Һабай ГЭС-ы03.10.2017
Һабай ГЭС-ы Районда электр селтәре булдырылыуға 45 йыл тулһа ла, беҙҙең ауылда электр энергияһын ҡулланыу күпкә иртәрәк, бынан 80 йыл элек үк башлана. Миңә ошо ваҡиғаларҙың шаһиты булырға тура килде.

Еҙем йылғаһының ағым көсөн файҙаланып, электр энергияһы бирә башлаған ГЭС 1937 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Башта Өфөнән килгән инженерҙар төҙөлгән ҡоролманы эшләтә алмай ҡайтып китә. Һабай ауылынан бер ниндәй махсус белеме булмаған Йосоп Ҡужин станцияны көйләп ебәреүгә өлгәшә. Ул хатта Һабайҙың түбәнге осонан үрге яғына тиклем трамвай йөрөтөргә лә хыяллана башлай. Материал туплай. “Трамвайын да үҙем эшләйем мин уның”, – тип тә ебәрә, ләкин хыялы тормошҡа ашмай ҡала: яуға алына. Һуғышҡа тиклем ул “накомобиль” тип аталған таҡта ярҙырғыс алдырып, ауылдаштарының өй баштарын ошо материал менән яптырырға хыяллана. Әммә уныһы ла тормошҡа ашмай ҡала. Һуғыш ваҡытында әлеге ҡоролманы Таҡман ауылы урыҫтары: “Биреп кенә тороғоҙ”, – тип алып ҡайта һәм ауылдағы барлыҡ өйҙәрҙең ҡыйығын ябырға етерлек таҡта ярҙыра.
Һабайҙағы станция эреле-ваҡлы 17 ауылды энергия менән тәьмин итә. Башҡа яҡтарҙа игенде элекке төрлө ысулдар ҡулланып һуҡтырып алһалар, Һабайҙа молотилка электр двигателе менән хәрәкәткә килтерелде. Яҙғы ташҡындың быуаны йырып ебәргән саҡтары ла булғыланы. Ундай осраҡта баҫыу эштәре тамамланыу менән 17 ауылдан кешеләр быуа быуырға Һабайға килеп тулыр ине. Яҡын-тирәнән йөрөп эшләһәләр, Имәндәш, Яңы Ерек кеүек йырағыраҡтарынан килгәндәр ҡуна ҡала торғайны. Кис булһа, клуб тулы йәштәр гармунда уйнап, йырлап-бейеп күңел асыр ине.
Быуа быуыр өсөн тупраҡты, ҡом-балсыҡты аттарға тейәп тә, носилкалар менән дә ташынылар. Һуңынан ҡул көсөнә алмашҡа техника килде. ГЭС-тың беренсе директоры урыҫ кешеһе ине. Беҙ, малайҙар, уны “Әлексәй бабай” тип йөрөттөк. Башҡортса ла һөйләшә белде. Ул киткәс, Демин фамилиялы икенсе берәү килде. Уны иһә Фишер фамилиялы йәһүд кешеһе алыштырҙы. Артабан Ғәлинур Шәйбәков эшләне. Ул бик егәрле, тырыш директор булып хәтерҙә ҡалған. ГЭС-ҡа ике ат, тонна ярымлыҡ йөк машинаһы, бағана ҡағыу ҡулайламаһы алдыртты, кәрәк саҡта “ДТ-75”, “С-100” тракторҙары килтертеп, быуаны нығыттырҙы. Шәйбәковты Асҡын районындағы ГЭС-ҡа күсергәс, уны Әхмәтйәнов фамилиялы кеше алыштырҙы. Артабан оҙаҡ йылдар электромонтер булып эшләгән Аҡташ уҙаманы Фәйзрахман Дауытов директор итеп ҡуйылды. Был 1961 йыл ине.
Һабай ауылынан ГЭС-та Батыргәрәй Әминев, Хәмит Ҡужин, Лотфулла Хәбибуллин, Камил Аҡкөбәков, Ғөбәйҙулла Ҡадировтар эшләне. Үҙемә лә бер ни ҡәҙәр тир түгергә тура килде.
1962 йылдың авгусында Һабай ГЭС-ы ябылды һәм барлыҡ ҡорамалдары Ҡарағай ярҙамсы станцияһына күсерелде.
Райондың күп кенә ауылдары халҡы кис көнө һуҡыр шәм яҡтыһында ултырһа, Һабай ГЭС-ы тирәһендәге 17 ауылда электр лампалары янды. Төндә лә йорттар ғына түгел, урам буйҙары яп-яҡты ине. Шуға ла КПСС райкомының беренсе секретары Кәримский ялын Һабайҙа үткәрергә булғандыр. Башҡа түрәләр кеүек Ҡара диңгеҙ, Ҡырым тип ҡыҙыҡмаған. Ул килеүгә мәктәптең бер бүлмәһен аҡлап, буяп, йыһаздар ултыртып ҡуйырҙар ине. Ҡатыны менән йомшаҡ, таҙа, балыҡҡа бай Еҙем йылғаһында һыу инеп, эргәләге күлдә кәмәлә йөрөп, рәхәтләнеп ял иттеләр. Бына ошондай хәтирәләр һаҡлай ауылыбыҙ. Ул ваҡиғаларға байтаҡ йылдар уҙһа ла, тыуған төйәгемдең гөрләп торған саҡтары хәтерҙән сыҡмай.

Ғафури районы.


Вернуться назад