Тағы ла барғым килә14.04.2012
Мин IV класта уҡыйым. Беҙгә Динә Ғәфүр ҡыҙы Мырҙағәлина белем бирә.
Класс менән йыл һайын “Тыуған көн”, “Әсәйҙәр байрамы”, “Атай — ил терәге” һәм башҡа саралар үткәрәбеҙ. Экскурсияларға ла йыш йөрөйбөҙ. Мәҫәлән, яҙғы каникулда Сибай ҡалаһында булдыҡ. Мәктәп директоры сәйәхәткә барыр өсөн автобус бирҙе. Уға ҙур рәхмәт!
Сибай беҙгә бик оҡшаны. Тәүҙә “Тыныслыҡ” кинотеатрында йәнһүрәт ҡараныҡ. Ҙур экранлы киң залда ҡара күҙлек кейеп ултырҙыҡ. Йәнһүрәттең эсендә йөрөнөк кеүек!
“Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү” музейында ла булдыҡ. Унда ла бик оҡшаны. Сибайға тағы барғым килә.
Илнар ӘБДРӘХИМОВ,
Мерәҫ мәктәбе уҡыусыһы.
Баймаҡ районы


Вернуться назад