Яңы йыр нисек тыуа?04.10.2017
Өфөлә Матбуғат йортонда эшләп йөрөгән саҡ. Һуң ғына өйгә ҡайтырға сыҡтым. Автобуста ла кеше күп түгел. Хатта урын да булды. Өс туҡталыш үткәс, минең эргәмә олпат кәүҙәле кеше килеп баҫты. Күҙ һирпеп ҡараһам, ул танылған йырсы Рәйес Вәғизов ине. Шунда уҡ уға урынымды тәҡдим иттем. Тик ул ултырманы. Беләм, ул да “Сипайлово” биҫтәһендә йәшәй. Беҙ Рәйес ағай менән һөйләшеп киттек, элекке танышлыҡты иҫкә төшөрҙөк, сөнки ул “Кызыл таң” редакцияһына һирәк-мирәк килгеләп йөрөгәс, Татарстандан икәнен белә инем, ара-тирә ижады менән дә хәбәрҙар булдым.
Эй, был яҙмыш... Кемдер Ҡазанды, Мәскәүҙе, Американы яуларға ынтыла. Ә кемдер бәрәкәтле Башҡортостан тупрағын – Өфөнө үҙ итә. Бөтә ғүмерен сәнғәткә арнағанына, яҙмышын күрше республиканың баш ҡалаһы менән бәйләгәненә Рәйес Вәғизов бер ҙә үкенмәй ҙә, зарланмай ҙа. Ул бында дуҫтарын да, хәләл ефетен дә тапты.
Рәйес үҙенең тыуған яҡтарын йыш иҫкә ала, күңел ҡанаттарында булһа ла унда ҡайтып урай. Тыумышы менән – Минзәлә районының Иҫәнғол ауылынан. Гүзәл тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған ул. Яҙғы, йәйге айҙарҙа ҡоштарҙың үҙәкте өҙөп һайрауы кемдең генә күңел ҡылдарын сиртмәне икән?! Улар инде хәҙер бала саҡтың моңло ҡайтауазы булып ҡына яңғырай. Ә шулай ҙа самими сабый саҡ, үҫмер йылдар бик тә һағындыра.
Тыуған яҡ тәбиғәтенең һәр мөйөшө күңелгә бик тә яҡын. Яҙғы ташҡын осоронда тулҡындарҙы ярға бәрә-бәрә аҡҡан Минзәлә, Игана йылғаларының шауын, йәйге эҫе көндәрҙә һыу сәсрәтеп уйнаған, ҡойонған, ат йөҙҙөргән саҡтарҙы нисек онотаһың инде?! Һәр миҙгел үҙенсә матур, үҙенсә күңелгә яҡын. Тирә-йүнгә хуш еҫ таратҡан ҡарағай урмандарының шаулауы ла нескә күңелле кеше өсөн үҙенә күрә илһам сығанағы бит ул.
Әйткәндәй, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан бөйөк йырсыбыҙ Илһам Шакировтың тыуған ауылы Яңы Бүләк тә йыраҡ түгел икән. Тимәк, кешегә тәбиғәттең тылсымы, йоғонтоһо теймәйенсә ҡалмаған.
Ә Рәйес Вәғизов үҙе сәнғәткә нисек килеп ингән һуң? Бында әсәһе Сара апайҙың йоғонтоһо ҙур булғандыр, моғайын. Ул заманында бик оҫта иттереп, тальян гармундың телдәрен моңға манып, кешеләрҙең күңелен күтәргән. Дәрт-дарманы ташып торған йөҙйәшәр, ауырлығы ни бары ҡырҡ дүрт килограмм булған Сара апай менән Шәйхинур ағай бергә бик күп йылдар татыу йәшәй.
Ризыҡҡа ҡытлыҡ осор булһа ла, Вәғизовтар ғаиләһендә дүрт малай, дүрт ҡыҙ тәрбиәләнә, һәммәһе тормошта үҙ урынын таба.
Рәйес Вәғизовтың атаһы ауыр, ғәрәсәтле тормош юлы үткән. Сталинград һуғышында дошманға ҡаршы күҙгә-күҙ ҡарашып, уның менән күп тапҡыр яғалашҡан кеше ул. Ун ике тапҡыр ғына яраланған яугир. Ә шулай ҙа Хоҙай Тәғәлә уға һикһән алты йыл ғүмер биргән.
Нескә күңелле, сабыр холоҡло, йыр-моңға ғашиҡ Рәйес Яр Саллы ҡалаһы мәктәбен тамамлағас, Ҡазанға юллана. Унда бындағы дәүләт консерваторияһында күренекле композитор Сара Садиҡовала белем ала, буш ваҡытында, дөрөҫөрәге, кистәрен баянсы булып эшләй. Тик уға уҡыу йортон тамамларға тура килмәй, йәш егетте армия сафына алалар.
Йыраҡ Литва ерендә өс йыл хеҙмәт итеп, Тыуған ил алдында үҙенең патриотик бурысын үтәгәс, Рәйес Вәғизовты яҙмыш һуҡмаҡтары Өфөгә алып килә. Ул уҡыуын бындағы сәнғәт институтында дауам итмәксе була. Тик Өфөлә лә уға бормалы, һикәлтәле һуҡмаҡтарҙан атларға тура килә. Өмөтлө егетте филармонияға эшкә саҡыралар, һәм ул баш тартмай. Уҡыу иһә тағы ла икенсе планға күсә.
Әлбиттә, Башҡортостан сәнғәтенең йөҙөк ҡаштары булған күренекле артистар Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Илфаҡ Смаҡов һәм йыраҡтарға даны таралған “Ирәндек” ансамбле менән республикала ғына түгел, Силәбе, Ҡазан, Ташкент, Ырымбур ҡалаларында, Себер яҡтарында, башҡа сит республика-өлкәләрҙә сығыш яһау матур хәтирә булып күңелдәрҙә һаҡлана.
Рәйес Шәйхинур улы оло сәхнәгә Рим Хәсәновтың “Әҡлимә”, Назар Нәжми һүҙҙәренә “Һиңә барам” һәм “Өфө йүкәләре”, Әнғәм Атнабаев һүҙҙәренә “Дуҫтарыңды онотма”, Ғилман Иҙрисов һүҙҙәренә яҙылған “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит!” кеүек тамашасы яратҡан йырҙар менән килеп инде. Әлбиттә, уның репертуарын һәр ваҡыт халыҡ йырҙары тәшкил итә.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәйес Вәғизов заманында Ишмулла Дилмөхәмәтов, Наил Ғәлиев, Фән Вәлиәхмәтов, Шамил Хәмәҙинуров менән хеҙмәттәшлек итеүен әле лә һағынып һөйләй. Ни тиһәң дә, филармонияла эшләүгә егерме йылдан ашыу ғүмер арналған бит.
Республикала сығыш яһамаған бер генә район да ҡалмағандыр, моғайын. Уларҙың сығышынан һуң күңелдәр генә түгел, хатта ауылдарҙағы һалҡын клубтар ҙа йылынып киткәндәй булған. Ә бит бер уйлаһаң, артист халҡы ниндәй генә хәлдәргә дусар булмай. Транспорт тиһеңме, фатирға төшөүме, туҡланыу мәсьәләһеме – бөтәһен дә үҙ башынан үткәрә гастролдә йөрөгән сәхнә кешеһе. Артист үҙе юлда, ә күңеле менән һәр саҡ ғаиләһе хаҡында уйлай.
Ғаилә тигәндәй, Рәйес Вәғизовтың тормош иптәше Фаягөл Сабит ҡыҙы – республикала танылған шәхес. Тәжрибәле, абруй ҡаҙанған психолог, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Улар бергәләп Алмас исемле малай тәрбиәләне. Хәҙер ул – полиция офицеры. Йырсы яратҡан хәләл ефетенә арнап “Фаягөлөм” исемле йыр ҙа яҙған.
Әйткәндәй, Рәйес Шәйхинур улы Вәғизов – йырсы ғына түгел, композитор ҙа. Үҙенең студияһы ла бар. “Гөлнурым”, “Әсәй, һинең ҡулдар”, “Яҙҙар үтмәҫ кеүек ине”, “Аҡҡоштар ниңә моңһоу?”, “Янып һөйөү ниңә ғазап?”, “Ауылымда аҡ томан”, “Яратам” һәм башҡа йырҙары Рәйес Вәғизовҡа композитор булараҡ айырыуса танылыу килтерҙе.
Кемделер “Йырҙар нисек тыуа һуң?” тигән һорау ҙа борсойҙор, бәлки. Композитор былайыраҡ яуаплай: “Балта оҫтаһы йә иһә тимерсе теләгән әйберен оҙаҡҡа һуҙмайынса тиҙ генә эшләп ҡуя ала. Ә ижад кешеһенең ундай мөмкинлеге юҡ, рухи ләззәт, хис тойғоһо бөтөрөлөргә тейеш. Ултырайым да бер йыр яҙып алайым, тип кенә булмай, әлбиттә. Шулай, бер ваҡыт Архангел районында верандала ял итеп ята инем, ағас япраҡтары шыбырлашҡанға күңелем тулып китеп, йыр тыуҙы ла ҡуйҙы. Ә ҡайһы бер көйҙәр төшкә инә. Донъяға яңы йыр яңғырауы – ғәжәйеп тылсымлы ваҡиға ул”. Эйе, ижад ғазабының тәмле емешен татыу – бәхетле миҙгел.