“Ҡарттар ауырыуы”03.10.2017
“Ҡарттар ауырыуы”Үҙ-ара һөйләшкәндә йыш ҡына “ҡартлыҡ маразмы” тигән һүҙбәйләнеште ҡулланғанығыҙ йә иһә ишеткәнегеҙ барҙыр бит? Мыҫҡыллау рәүешендә әйтелгән был күренеште белгестәр бер термин менән билдәләй – “деменция”. Бының нимә аңлатҡанын иһә табиптарҙан башҡа һирәк кеше генә белгәненә иманым камил.

Айыҡ аҡыл аҡһаһа...

Йыраҡтаныраҡ башлайыҡ. “Альцгеймер сире” тип аталған аяуһыҙ сырхау үрҙә телгә алынған деменцияның төп сәбәптәренең береһе булып тора. Шуға ла мәҡәләне иғтибар менән уҡырға, эргәләге оло йәштәгеләргә иғтибарлыраҡ булырға, ҡасан да булһа ҡартлыҡ барыбыҙға ла килгәнен хәтерҙән сығармаҫҡа кәңәш итәбеҙ.
Дөрөҫөн әйткәндә, деменция темаһы бик сетерекле һәм нескә, сөнки, ябай итеп аңлатҡанда, был – эҙмә-эҙлекле хасил булған аҡыл зәғифлеге, 60-70 процент осраҡта уға Альцгеймер ауырыуы сәбәпсе. Ә был сиргә, үҙ сиратында, күберәк оло йәштәгеләр дусар.
Ғәҙәттә, сир 65 йәштән үткәндәрҙә хасил була. Хәтер насарая, интеллектуаль һәләт түбәнәйә. Быға тиклем алған белем һәм оҫталыҡ кимәле лә юғала бара. Кеше аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар кисерә башлай, хатта үҙ бүлмәһендә тынғыһыҙлыҡ тоя, юғалып ҡала, үҙ-үҙен тотошо ҡырҡа үҙгәрә. Был — ҡурҡыныс та, ҡыйын да хәл.
Сирле үҙе яфаланһа, уның яҡындарына ла еңелдән түгел. Деменция башланған кеше күҙ алдында эшкинмәгән йән эйәһенә әүерелә: яҡындарын танымай, үҙ-үҙен ҡарай алмай.
Шулай итеп, ҡасандыр ер һелкетеп йөрөгән һау, көслө кеше күҙ алдында аҙашып ҡалған меҫкен ауырыуға әүерелә: быға тиклем, мәҫәлән, шуҡ ейәндәрен еренә еткереп тәрбиәләгән, шул арала телевизорҙан сериалдарҙы ҡарап барған, яҡындары ҡайтыуға тәмлекәстәр бешереп ҡуйған өләсәй йорт эштәрен башҡарыу түгел, үҙ уйҙарын да бер епкә теҙә алмай...
Шуны аңлау мөһим: был дөрөҫ ҡартайыу билдәһе түгел. Эйе, кеше олоғайған һайын ауырая бара, фекер тослоғон юғалта, нимәнелер онотоуы ла ихтимал, мәгәр быларҙың береһе лә уға йәшәргә ҡамасауламай. Ә деменция ҡәҙимге тормошто тамырынан емерә, аҫтын-өҫкә әйләндерә.
Тағы бер күңелһеҙ факт: бөгөн деменциянан дарыу юҡ. Әммә сирле ни тиклем иртәрәк табипҡа күренһә, шул тиклем яҡшы, дауалау алған осраҡта уға ла, яҡындарына ла еңелерәк буласаҡ. Был диагноз тормош бөттө тигәнде аңлатмай, әммә көнитмеште тулыһынса үҙгәртергә тура киләсәк, шуға күрә эште тәүҙә мәғлүмәт туплауҙан башларға кәрәк.
Диагноз ҡуйғандан һуң табип ауы­рыуҙың эҙемтәләрен еңеләйтә торған препараттар билдәләй. Мәҫәлән, бәғзе сирлеләр агрессия күрһәтә, икенселәре, киреһенсә, депрессияға дусар була. Был хәл-торошто дарыуҙар менән еңеләйтергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта сирлене тәр­биәләгән яҡындары уның кәйеф торо­шоноң кинәт үҙгәреүен иҫәпкә алырға, быға әҙер торорға, кисектергеһеҙ саралар күрә белергә тейеш.
Ғөмүмән, сир тураһында мәғлүмәтте белеү берәүгә лә зыян итмәй, сөнки статистика аяуһыҙ — деменцияға дусарҙар һаны йылдан-йыл арта бара. Шул уҡ ваҡытта күптәрҙең был йәһәттән бер ниндәй мәғлүмәтһеҙ икәнлеген дә инҡар итеп булмай.
Ауырыуҙы
нисек танырға?

Альцгеймер сире аяуһыҙ һәм мәкерле, уның организмда йылдар буйы йәшерен рәүештә үҫешеүе бар. Шуға ла бәләкәй генә симптомдар барлыҡҡа килеү-килмәүенә даими иғтибар итергә кәрәк. Түбәндә миҫалдар килтерәбеҙ. Әгәр уларҙың ҡайһыһылыр үҙегеҙҙә йәки яҡынығыҙҙа күҙәтелә икән, кисекмәҫтән табипҡа барырға кәрәк.
Мәҫәлән, өйҙә үҙаллы тест үткәрергә була. Шулай уҡ ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе инфографикала күрергә мөмкин.

Артабан нисек йәшәргә?

Шиктәрегеҙ күбәйгән осраҡта “ниндәй табипҡа барырға һуң?” тиерһегеҙ. Дементологтар ябай поликлиникала осрамай – уныһы хаҡ. Улайһа, психоневрологик диспансерға юлланыу йәки терапевҡа булһа ла күренеү фарыз. Ысынбарлыҡта иһә уларҙың да деменция тураһында белеп бөтмәүе, барлыҡ зарҙарҙы ҡартлыҡҡа япһарып ҡуйыуы бар.
Һис шикһеҙ, сирлене ҡараусының иңенә һәр яҡтан ҙур бурыс йөкмәтелә. Бында иҡтисади, социаль, психологик сығымдар­ҙы ла иҫәпкә алырға кәрәк. Дарыуҙар ҡим­мәт, сирлене ҡарау-тәрбиәләү фарыз, ауы­рыуҙың үҙенсәлектәре иһә психологик һиллекте боҙоуы, күңелегеҙҙе ҡырыуы ихтимал.
Донъяла был проблема менән шөғөл­ләнгән ойошмалар күп. Рәсәйҙә, мәҫәлән, “Альцрус” фонды бар, унда сирлеләр һәм уларҙың яҡындарына тормошто еңеләйтеү юлдарын өйрәтәләр. Мәҫәлән, “Хәстәрлек мәктәбе” тигән сара даими үткәрелеп тора, унда ауырыуҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләйҙәр, нимә эшләргә кәрәклеген аңлаталар. Ойошманың сайтында ла байтаҡ мәғлүмәт бар.
Сирҙе иҫкәртеү мөмкинме?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Тикшереүҙәр буйынса юғары интеллектлы кешеләр Альцгеймер сире менән һирәгерәк ауырый тигән мәғлүмәт бар, әммә ҡайһы бер миҫалдар быны инҡар итә. Мәҫәлән, Альцгеймер сире диагнозы Бөйөк Брита­нияның элекке премьер-министры Маргарет Тэтчерға, билдәле яҙыусы Терри Пратчетҡа, АҠШ-тың элеке президенты Рональд Рейганға ҡуйылған. Шулай ҙа табиптар сәләмәт тормош рәүеше алып барырға саҡыра — был барлыҡ сирҙәрҙән дә иҫкәртеү булып тора.
Тағы бер үҙенсәлек. Социаль бәй­ләнештәрҙе юғалтмау мөһим. Ябай тел менән әйткәндә, дуҫ-иштәрегеҙ, таныш­та­рығыҙ, улар менән уртаҡ ҡыҙыҡһы­ныуҙарығыҙ күп булһын. Нимәнелер мауы­ғып тикшергәндә, кем менәндер ихлас ара­лашҡанда, яңылыҡтар белгәндә, ҡыҙыҡ­һыныу даирәһен киңәйткәндә — ҡыҫҡаһы, ыңғай хис-тойғо кисергәндә, кешенең кәйефе генә күтәрелеп ҡалмай, мейе эшмәкәрлеге лә яҡшыра.

Белеп тороғоҙ!

Альцгеймер сире – үҙәк нервы сис­темаһының дегенератив ауырыуы, ул аҡыл һәләттәренең эҙмә-эҙлекле боҙо­лоуына килтерә, атап әйткәндә, хәтер, телмәр, логик фекерләү ҡаҡшай.
Был күренеш беренсе тапҡыр 1906 йыл­да немец психиатры Алоис Альцгеймер тарафынан һүрәтләнгән. Йыл һайын сентябрҙә донъяның 70 илендә Бөтә донъя альцгеймер сиренә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә.
1. Сирҙең иртә стадияһы 40 йәштән һуң да хасил булыуы ихтимал.
Альцгеймер сире — быуат эпидемияһы, заман һаулыҡ һаҡлау тармағының иң етди проблемаларының береһе, сөнки Ер шарында халыҡ ҙур тиҙлек менән ҡартая, ә сиргә ҡаршы дауа табылмаған. Белгестәр билдәләүенсә, үҫешкән илдәрҙең 65 йәшлек тирәһендәге халҡының яҡынса дүрт проценты ошо сирҙән яфалана, ә 80 йәштән уҙғандарҙың ул һәр өсөнсөһөндә осрай. “Ҡарттар ауырыуы” тип атаһалар ҙа, сирҙең иртә формаһы 40 йәштән һуң уҡ башланыуы бар. Йышыраҡ осраҡта был – нәҫелдән килгән күрһәткес, һәр хәлдә пациенттарҙың биш процентында тап шулай.

2. Ҡатын-ҡыҙ йышыраҡ ауырый.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был сиргә гүзәл зат, ирҙәр менән сағыштыр­ғанда, алты-ун тапҡырға йышыраҡ дусар. Медицина күрһәткестәре буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙа енси гормондарҙы нормаға килтереү, ауырға ҡалыуҙан гормональ һаҡланыу саралары ниндәйҙер кимәлдә иҫкәртеү булып тора, шуға ла менопаузанан һуң ошондай препараттарҙы ҡулланыу ҡатын-ҡыҙ организмы өсөн файҙаға ғына.

3. Альцгеймер сиренә ҡаршы дарыу юҡ.
Ошолай булыуға ҡарамаҫтан, медицина препараттары етештергән ҡайһы бер компаниялар сирҙең ағымын еңеләйтергә, өлөшләтә дауаларға вәғәҙә бирә. Әммә белгестәр быны инҡар итә. Ғөмүмән, сирҙең симптомдарын еңеләйткән бер нисә һыналған дарыу бар, әммә улар ҙа дауаламай, ә сир үҫешен яйлата ғына.
Рәсәйҙә күп осраҡта диагноз, ғөмүмән, ҡуйылмай. Йыш ҡына психиатрҙар һәм неврологтар хәтер насарайыуының һәм аҡыл зәғифләнеүенең төп сәбәбен мейеләге ҡан әйләнешенең насарайыуы менән бәйләй. Әммә күптән иҫбатланған: был билдәләр күпселек осраҡта Альцгеймер сиренә хас. Дөрөҫ диагноз ҡуйыл­мағас, дауалау ҙа дөрөҫ булмай, тимәк. Һөҙөмтәлә сирленең хәле хөртәйеп китеүе ихтимал.

4. Йәшәгән урындан күсеп китеү – зыянға.
Оло йәштә өйрәнгән тормош рәүешен боҙоу, йәшәү урынын алмаштырыу, мәжбүри хәрәкәтһеҙлек, теге йәки был ағзаның эшмәкәрлеге боҙолоуы Альцгеймер сирен көсәйтеүе мөмкин. Шулай уҡ пациент ҡасан да булһа баш мейеһе йәрәхәте алған икән, бының да эҙемтәләренең сир ағышына тәьҫир итеүе бар.

5. Тәмәке тартыусылар Альцгеймер сиренән азатмы?
Никотиндың бәләкәй генә дозаһы аяуһыҙ сирҙе иҫкәртергә һәләтле, тигән фекер йәшәй. Әммә Альцгеймер сирен булдырмайым тип тәмәке тарта башлау аҡылһыҙлыҡҡа тиң! Көйрәтеүселәрҙә йыш ҡына башҡа төрлө ҡурҡыныс сирҙәр хасил була һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар йыш ҡына Альцгеймер сире башланған осорға тиклем йәшәмәй ҙә.
6. Аспирин баш мейеһе күҙәнәк­тәренә ярҙам итә.
Елһенеүгә ҡаршы стероидлы булмаған препараттарҙы, мәҫәлән, ацетилсалицил кислотаһын (аспирин) оҙайлы ҡабул итеү яҡшы һөҙөмтә бирә, тип ышандыра белгестәр. Белеүебеҙсә, был дарыу башҡа төрлө сирҙәрҙе дауалағанда ла әүҙем ҡулланыла. Әммә бер генә препаратты ла табип билдәләүенән тыш эсергә ярамай.

7. Аҡыл эше – файҙаға.
Белем кимәленең түбәнлеге Альцгеймер сире үҫешеүенең туранан-тура сәбәбе булмаһа ла, мөһим факторҙарҙың береһе һанала. Белем сирҙән һаҡламаһа ла, уны эстәү, мейене эшләтеү, фекерләү, баш ватыу сирҙең үҫешен ниндәйҙер кимәлдә тотҡарларға һәләтле. Шуға ижтимағи һәм физик әүҙемлек мөһим, был күп ғәмәл­дәрҙе хәтерҙә тотоуға, иғтибарҙы арттырыуға булышлыҡ итә, тимәк, аяуһыҙ сир ҙә организмды тиҙ генә яулап ала алмаясаҡ.


Вернуться назад