Ер шарында ике мең ярым төр йылан бар. Бигерәк тә Көньяҡ Америка, Африка, Көньяҡ Азия фаунаһы уларға бай. Йылан селәүсен, балыҡ, ҡош, бөжәк, кимереүселәр, ваҡ хайуан менән туҡлана. Табышы ауыҙына һыйһа, әллә ни ҡаршылыҡ күрһәтмәһә, тере килеш йотоп ебәрә. Эрерәген быуып, сағып йә булмаһа башы менән һуғып үлтерә. Йыл һайын донъяла 500-600 мең кеше йыландан сағыла. Һиндостанда, Көнсығыш Азияла был шыуышыусыларҙы үлтерергә йә ауларға маташыусылар күп осраҡта үҙҙәре ҡорбанға әүерелә. Мәҫәлән, гюрза бер тешләгәндә организмға 200 миллиграмм ағыу ебәрә ала.
Йыландың ишетеү ағзаһы үҫешмәгән. Ул кеше килгәнен ер һелкенеүҙән, тәне менән тоя. Һауа торошона ла иғтибарлы был һөйрәлеүсе. Ҡояш болот артына инеп, әҙ генә күләгә төштөмө, ояһына ҡаса. Дошманы күп булғас, һаҡланыу ҙа кәрәк үҙенә. Әйтәйек, ҡара йылан өсөн ҡарға ла, һайыҫҡан да, өйрәк, торна, терпе, төлкө лә “һунарсы”. Ә гюрза бөркөттән, ҡабандан, бурһыҡ, ҡыр бесәйе, төлкө, ҡауҙынан ҡурҡа. Теше ҡорбанын тешләү, сағыу өсөн хеҙмәт итә. Табышын сәйнәү, өлөшкә бүлгеләү менән булышмай, тулайым йотоп ебәрә. Теше үткер һәм артҡа ҡарап тора. Кеше, ғәҙәттә, йылан телен сығарҙымы – ағыулы, тип уйлай. Хата фекер. Тел – һиҙеү ағзаһы. Күҙе йоҡа, үтә күренмәле яры менән ҡапланғанлыҡтан, насар күрә. Ҡайһы берәүҙәренең термоцепторы бар. Ул – үҙенән күпмелер алыҫлыҡта йөрөгән йән эйәһенең тән йылыһын тойоусы, сигнал биреүсе ағза. Йылан тиреһен ергә, ташҡа ышҡып, тишек-тошоҡҡа бер инеп, бер сығып, һыпырып төшөрә. “Тун”ын ике-дүрт йылға бер алыштыра. Төҫөнә килгәндә, ҡомлоҡта йәшәгәне күбеһенсә ҡом төҫөндәрәк, ағаслыҡта көн иткәне – йәшел, сыбар, ҡара.
Йыландан сағылғанда кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур. Табип килгәнсе хәрәкәтләнмәй ятырға, күп һыу (сәй) эсергә кәрәк.