Өләсәйем менән паркта йөрөй инек. Көн ҡояшлы, йылы. Бер ир кеше эте менән сыҡҡан.
Ҡапыл хайуан хужаһынан ысҡынып китте лә минең аяғымды тешләп алды. Өләсәйем йәһәт кенә “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртты. Дуҫтар! Эттәрҙән һаҡ булығыҙ!
Юлиә БАСКАКОВА,
68-се лицей уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы