Мәғлүмәтле булығыҙ!03.10.2017
“Йәшә” (“Живи”) хәйриә фонды Рәсәйҙә беренселәрҙән булып балалар лейкозының тәүге билдәләре тураһында мәғлүмәти онлайн-платформа булдырҙы. “Стоп лейкоз” тигән һылтанма аша инеп, һәр кем был ҡурҡыныс сир тураһында тулы мәғлүмәт менән бер рәттән тест үтә һәм, яҡынының һаулығы тураһында шик тыуған осраҡта, артабан нимә эшләргә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белә ала.
Донъяла яман шешкә дусар балаларҙың 40 проценты тап лейкоз менән сирләй. Рәсәйҙә йыл һайын ҡан системаһының яман ауырыуы диагнозын яҡынса 1500 балаға ҡуялар. Проблеманы был сиргә этәргес булған сәбәптәрҙең асыҡланмауы һәм уны иҫкәртеп булмауы тағы ла киҫкенерәк итә. Яман сир башланған сағында уҡ асыҡланһа, был йүнәлеүгә өмөттө арттыра, уның артабан үҫешеүен контролдә тотоу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Тағы ла шуныһы: ғәҙәттә, лейкоз билдәләрен башҡа сир менән бутайҙар һәм, ҡиммәтле ваҡытты әрәм итеп, икенсе ауырыуҙан дауалайҙар. Ошонан сығып, “Стоп лейкоз” порталы ата-әсәләргә мәғлүмәти ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.