәмлеге лә был йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә булды, әлбиттә.
Севастополь ҡалаһының статусы мәсьәләһен һәм Ҡара диңгеҙ флотының яҙмышын хәл итеүҙә ярҙам һорап, алты йыл дәүләт органдары ишектәрен шаҡырға тура килде. Беҙҙең өсөн ошондай ҡатмарлы осорҙа ярҙам ҡулы һуҙған сәйәсмәндәргә, депутаттарға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҙур рәхмәт.
1997 йылдың 8 авгусы Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәтемдең һуңғы көнө булды. Ябай матростан алып контр-адмиралға тиклем бөтә баҫҡыстарҙы үтеп, 36 йылға яҡын ғүмеремде флотҡа арнаным.
– Бына 19 йыл инде Мәскәү ҡалаһында Бөйөк Петр исемендәге Балалар диңгеҙ үҙәгендә эшләйһегеҙ. Уҡытыусы сифатында эш нисек бара?
– “Адмиралдар запасҡа китмәй” тип дөрөҫ әйтәләр икән. Үҙәктә ошо девизды айырыуса тәрән тойҙом. Хәрби хеҙмәттән һуң күп тә үтмәй, “Киев” крейсеры ингән бригада командирының сәйәси мәсьәләләр буйынса урынбаҫары I ранг капитаны Н. Мельник шылтыратып, мине үҙәк директоры контр-адмирал Е. Скворцов (элекке беҙҙең комбриг) менән әңгәмәгә саҡырҙы. Үҙәк шунда уҡ күңелемә хуш килде. Уҡытыусылар араһында хәрби караптарҙың һәм берләшмәләрҙең элекке командирҙары, адмиралдар, өлкән офицерҙар, тәжрибәле капитандар һәм механиктар бар ине. Бындағы балаларҙың барыһы ла диңгеҙгә ғашиҡ, шуға күрәлер ҙә йөҙөү практикаһын, оҙайлы маршруттар буйынса диңгеҙ походтарын үҙ итә улар. Практик дәрестәрҙә ҡатнашып, курсанттар Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәткә әҙерләнә. Кем белә, киләсәктә уларҙың хеҙмәт юлы беҙҙекенә ҡарағанда данлыраҡ булыр, бәлки.
– Диссертация яҡлап, тарих фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә алғанһығыҙ. Ғилми-тикшеренеү эше ниндәй темаға арналды, диссертацияны ҡасан яҡланығыҙ?
– 2003 йылда “Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флоты тарихы һәм йолалары, курсанттарҙы Бөйөк Петр исемендәге Мәскәү ҡала йәш моряктар һәм йылғасылар клубы уҡытыусыларының данлы традицияларында һәм эш тәжрибәһендә тәрбиәләү” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Илебеҙҙең Хәрби-Диңгеҙ флотына арналған 80 самаһы мәҡәләм донъя күрҙе.
– Шиғриәт, йырҙар, кинофильмдар яратыуығыҙ хаҡында ла беләбеҙ. Яратҡан шағирығыҙ, йырсығыҙ кем, ниндәй фильмға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Сергей Есенин менән бер рәттән иң яратҡан шағирым – Николай Рубцов. Ул да ауылда тыуып үҫкән, шуға ла донъяға ҡарашы, рухи кисерештәре менән күңелемә яҡындыр. Өҫтәүенә Николай Михайлович та флотта хеҙмәт иткән. Шулай уҡ шағир-офицерҙар Н. Озеровтың, А. Лебедевтың, Б. Слуцкийҙың шиғырҙары оҡшай. Яҙыусылар М. Лемешевтың, Д. Балашовтың, П. Проскуриндың, С. Журавлевтың, Г. Калюжныйҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыйым. СССР-ҙың атҡаҙанған артисы Иосиф Кобзондың концерттарына ҙур теләк менән барам. Фильмдарҙан “Конвой PQ-17” оҡшай.
– Тормошта иң ҙур таяныс – ул ғаилә. Хәләл-ефетегеҙ кем, ҡайҙа эшләне?
– Таянысым, ысынлап та, ныҡлы. Был йәһәттән ҡатыным Валентина Владимировнаның тырышлығы ҙур. Ярты быуаттан ашыу, 52 йыл инде, ул тормоштоң шатлыҡтарын да, ауырлыҡтарын да минең менән уртаҡлаша. Валентина менән 1961 йылда таныштыҡ. Ул педагогия училищеһын тамамлап, беҙҙең колхозда уҡытыусы булып эшләй ине. Кис, эштән һуң, директорҙың рөхсәте менән иң шәп совхоз атына һыбай ултырып, Валентинаға елдерә торғайным. Онотолмаҫ йылдар! Мин М.В. Фрунзе исемендәге Юғары диңгеҙ училищеһының икенсе курсында уҡығанда өйләнештек.
Караптарыбыҙ яртышар йылға диңгеҙгә китә ине. Ҡатыным балалар менән бер үҙе ҡала торғайны. Хәҙер аптырайым, өйҙө лә тәртиптә тоторға, балаларҙы ла хәстәрләргә, мәктәптә лә эшләргә нисек өлгөрҙө икән?! Валентина Владимировна Ленинградта, Потиҙа, Севастополдә, Донузлавта, Североморскиҙа 37 йыл башланғыс кластарҙы уҡытты.
– Балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле. Улар ниндәй һөнәр һайланы?
– Ҡыҙым Татьяна – Севастополь Гидрофизика институтының ғилми хеҙмәткәре. Уның ҡыҙы Ирина МДУ аспирантураһын тамамланы, улы Антон Ҡырым федераль университетының дүртенсе курсына күсте. Ейәнсәрем Дашаға 2 йәш.
Улым Александр минең юлымды һайланы – П.И. Нахимов исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһын тамамланы. Әле Төньяҡ флоты прокуратураһында хеҙмәт итә. Александр – полковник, бүлек начальнигы. Ейәнсәрем Женя Ростов университетының юридик факультетын тамамлап, Төньяҡ флотындағы яр буйы частарының береһендә эшләй. Ейәнем Алеша Североморскиҙа Х класта уҡый.
– Әлеге йәштәргә һәм Башҡортостан Республикаһына ҡарата ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Республика йәштәре илебеҙҙе яратһын, уны һаҡларға өйрәнһен. Ватан тарихын ҡәҙерләһен, уның көс-ҡеүәтен арттырһын. Атай-олатайҙарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығын онотмаһын, ветерандарҙы ихтирам итһен. Ниәттәрегеҙ саф булһын!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Александр Александрович. Республикабыҙ ғына түгел, бөтә илебеҙ тап һеҙҙең кеүек шәхестәр менән ғорурлана.
Рөстәм ҒӘЛЛӘМОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.