Яҡты йөҙө, яҡшы һүҙе менән03.10.2017
Уральск участка дауаханаһы терапевы Земфира Дауытова мәктәп йылдарында уҡ табип булырға хыяллана. Яҡшы билдәләргә уҡыған ҡыҙ бер ҡыйынлыҡһыҙ медицина университетына инә. Уҡыу йортон тамамлап, 2004 йылда Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһында хеҙмәт юлын башлай. Ауыл ерендә табиптарҙың етешмәүе – ил кимәлендәге киҫкен мәсьәлә, аҡ халатлылар ауыл ерендә эшләргә бигүк атлығып та тормай. Әммә Земфира Илдар ҡыҙы Уральск участка дауаханаһында эш тәҡдим итеүҙәренә шатланып риза була. Тормош иптәше Азамат Алмас улы ла атай йортона ҡайтып нигеҙләнергә күптән хыяллана бит! Шулай итеп, “Ауыл табибы” программаһына ярашлы, ғаилә Уральскиға күсенә. Дауытовтар Арыҫлан һәм Алмас исемле малайҙар үҫтерә, ғаилә башлығы Себергә йөрөп эшләй. 

Ҡайһы ерең ауыртһа ла, тәү сиратта терапевҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәм дауалау табиптарҙан һөнәри оҫталыҡ талап итә, был йәһәттән Земфира Илдар ҡыҙына һүҙ тейҙерерлек түгел. Яҡты йөҙө, яҡшы һүҙе менән ауырыуҙарҙың тәнен генә түгел, йәнен дә дауалай ул. Уральскиҙан тыш, яҡын-тирәләге тиҫтәгә яҡын ауыл халҡын да ҡабул итә ул. 
– Кешеләрҙе дауалауҙың бер ауырлығын күрмәйем, ҡағыҙ эше генә йонсота бер аҙ. Ахырҙа, өйгә алып ҡайтып яҙырға тура килә, – ти табип. 
Әлеге ваҡытта ул участкала бер үҙе эшләй, ә табипҡа күренергә теләгәндәр бихисап.
– Ауылдан килгәндәрҙең барыһын да ҡарап өлгөрөргә тырышам. Хәйер, кешеләрҙең һаулығы буйынса ниндәйҙер шиге тыуһа ла, шунда уҡ табипҡа күренергә атлығып тормай. Сәләмәтлектәре шаҡтай ҡаҡшағас ҡына дауаханаға киләләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа йөрәк сирҙәре, яман шеш ауырыуҙары күбәйҙе. Айырыуса эсәк яман шеше хәүефләндерә. Был тәүге сиратта сифатһыҙ туҡланыуға бәйле. Ә эсәк юлын тикшереү үҙе бер проблема. Ошо арҡала сир башта уҡ дауаланмай, аҙа. Ҡатын-ҡыҙ һаулығына иғтибарлыраҡ, ә бына ирҙәр аяҡтан йығылғансы йөрөй, – ти Земфира Илдар ҡыҙы. Тәжрибәле табип өсөн иң мөһиме – ауырыуҙан һуң аяҡҡа баҫып, йәшәүгә көс, өмөт алған кешенән ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү. Пациенттың һауығыуы, күңел күтәренкелеге белгес өсөн дә, һис шикһеҙ, шифалы.


Вернуться назад