Мәргән полицейский03.10.2017
Мәргән полицейский Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең тәфтиш бүлеге хеҙмәткәре, юстиция капитаны Рифат Мөхәмәт улы Фәтҡетдинов эшен намыҫ менән башҡара. Ул бала саҡтан тәфтишсе булырға хыяллана. Шуға ла ҡаланың 21-се мәктәбен тамамлағандан һуң бер икеләнеүһеҙ Белорет металлургия училищеһындағы юридик бүлеккә уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Рәсәй Эске эштәр министр­лығының Өфө юридик институтында белем эстәүен дауам итә. Ә инде уны тамамлағас, тыуған ҡалаһына ҡайтып, Белорет эске эштәр бүлегенә тәфтишсе булып урынлаша.
Рифат Мөхәмәт улын коллегалары хәрби ҡоралдан мәргән атыусы итеп белә. Ул 1998 йылдан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктә­бендә пневматик ҡоралдан атыу менән шөғөлләнә башлай. Спорт мастерына кандидат исемен йөрөтә. 2011 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығы хеҙмәт­кәрҙәре араһында хәрби ҡоралдан атыу буйынса турнирҙа еңеү яулап, Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ була. Был спорт төрө менән шөғөлләнеүе хәҙер эшендә лә ярҙам итә. Ул Белорет эске эштәр бүлегенең намыҫын яҡлап сығыш яһай һәм һәр ваҡыт призлы урындар яулай.
– Әлбиттә, тәфтишсе эше еңелдән түгел, әммә һайлаған һөнәремде яратам, бурысымды ҙур теләк менән үтәйем. Эш башлаған саҡта хеҙмәттәштәрем файҙалы кәңәштәре менән ярҙам итте. Беҙҙең бүлектә татыу, берҙәм коллектив. Мин юл-транспорт хәл-ваҡиғалары буйынса эштәрҙе алып барам. Һуңғы йылдарҙа был өлкәлә енәйәт­тәрҙең артыуы күҙәтелә. Быйыл ошо ваҡытҡаса юл-транспорт ҡағиҙәләрен боҙған водителдәргә ҡарата 17 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Уларҙың яуапһыҙлығы арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләр һәләк була, – ти Рифат Мөхәмәт улы.
Полиция хеҙмәткәрҙәре эштән йыш ҡына һуңға ҡалып ҡайта, ял көндәрендә мәшғүл. Бындай осраҡта ғаиләңдең аңлап ҡабул итеүе мөһим. “Ҡатыныма рәхмәт, мине аңлап тора”, – ти тәфтишсе.
Эшен яратып, бөтә күңелен һалып башҡарғандар бер ҡасан да һынатмай. Рифат Мөхәмәт улы ла намыҫлы, тырыш булыуы менән етәкселәре һәм хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанып, яҡшы күрһәткестәргә ирешә.



Вернуться назад