Бөйөк ғалим рухын онотмайбыҙ03.10.2017
Бөйөк ғалим рухын онотмайбыҙ Сентябрь айын ауыл халҡы айырыуса көтөп ала, сөнки ошо миҙгелдә мәғрифәтсе, башҡорттоң ғорурлығы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған көнө билдәләнә. Ул үҙенең ижады менән туғандаш милләт вәкилдәренә лә өлгө булып тора.

Ошо көндәрҙә мәғрифәтсенең тыуған төйәгендә урынлашҡан йорт-музейында уға бағышланған әҙәби сара үтте. Кисәлә шәхесебеҙҙең ауылдаштары, нәҫел-ырыуы, уҡыусылар ҡатнашты.
Байрамға килгән һәр кеше Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ижадын мәңгеләштереү хыялы менән янған төҫлө ине. Профессор, филология фәндәре докторы Тимерғәле Килмөхәмәтов, ауылдаштарын сәләмләп:
– Беҙ йәш ваҡытта М. Өмөтбаев тураһында атай-олатайҙарыбыҙҙан ғына ишетеп белә инек. Уның ижады ныҡлап өйрәнелмәне. Шәхестең музейын булдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылғас, ауыл халҡы ышанып та бөтмәне. Күп йылдар үтте, уның ижадын өйрәнгәндәр күбәйҙе. Ауылыбыҙҙа шундай матур музей төҙөлөүгә мин генә түгел, ә тотош республика шатланды, – тине.
Байрамға Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың бүләсәре Динә Мөлҡаманова ла килде. Ул Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәй. Динә Ғәббәс ҡыҙы шиғырҙар, йырҙар яҙа, һандуғастай моңло тауышы менән һәммәһен дә әсир итә. Әҙәби кисәлә ул йырлай башлағас, күрше өйҙә йәшәгәндәр, моңло тауышын ишетеп, байрамға ҡушылды.
Әҙәби кисәлә М. Өмөтбаевтың йорт-музейына нигеҙ һалып, күп йылдар арымай -талмай хеҙмәтенә тоғро ҡалған Ғәзимйән Ибраһимов та ҡатнашты. Ул бөйөк шәхесебеҙҙең ауылда нигеҙләнгән йорт-музейы, уның нәҫел-ырыуы тураһында һөйләне. Байрам кисәһенә хеҙмәт һәм тыл ветераны Мәҙийәр Мирхәйҙәров, Фәрит Арыҫланов, ауылдың ағинәйҙәре Сажиҙә Әхмәҙиева, Тамара Мөхәмәтшина ла килде.
Мәктәп уҡыусылары ла әҙәби кисәнән ситтә ҡалманы: шиғырҙар уҡыны, викторинала ҡатнашты. Байрамға Айҙар Мөхәмәтгәрәевтең моңло тауышы айырыуса йәм өҫтәне. Уның сығышын ҡунаҡтар түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Әҙәби кисәләге һәр кем шиғриәт донъяһына ғына сумып ҡалманы, ә йыр-моң иленә лә сәйәхәт ҡылды. Байрамда ойошторолған викторина ла, төрлө конкурстар ҙа ҡатнашыу­сыларҙың күңеленә хуш килде.

Ҡырмыҫҡалы районы.


Вернуться назад