Ғибрәтле мәғлүмәттәр03.10.2017
Ғибрәтле мәғлүмәттәр= Һәр йылды беҙҙең планетала Бөйөк Британия биләмәһенә тиң майҙанды биләгән урман ҡырҡыла.
= Һәр минутта 15 – 20 гектарға тиклем майҙандағы урман юҡҡа сыға.
= Урмандарҙы һәләк итеү арҡа­һында һауа торошо ҡорораҡ була бара, йылғаларҙың ағышы боҙола, Себерҙә тупраҡ бик ныҡ туңа, саң бураны хасил була, ер ашала.
= Һуңғы ярты быуат эсендә ҡаты ҡоролоҡтар ун тапҡыр йышыраҡ бул­ды, һыу баҫыуҙар һәм шул сә­бәп­ле барлыҡҡа килгән ҙур ҡойон­дар, һауа өйөрмәләре ике тапҡырға артты. Ер тетрәүҙәр йышыраҡ һәм көслөрәк була башланы.
= Йыл һайын һауаға биш миллиард тонна углекислый газ сығарып ташлана.
= Һыуҙарҙың “сәскә атыуы”, йәғни унда күк-йәшел һыу үҫемлек­тәре­нең үрсеүе, кешенең Ерҙә йәшә­үенә янаған иң төп ҡур­ҡы­ныстарҙың береһе һанала. Был һыу үҫем­лектәренең зарарлы тәьҫире һыу­ҙы ҡайнатһаң да бөтмәй.
= Тәбиғи бәлә-ҡазаларҙан килгән зыян донъя илдәренең тулайым милли продукцияһының өс процентын тәшкил итә.
= Быуат башында хайуандарҙың йылына бер төрө юҡҡа сыҡҡан. Хәҙер көн һайын берәүһе, тимәк, йылына 365-366 төр юҡҡа сыға.
= Европала ҡоштарҙың өстән икеһе, күбәләктәрҙең өстән бере, йыландарҙың һәм ер-һыу хайуан­дарының яртыһынан күберәге юҡҡа сығыу алдында.


Вернуться назад