Башҡа юл ҡалмаһа03.10.2017
Рәсәй кеше репродукцияһы ассоциацияһы хәбәр итеүенсә, илебеҙҙә суррогат әсәйҙәрҙән тыуған сабыйҙар һаны арта. Был быға тиклем бәпес һөйөү мөмкинлегенән мәхрүм булғандарға заман технологиялары ярҙамға килә тигән һүҙ.
Әммә шуныһы: ғәмәл бик ҡиммәт тора һәм һәр кемдең матди хәленән килерлек түгел. Унан тыш, ата-әсә булыуҙың был юлы ҡануни йәһәттән яйға һалынмаған, шуға күрә юридик ҡытыршылыҡтар күп.
Ғәҙәттә, был ысулға бала бағыу бәхетен татырға теләгән кешеләр барлыҡ мөмкинлектәрҙе һынап ҡарағандан һуң йөрьәт итә йә иһә ҡәҙимге ҡалыптарға тап килмәгән ғаиләләр. Миҫал итеп билдәле йырсы Алла Пугачева менән шоумен Максим Галкинды килтерергә мөмкин. Бала табыу йәшенән күптән үткән Алла Борисовнаның йәш иренән сабый үҫтереү өсөн тап суррогат әсәнең хеҙмәте менән файҙаланғаны билдәле.
Һандарға килгәндә, йыл һайын уртаса 1500 суррогат әсәгә эмбрион күсереп ултыртыла, уларҙың яртыһы самаһы организмға берегә, әммә йөклөлөк осорон аҙағынаса 350-500 суррогат әсә генә уңышлы еткереп, һау бала таба.