Һолола03.10.2017
Элегерәк булған хәл. Ауыл тирәһендә айыу күбәйеп китте. Был уға һунарҙың тыйылыуынан килгәндер. Емеш-еләге, башҡа уңышы менән һығылып торған йомарт көҙ етә башлаһа, йыртҡыс, кешенең хәләл мал-тыуарынан тыш, башағына көсө етмәйсә йығылып ятырға әҙер һоло баҫыуҙарына ла һиҙелерлек зыян килтерә. Тайыш табан эйәләшкән урындарҙан йүнле иген йыйып алырмын тип өмөт итмә. Баҫыуҙың ышығыраҡ, аулағыраҡ мөйөшөн һайлап, ул һоло һөтләнә башлағандан уҡ тәләфләргә тотона. Йыш ҡына кисен һин дә мин ултырып ҡалған ашлыҡ таң атыуға аяуһыҙ тапалып иҙелгән килеш ерҙә лыпын ята. Ул һабаҡтарҙы инде бер ниндәй комбайн да йыйып ала алмаясаҡ. Уңыш юғала, йән әсей. Өҫтәүенә айыу ошо тапалған ашлыҡ араһында һөрөлгән сәйер һуҡмаҡтар һалып бөтә. Шул рәүешле уның ашауына ҡарағанда тәләфләп әрәм итеүе күпкә артығыраҡ зыян килтерә.


Баҫыу ситтәрен өйөрөлтөп сабырға төшкәндә айыу йыҡҡан һыйыр түшкәһен күреп ҡайттым. Януар ҡорбанын һоло баҫыуы эсендәге ҡулҡыла һағалап ятҡан инде. Ғәйрәтенә хайран ҡалдым. Ете йөҙ килограмм самаһы тартҡан һыйырҙың ул тәүҙә бер нисә ҡабырғаһын һуғып һындырған, аҙаҡ мейеһен сәсрәтә һуҡҡан. Ике киҙәнеүҙә һыйырҙы йығып ҡара! Ҡот осҡос көс эйәһе! Үҙең күрмәйсә тороп, быны күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
“Күр ҙә тор: былай барһа, иген өлгөрөп, уны яҫмаларға һала башлағансы әлеге майҙандың яртыһы тапалып бөтөр”. Башыма килгән тәүге уй ошо ине. Ни өсөн тигәндә, хәҙер үләкһә еҫенә ошо тирәнең барлыҡ айыуҙары һәм башҡаһы һеперелеп йыйыла башлаясаҡ. Ә уларға һинең һолоң бар ни ҙә юҡ ни – үҙ тамаҡтары туйһа булды. Әйтергә кәрәк, йәтеш урынды оҡшатып, унда эйәләшкән тайыш табанды биҙҙереүе анһат эш түгел. Быны тик мылтыҡ ярҙамында ғына башҡарып була. Хәйер, әлеге урындан биҙгән хәлдә лә, ныҡыш януар барыбер был төбәкте бөтөнләйгә ташлап китмәйәсәк.
Мылтыҡ тигәндән, ә ниңә самалап ҡарамаҫҡа? Атай-олатайҙарым борондан һунар иткән. Айыу алған – дан алған. Дөрөҫ, ҡулға йыртҡысты атыуға рөхсәт ҡағыҙы төшөрөүе еңелдән булмаҫ, быныһын яҡшы беләм. Беҙҙә бит шулай: януар көн аша тип әйтерлек йә башмаҡты, йә һауын һыйырын йығып, зыян өҫтөнә зыян килтерә, ә уның үҙенә тейергә ярамай. Яраған хәлдә лә, лицензия артынан ҡырҡ тупһа тапарға, һунар эшендә бер ни аңламаған йөҙ түрә алдында кәпәс һалып инәлергә кәрәк. Шунһыҙ һис килеп сыҡмай. Ҡиммәтле ваҡыт ҡулдан ысҡына, кәйеф төшә, теләк һүрелә. Ә айыухан ағайыңа шул ғына кәрәк: ул, яуызлыҡтарын ҡылып, этлек эшләүен дауам итә. Уға рөхсәт тә, ҡағыҙ ҙа кәрәк түгел. Әйткәндәй, бер заман бүре менән дә шул уҡ хәл булманымы ни? Булды бит. “Урман санитары”на ирек биреп үрсеттек тә, хәҙер ҡотола алмайбыҙ. Хөкүмәт премияһын бирә, башҡаса ла дәртләндереп ҡарай, әммә һоро үләт һаны артҡандан-арта. Бүре хәҙер самаһыҙ күп, урмандағы булған йәнлекте ҡырып-һеперә генә. Айыу менән дә шул уҡ хәл ҡабатланмаҫ тип кем әйтә ала?
Үләкһә аунап ятҡан ер ныҡ тапалырға өлгөргән ине. Мин унан алыҫ түгел баҫыу ситендәрәк үҫкән, ботаҡтары инде аҫҡа ҡарап һәленә башлаған йөҙйәшәр тарбаҡ ҡайынды яҡтыла уҡ билдәләп ҡуйҙым: аңдып ултырыу өсөн ҡулай урын.
Киске эңерҙә, күҙ бәйләнеп, ысыҡ төшөү менән комбайндар эштән туҡтай. Юғиһә еүеш иген йүнләп сабылмай. Комбайнсылар “тимер ат”тарын “минең” ҡайындан йөҙ аҙым самаһы арыраҡ ҡуйҙы. Үҙҙәре шунда уҡ көплө машинаға ултырып ҡайтып та китте. Мин сәңгелдәкле мотоциклым менән уларҙың артынан төшкән кеше булдым да, бер аҙ барғас, кире боролдом. Йәнәһе, күҙ яҙлыҡтырҙым. Айыу атырға йыйыныуымды бер кем дә белергә тейеш түгел. Матайымды әле һыуынырға ла өлгөрмәгән комбайндар араһында ҡалдырғас, йәһәтләп ҡайын башына менеп ҡунаҡланым.
Һоҡландырғыс төн! Ҡараңғылыҡ менән тынлыҡ хөкөмлөгө. Береһенән-береһе уҙҙырырға теләп емелдәшкән иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙло, дөм ҡара булһа ла, үтә күренмәле күк көмбәҙендә болот әҫәре юҡ. Тимәк, тәүге ҡырауҙарға ла күп ҡалмаған. Төндәрҙең бындайы мотлаҡ шул осорҙа булыусан. Хәйер, ҡырау тип хафаланһаҡ та, уның да ниндәйҙер кимәлдә файҙаһы бар. Сейле-бешле ултырған игенгә, башҡа үлән орлоҡтарына тиҙерәк өлгөрөргә булышлыҡ итһә, инде кәрәге бөткән япраҡтарҙы ҡапылыраҡ ҡорота. Ашлыҡтың, бигерәк тә һолоноң, аҫҡы йәм-йәшел ҡыяҡтарын ҡыуартып, сабыуҙы һиҙелерлек еңелләштерә. Эштең сифаты бермә-бер күтәрелә. Ҡайын япраҡтары ла бит ҡырауҙан һуң ғына ихласлап һарғая башлай. Тәбиғәт-әсә барыһын да алдан ҡарап, хәстәрләп ҡуйған.
Ниһайәт, эргәләге ҡыуаҡлыҡта һаҙ турғайы сиҡылданы: сиҡ... сиҡ... сыҡ... сыҡ... Ошо аһәңһеҙ генә ауазды төнгө һунарсы тулҡынланып та, һағайып та ҡабул итә. Ни өсөн тигәндә, әлеге турғай тынысһыҙлана башланымы, был – ошо тирәгә ниндәйҙер йәнлек яҡынлашыуының аныҡ билдәһе. Унан да ышаныслырағы башҡаса юҡ. Һунарсыға көндөҙ – һайыҫҡан, төнөн һаҙ турғайы тауыш бирә. Әлбиттә, уларҙы аңлау кәрәк. Юғиһә шул уҡ һайыҫҡандың уйламаҫтан үҙеңде лә “һатыуы” бар.
Мин көтәм... Баяғы ярһыу хәлемдән инде тыныслана төштөм. Арҡам тағы өшөй башланы. Ҡапыл...
Кемдер ныҡ һыҙланғандай ыңғырашып ҡуйҙы. Яҡында ғына. Комбайндар торған тарафта сәп-сөп иткән сәйер тауыш ишетелә. Айыу! Мин ҡабат дөрләй башлағанымды тоям. Эйе, хаталанырлыҡ түгел: ҡайҙалыр тайыш табан рәхәтләнеп туҡ һоло менән һыйлана. Кинәнестәндер инде, күкрәк төпкөлөн тетрәндереп сыҡҡан ғәйре тауыш менән һирәк-һаяҡ ыңғырашып ҡуя. Әле ул тауыш бер ниндәй ҙә хәүеф менән янамай, ҡурҡыныс та түгел, сөнки айыу мине күрмәй ҙә, тоймай ҙа. Ә бит һунар итергә сыҡҡан януарҙың үкергән ауазы ҡот осҡос. Күп тапҡыр ишеткәнем бар. Ул ауаз теләһә кемдең рухын һындырырға һәләтле. Шунлыҡтан ҡорбан, үҙе лә абайламаҫтан, йыртҡыс тырнағына барып эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ауға сыҡҡан айыуҙарҙың күҙенә салынмауың хәйерле. Улар ике уйлап тормай. Улар тиеүем шуға бәйле: ауға айыуҙар, ғәҙәттә, күмәкләп сыға. Был отошло алым: береһенең тауышынан өрккән ҡорбан еңел генә икенсеһенә тәл була...
Иртәгәһен йәнә шул уҡ баҫыуға килдем. Тағы теге ҡайынға үрмәләргәме? Юҡ инде. Мин хәҙер әҙ-мәҙ һабаҡ алған. Йолҡош әтәс ише шоҡорайып ағас ботағында ултырғансы, йомшаҡ ултырғыслы комбайн кабинаһы кем менән уртаҡ? Йыртҡыс бит йәнһеҙ машинаны бар тип тә белмәй. Өҫтәүенә бөтә яланды алған солярка аңҡыуы башҡа булған еҫтәрҙе баҫа. Бына бит уның әтнәкәһе!
Ҡабырғалағы тәҙрәнең шылдырмалы өлгөһөн асып ҡуйҙым. Юғиһә бер ниндәй тауыш ишетелмәйәсәк. Миңә бөгөн төнгө тәбиғәт хозурлығына һоҡлана-һоҡлана оҙаҡ көтөргә насип итмәне. Күп тә тормай, һоло эсенән ҡуршылдауға тартым таныш тауыш ишетелеп ҡалды, һәм бер аҙҙан тайыш табан үҙе лә пәйҙә булды. Ул бөтөнләй яҡын ине: ун-ун биш аҙым самаһы.
Һаҡлыҡ менән әкрен-әкрен генә урынымдан торорға маташам. Пружиналы йомшаҡ ултырғыс хыянатсыл шығырлап ҡуя. Быны шунда уҡ ишетеп алған шилма, шөғөлөн ташлап, кинәт кенә боролдо ла, түңәрәк ҡолаҡтарын һаҡсыл ҡарпайтып, артҡы тәпәйҙәренә баҫты. Ошо ҡиәфәтендә ул ғәҙәттәгенән күпкә ҙурыраҡ та, дәһшәтлерәк тә күренә ине. Һиҫкәнгән айыу туп-тура миңә ҡарап тора. Ҡурҡыныс булып китте. Башымдан “Бөттө былай булғас, һунар барып сыҡманы” тигән үкенесле уй үтте. Үҙемдең шулай алабарманыраҡ ҡыланыуыма йәнем көйә.
Күпме ваҡыт шулай торғанбыҙҙыр, әммә минең артабан тәҡәт ҡалманы. Ни булһа ла булыр, тип уңайлап торорға йыйынғанымда, айыу, тынысланып, дүрт тәпәйенә баҫты. Тағы бер аҙҙан, бер ни булмағандай, һыпырып һоло ашарға тотондо. Ошонан файҙаланып, икенсе аяғымды ла иҙәнгә терәй һалдым. Бына бит, айыу – хәйләкәр, ә кеше унан хәйләкәрерәк булып сыҡты. Шулай ҙа ни өсөн йыртҡыс емтек янына барманы, ә һолоға өҫтөнлөк бирҙе? Быныһы бөгөнгә асыҡланмаған һорау булып ҡалды.
Ашау ҡомарына ныҡ бирелгән уҫлаптай айыу бер мәл ергә ултырҙы. Ул уңлы-һуллы услап, суҡ һолоно тештәре менән оҫта һыпырып ала. Кинәнестән уһылдап, хатта ыңғырашып ҡуя. Бер урында ашай бирә лә ултырған көйө генә алға шыуыша, тағы йыпыра. Уның ауыр кәүҙәһе аҫтында ярылып ҡара эҙ ҡала. Бына нисек итеп һала икән тайыш табан һөрөлгән кеүек тәрән, йышылып бөткән бураҙналарҙы! Өҫтәүенә ул элекке әҙер бураҙнаһынан “шыуып” йөрөүҙе өҫтөнөрәк күрә һымаҡ. Ни өсөн тигәндә, мин ҡарап торған арала ғына бер юлдан ҡабат-ҡабат үтте, шул тирәнең игенен бөтөнләй иҙгесләп ташланы.
Ҙур һаҡлыҡ менән мылтығымдың көбәген тәҙрә уйымына тыға алдым. Хәҙер инде беҙ еңеүсе! Самалап йыртҡыстың урта биленә, ҡалаҡ һөйәк аҫтынараҡ тоҫҡаным. Ярһый төшкән йөрәк тибешен баҫмаҡҡа тәрән итеп һулыш алдым һәм...
Тәүге айыуыма тиҙерәк ҡағылып ҡарайһы килә, әммә ҡабаланырға ярамай. Яралы йыртҡыстың хәйләләшеп ятыуы бар. Йән бит. Бер кемдең дә уны былай ғына, ҡон ҡайтармайса тороп бүләк итәһе килмәй.
Ышыҡ биргән комбайн кабинаһында тулҡынланып та, йөрәкһеп тә ултырам. Бер аҙ яҡтырғанды көтәм. Көтәм һәм үҙемдең түҙемлеккә аптырап ҡуям. Хәйер, уның нимәһенә аптырарға? Артабан йәшәгең килә икән, түҙем дә, сыҙам да, уяу ҙа, һаҡ та булыу зарурлығын һис оноторға ярамай.
Әле ерҙә лыпын ятҡан айыуҙың йәне сыҡҡанмы-юҡмы икәнлеген яҡтырғас ҡолаҡтарына ҡарап ҡына аныҡ белергә була. Тере йыртҡыстың ҡолаҡтары һәр ваҡыт шымтайып ҡыҫылған була. Ниндәй генә хәйләле булмаһын, ул ошо хәлен йәшерә белмәй ҙә, йәшерә алмай ҙа. Ярай әле әҙәми зат ошоно нисектер асыҡлаған. Ә быға тиклем күпме ҡорбан талап ителгәндер инде...



Вернуться назад