Доғаларын уҡый-уҡый...03.10.2017
Доғаларын уҡый-уҡый... Ул доға ҡылып, рәхмәтле булып, барлыҡ кешеләргә, балаларына, илебеҙгә изге теләктәр юллап йәшәй. Федоровка ауылынан һикһән туғыҙ йәшлек Тәҡиә Барый ҡыҙы Мортазина үҙенең тормошо тураһында бына нимәләр һөйләне.

– Мин 1926 йылда тыуғанмын. Биш йәш самаһы булғандыр, Шәмсикамал өләсәйем янында ултырғанда ниндәйҙер кешеләр килеп инде лә беҙҙең әйберҙәрҙе йыя һәм алып китә башланы. Өләсәйем ҙур шәл япҡайны, уны ла тартып алдылар. Мин буҫлығып иланым. Аҙаҡ бала саҡ шатлығы булды – атайым ҙур булмаған йомро витаминдар алып ҡайтты. “Бына, ҡыҙым, аша. Был – бөтә аттарыбыҙҙың, һыйырҙарыбыҙҙың, һарыҡтарыбыҙҙың хаҡы”, – тине лә ниңәлер илап ебәрҙе…
Беҙҙе өйөбөҙҙән ҡыуып сығарҙылар, бәләкәй генә аласыҡта йәшәй башланыҡ. Атайымды ҡайҙалыр алып киттеләр. Ул оҙаҡ ҡайтманы, ә беҙ көттөк.
Бер ваҡыт кис мин, өләсәйем һәм имсәк һеңлем Раҡыя ғына өйҙә инек, әсәйем ликбезға киткәйне (революциянан һәм граждандар һуғышынан һуң өлкәндәрҙе уҡыу-яҙыуға өйрәтеү мәктәбе, “ликвидация безграмотности” ҡыҫҡартыуынан). Ныҡ итеп тәҙрәгә туҡылдаттылар ҙа: “Сәхиә әйберҙәрен, балаларын алһын да ире янына китһен. Иртәгә иртүк. Уларҙы ла ҡыуып сығаралар!” – тип ҡысҡырҙылар.
Иртән еңел арбалар килде. Әсәйем әйберҙәрҙе тейәй ине. Уның ҡулынан юрғанды тартып алдылар: “Был беҙгә кәрәк!” Өләсәйем мине үҙенең яулығына ураны, мине уның менән ҡалдырыуҙарын үтенде, мин дә уға йәбештем. Әммә Лотфулла килде лә мине тартып алды һәм арбаға бәрҙе. Ҡуҙғалдыҡ. Бөтәһе лә илай ине. Беҙ ҙә, тороп ҡалған өләсәйем дә, йыйылған халыҡ та… Аҙаҡ беҙҙең артыбыҙҙан аҙан әйтеп, доғалар уҡыуҙарын әйттеләр: “Улар ғәйеплеме ни инде? Аллаһ һаҡлаһын үҙҙәрен!”
Арбала оҙаҡ барҙыҡ, һуңынан пароходҡа ултырҙыҡ, ниндәйҙер ҡаялы ярҙар янынан йөҙҙөк. Урман янында туҡтаныҡ. Мин уларҙың Нуриман урмандары булыуын һуңынан белдем. Унда беҙҙе атайыбыҙ ҡаршыланы, йәйәүләп оҙон баракка килеп еттек. Ундағы һикеләрҙең береһенә урынлаштыҡ. Бер баракта ҡорма менән бүленгән һикеле урындарҙа балалары менән алты-ете ғаилә йәшәй ине.
Атайым менән әсәйем иртүк эшкә китә лә арып-талып бик һуң ғына ҡайта торғайнылар. Раҡыя һеңлемде балалар баҡсаһына илтәләр, ә мин башҡа балалар менән бергә яҡынса бер километр алыҫлыҡтағы мәктәпкә йөрөнөм. Ҡапыл атайым юғалды… Ул белемле булды, уҡый-яҙа, русса һөйләшә белә ине. Уны тауар ташырға ҡушҡандар. Бер ваҡыт бер ҡап махорка менән бер киҫәк һабын етмәгән. Уны Өфөгә ебәрҙеләр. Ул үҙенең ғәйепле булмауын, урлаған кешене табырға кәрәклеген әйткән. “Тикшерербеҙ, аҙаҡ ҡарарбыҙ”, – тигәндәр һәм атайымды таш бинаға япҡандар. Һәм онотҡандар. Ә тышта ҡыш. Алты көндән һуң асһалар, ул үлгән була. Шунда уҡ күмгәндәр.
Әсәйем ҡасырға ҡарар иткән. Стәрлебаштағы тағы ике ҡатын менән килешкәндәр. Ҡараңғы төндә беҙҙе уяттылар ҙа юлға сыҡтыҡ. Төндәрен генә һәм һәр ваҡыт урман буйлап атланыҡ. Өлкәндәр нисек юл тапҡандыр инде, белмәйем. Мин әсәйемдең итәгенә тотоноп барҙым, Раҡыя һеңлемде ул күтәреп алды. Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылына килеп еттек. Иртән беҙҙе атта Федоровкаға илтеп ҡалдырҙылар.
Ҡораласыҡта Хәмит Ишманов рәйес ине. Ул бәйләнеп торманы, әсәйемде фермаға һауынсы итеп эшкә алды. Өйөбөҙ бәләкәс кенә ине, өләсәйебеҙ беҙҙе оҙатҡандан һуң үлгән. Олатайыбыҙ икенсегә өйләнгәйне. Шуға ла мине атайымдың бер туған ағаһы Басир ағай менән Нәфисә апай Сәйфуллиндар ҡарауға алды. Шул тиклем һәйбәт, изге күңелле кеше булдылар. Улар мине үҙҙәренеке кеүек ҡабул итте, яратты. Мәктәптән һуң әсәйем менән күрешергә фермаға бара торғайным.
Һуңынан әсәйем Балыҡлы ауылынан дүрт бала менән тол ҡалған Вәлиәхмәт Бикмөхәмәтовҡа кейәүгә сыҡты. Бер аҙ ваҡыттан һуң, мин бишенсе класҡа уҡырға барғанда, әсәйем менән үгәй атайым мине лә үҙҙәренә алды. Ул бик яҡшы, киң күңелле кеше булды. Миңә һәм һеңлемә үҙҙәренең балаларына ҡараған кеүек ҡараны. Уны “атай” тип йөрөтә башланыҡ. Әсәйем менән уларҙың тағы балалары тыуҙы: беҙҙең ике һеңлебеҙ һәм ҡустыбыҙ. Бишенсе кластан әсәйем менән сәсеүлек утарға йөрөй башланым. Мәктәптә яҡшы уҡыным, бигерәк тә математиканан гел “бишле” була торғайны.
1941 йылда һуғыш башланғас, беҙ, ун алты-ун ете йәшлек балалар, колхоз эшенә ныҡлап егелдек. Көн-төн баҫыуҙа эшләй торғайныҡ, сәстек, утаныҡ, ҡышҡы төндәрҙә фронтовиктар өсөн бейәләйҙәр, ойоҡбаштар бәйләнек. Ҡара көҙҙә келәттә иген һуҡҡанда минең менән бергә көлтәләрҙе биреп торған Дәриға апайҙың ҡулын молотилка яурынынан киҫте. Ундағы ҡан, илау, ҡурҡыуҙар иҫ китерлек булды.
Санаға үгеҙ егеп, Мәләүезгә таҡта ташыныҡ (унда нимәгәлер кәрәк булған инде). Кире ҡайтҡанда, Романовка янындағы тауҙан төшөп барғанда минең үгеҙем юлға ятты ла ҡуйҙы. Тегеләйтеп тә, былайтып та торғоҙоп ҡарайбыҙ, ҡуҙғалмай. Күмәкләшеп саҡ-саҡ санаға һалдыҡ та ауылға ҡайтып киттек. Мин юл буйына иланым, ә үгеҙ Балыҡлыға килеп етеү менән бер нимә лә булмағандай килде лә торҙо. Баҡтиһәң, арыған ғына булған икән. Йөрәгемдән таш төштө – ул үлһә, мин ғәйепле булыр инем бит, етмәһә, “халыҡ дошманы” ҡыҙымын!
Тунбүләк урманынан билдән ҡарға бата-бата утын ташыныҡ. Үгеҙҙәргә лә ҡыйын булғандыр инде. Һуңынан мине әхирәтем менән Дегтяревка утарына һимертеүгә ҡуйылған үгеҙҙәрҙе ҡарарға ебәрҙеләр. Ризыҡ аҙ алдыҡ. Бер аҙҙан асыға башланыҡ, бер ай ваҡыт үтте. Сабаталар тишелде, бысраҡбыҙ, дөрөҫөн генә әйткәндә, бетләнек. Ә үгеҙҙәрҙе ҡалдырып булмай. Һуңынан түҙмәнек, Балыҡлы яғына йәйәү сығып киттек. Ҡараһаҡ, ҡаршыға Рауил Мортазин атта килә: “Алйотландығыҙмы әллә, ҡыҙҙар, яуап бирәсәкһегеҙ! Беҙгә һеҙҙең менән үгеҙҙәрҙе Стәрлетамаҡҡа иткә ҡыуырға ҡушылды”, – ти. Беҙ: “Юҡ, боролмайбыҙ, кейергә кейем дә, ашарға ризыҡ та юҡ, йыуынырға кәрәк”, – тибеҙ. Ул бөтәһен дә үҙе менән алып килгән, сабаталарҙы текте.
…1946 йылдың февралендә фронтовик Хәмит Мортазинға кейәүгә сыҡтым. Ул беренсе төркөм инвалиды булып ҡайтҡайны, ҡултыҡ таяғы менән йөрөй ине. Улыбыҙ Юнир, ҡыҙыбыҙ Роза тыуҙы. Тик һигеҙ йылдан һуң яҙмыш беҙҙе айырҙы. Мин бәләкәстәремде бер үҙем үҫтерҙем, ләкин атайҙары ла ярҙамлашты, балаларын ҡалдырманы.
Күп йылдарҙан һуң беҙ ҡабат бергә йәшәй башланыҡ. Аллаһҡа рәхмәт, ирем олоғайғас, уны ҡарап, һуңғы юлға оҙата алдым. Хәҙер балаларымдың, ейәндәремдең, бүләләремдең иғтибарында һәм хәстәрендә йәшәйем. Уларға рәхмәтем сикһеҙ. Уларҙың да минеке кеүек үк бәхетле ҡартлыҡтары булһын. Илебеҙ сәскә атһын, етәкселәр иҫән-имен булһын, һуғыш булмаһын.

***
Ысынлап та, Тәҡиә инәй балаларының һөйөүенә һәм хәстәренә күмелеп йәшәй. Тынғыһыҙ кеше булараҡ, ул изге доғаларын уҡый-уҡый шәлдәр бәйләй. Ә былтыр ҡыҙына ярҙам итәм тип, картуф утарға сыҡҡан. Бер-ике төп утай ҙа ултырғысына ултыра икән. Аҙаҡ тағы шулай, ҡыуып та индереп булмай, ти. Ә ултырғысын артынан күсерергә кәрәк. Бына шулай уның менән күңелле лә, рәхәт тә.

Федоровка районы.


Вернуться назад