Буш ваҡытымда китап уҡырға яратам. Айырыуса яҙғы каникулда дуҫымдан айырыла алманым.
Китап кешене белемгә әйҙәй, әҙәпле булырға өйрәтә, уңышҡа илтә. Миңә лә һәр саҡ ярҙам итә ул. Быйыл, мәҫәлән, башҡорт теле буйынса район олимпиадаһында призлы урынды алдым. Китапты ни тиклем күберәк уҡыһам, киләсәктә лә бәйгеләрҙә еңеремә ышанам. Белемдең үрен тырыш балалар ғына яулар, ти уҡытыусым.
Айгүзәл ШӘЙӘХМӘТОВА,
Сиреғол мәктәбе уҡыусыһы.
Ейәнсура районы