Ауылда дауахананың булыуы бик мөһим, айырыуса район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан урындар өсөн. Мәҫәлән, районыбыҙҙың төньяғындағы төпкөл Илсеғол ауыл хакимиәтенә ун ауыл ҡарай, әлеге көндә Мулдаш, Һөйөндөк, Көсөк, Һөләймән, Кәримдә фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләй, Илсеғолда участка дауаханаһы ҡабул итеү ойошторолған. “Ашығыс ярҙам”ды Комсомол участка дауаханаһынан саҡырталар.Илсеғол участка дауаханаһы заманса йыһазландырылмаған булһа ла, насар хәлдә түгел. Әммә капиталь төҙөкләндереү үтһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Учреждениеның тәҙрәләре иҫке. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының матди ярҙамы менән бер өлөшөн алмаштырғандар, ҡалғандарын да яңыртыу зарур. Бина мейес менән йылытыла, йылытыу системаһын яйға һалыу ҙа мөһим. Иң мөһиме – учреждение халыҡҡа бик кәрәк, улар өсөн уңайлы шарттар ҙа булдырылырға тейеш. Һәр кемдең Учалыға барып дауаланырға мөмкинлеге юҡ. Барған хәлдә лә бер юлы бар проблемалар хәл ителә тигәнде аңлатмай, шуға ла урындағы табипҡа мөрәжәғәт итеп, тейешле дауа алыу күпкә отошло.
Бөгөн дауаханала биш урын иҫәпләнә, шулай уҡ көндөҙгө стационарҙа унау, уларҙың бер ваҡытта ла буш торғаны юҡ. Урындар күберәк булһа, ауырыуҙарҙы алыҫтағы дауаханаға ебәрмәйенсә, ошонда ғына дауалап булыр ине.
– Кисекмәҫ ярҙам талап ителгәндә, “урын юҡ” тип сирлене кире бороп ҡайтара алмайбыҙ, ҡабул итәбеҙ, – ти дауахана хеҙмәткәрҙәре.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, участка дауаханаһы белгестәргә ҡытлыҡ кисерә, шәфҡәт туташтары ла етмәй. Штатты ҡыҫҡартыу насар йоғонто яһаған, мәҫәлән, киске дежурлыҡҡа кеше юҡ. Өҫтәмә штат булдырырға кәрәклеген һорап мөрәжәғәт итһәләр ҙә, үтенестәрен кире ҡаҡҡандар. Ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары, участка дауаханалары ябылып бөтөп бара, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Күреүебеҙсә, “Ауыл табибы” проекты ла төпкөл ауылдарҙың хәлен һиҙелерлек яҡшыртты тип әйтеп булмай, сөнки йәш белгестәр, нигеҙҙә, үҙәк район дауаханаларына ҡайта.
Бөгөн Илсеғол участка дауаханаһына баш табип Ғәфүр Хәкимов етәкселек итә. Шәфҡәт туташтары Зифа Хисаметдинова, Рәфилә Сәйфетдинова, лаборант Эльмира Нәҙершинаның эш тәжрибәһе ҙур, оҙаҡ йылдар аҡ халаттарын иңдәренән төшөрмәйҙәр. Иң һөйөнөслөһө шул: быйыл бында физиотерапия бүлмәһе ҡабаттан эшләй башлаясаҡ. Дауахана хеҙмәткәрҙәре ауылдаштары Мират Ғиззәтуллинға рәхмәт әйтә. Урындағы социаль комиссия рәйесе булараҡ, ул юллай торғас, ун йыл элек ябылған кабинет ҡабаттан асыласаҡ. Әлегә бүлмәне төҙөкләндереү менән мәшғүлдәр.
Учалы районы.